+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

«Ата-бабаларыбыҙҙың теле мәңге һүнмәҫ»

Баш ҡалабыҙҙың 47-се моделле балалар китапханаһында йәш китап уҡыусылары өсөн башҡорт теленең тарихы буйынса «Ата- бабаларыбыҙҙың теле мәңге һүнмәҫ» тип аталған лингвистик- сәйәхәт уҙғарылды. Ул бик ҡыҙыҡлы туҡталыштарҙан торҙо.

«Онамастик ҡала» тигәнендә китапханасылар бәләкәс дуҫтарыбыҙға башҡорт исемдәре, фамилиялары тураһында, уларҙың килеп сығыу тарихын һөйләне. Ә инде «Диалект ҡасабаһы»на барып еткәс, Башҡортостандың һәр бер районының үҙенә ҡағышлы диалекттары, һөйләштәре бар икәнен асыҡланылар. Уҡыусылар ҡыҙыҡһынып тыңланы, ә ҡайһы берҙәренә был яңы асыш та булды. Иң күңеллеһе «Тәмле тел ауылы» булғандыр. Ҡыҙҙар, малайҙар бында башҡорт халыҡ әкиәттәренә күҙ йөрөтөп сыҡты, йомаҡтар систе, ҡыш миҙгелдәренә арналған мәҡәлдәр уҡыны.

Китап уҡыусыларына, килгән ҡунаҡтарға был сара бик оҡшаны. Иң ҡыҙыҡһынғандары китапхана эсендә Айгөл Йәһүҙина етәкселегендә эшләп килгән башҡорт теле түңәрәге «Тирмәкәй»гә яҙылдылар. Сәйәхәтебеҙҙе балалар йырҙарын йырлап, төрлө башҡорт милли уйындарын уйнап, тамамлап ҡуйҙыҡ.

Любовь ОСНАЧ, китапхана мөдире.


Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: