+15 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
15 Февраль 2019, 17:07
Яратам һине, ҡыш!
Ҡыш! Өс хәрефтән генә торһа ла, ниндәй сихри миҙгел ул. Бар ғаләмде һоҡландырып, ҡырпаҡ ҡар яуыуы, ағастарға бәҫ ҡуныуы, тирә-яҡтың ҡышҡылыҡҡа йоҡоға талыуы… Ә саф һауаһы һуң? Ошо матурлыҡты күреү, рәхәтләнеп уйнау өсөн тышҡа атлығабыҙ. Сана, саңғы шыуабыҙ, ҡарҙа аунайбыҙ…
Ауылыбыҙҙа был миҙгелде яратмаған бала юҡтыр ул. Ҡыш еттеме, беҙ бергәләшеп йыйылып, күңелебеҙ булғансы уйнайбыҙ. Бигерәк тә ҡышҡы каникул ваҡытында танһығыбыҙ ҡанып ҡала. Ә кем ойоштороп уйнатып алып йөрөй, тип уйлайһығыҙ? Клуб мөдире Әлфиә апай Ғәлләмова. Уның шул тиклем дәртле булыуы, ауылыбыҙҙың балаларын яратыуы хайран итә. Апайыбыҙ йыл әйләнәһенә беҙҙең менән эшләй. Ул бейергә, йырларға, актёрлыҡ серҙәренә өйрәтә. Һәр ваҡыт берҙәм булырға өндәй.
Каникулыбыҙ башланыу менән клубҡа йыйып, үткәреләсәк саралар менән таныштыра. Быйылғы ҡышыбыҙ ҙа матур булып үтеп бара, шөкөр. Ғинуарҙың тәүге көнөндә үк Остосаҡ тауының итәгенә юлландыҡ. Командаларға бүленеп, төрлө уйындар уйнаныҡ. Бер-беребеҙҙе саналарға ултыртып ярыштыҡ. Туйғансы көлөп, шаярып ҡайттыҡ.
Һыуыҡ көндәрҙә клубҡа йыйылдыҡ. Йомаҡ әйтештек, йырҙар өйрәндек, сәхнә әҫәрҙәрен уҡыныҡ, күңелле уйындар уйнаныҡ. Унан иртәгеһенә саңғы ярышы булды. Аҙаҡ малайҙар сәкән һуҡты. Беҙҙең бер көнөбөҙ ҙә буш үтмәне. Уҡыуҙар башланып китһә лә, төштән һуң клубтабыҙ. Кемдер бейеү өйрәнә, берәүҙәр шиғыр ятлай, икенселәр тамаша ҡуйырға әҙерләнә.
Рәхмәт, Әлфиә апай, күңелдәребеҙҙе күтәреп тороуығыҙға! Һеҙҙең менән бергә үткән күңелле мәлдәр һәр беребеҙҙең күңелендә һаҡланып ҡалыр, тип уйлайым.
Ә ҡышҡа килгәндә инде, сатлама һыуыҡ булыуына ҡарамаҫтан, хозур тәбиғәт донъяһы бит ул.
Яратам һине, ҡыш!
Гөлнур ҒАЙСИНА, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Амангилде мәктәбе.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...