+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Әсәйҙәренән өлгө алып

Ҡандралағы төҙөк урамдарҙың береһендә үҙҙәренең иркен һәм яҡты йорттарында йәшәй Әлиә һәм Эльдар Закировтар. Заман һынауҙарына бирешмәйенсә, матур донъя көткән, ижадтан һәм үҙешмәкәр сәнғәттән һис тә айырылмаған, районда үткәрелгән бәйгелә ҡатнашып, призлы урын яулаған күп балалы был ғаилә менән яҡындан таныштыҡ. Ниндәйҙер рух күтәренкелеге һәм мәҙәнилек бөркөлөп торған өйҙә беҙҙең һүҙҙәр ҙә тиҙ беректе. Әлиә ханым әле бәләкәй ҡыҙҙары Әҙилә менән декрет ялында икән.

Ул арала яҡын кешеләрен ҡупшы итеп кейенгән, биҙәнгән-төҙәнгән өлкән балалары һырып алды. Баҡтиһәң, төштән һуң атайҙары менән бергә Собханғол ауылында үтәсәк хәрби йырҙар конкурсында ҡатнашырға әҙерләнеп тә ҡуйғандар.

– Улыбыҙ Нурисламға – 10 йәш. 2-се мәктәптең IV синыфында һабаҡ ала. Музыкаға булған һәләте лә тиҙ асылды. Өсөнсө йыл инде сәнғәт мәктәбенең баян синыфында шөғөлләнә, – тине йылы ҡарашын улына төбәгән әсәй кеше. – Хәҙер ул конкурстарҙа ла ҡат­наша. Район бәйгеһендә 2-се дәрәжә лауреат исемен алды. Ике йыл рәттән Өфөлә йәш таланттар араһында үткәрелгән конкурста үҙ көсөн һынап ҡараны. Унда береһендә – дипломант, икенсеһендә лауреат булып танылды. Мәктәптә лә тик «дүртле» һәм «бишле»гә генә уҡый. Беҙҙең Нурислам спорт менән дә дуҫ, балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә саңғы буйынса уны тәжрибәле тренер Валерия Николаевна Ануфриева күнектерә.
6 йәшлек ҡыҙыбыҙ Айһылыу ҙа үҙешмәкәр сәнғәттә беҙҙән ҡалышмаҫҡа тырыша. Ҙур теләк менән музыка мәктәбенә йөрөй, фортепьянола уйнай. Йырларға бик тә әүәҫ. Уның менән Өфөлә уҙғарылған «Талант ҡанаттарында» тигән халыҡ-ара фестивалдә ҡатнашып, лауреат исемен алып ҡайттыҡ. Ә «Йондоҙло ил» конкурсында ул яңғыҙ йырлауҙа I дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ҡыҫҡаһы, балаларҙың һәләттәре асыла бара. Быға нисек ҡыуанмайһың инде?! Музыка уҡытыусыһы булараҡ, шуны яҡшы беләм, зирәклектәрен үҫтереү өсөн балаларға ата-әсәләрҙең һәм педагогтарҙың иғтибары ғына кәрәк. Мин үҙем хәләл ефетем Эльдарға бик тә рәхмәтлемен. Бар йәһәттән дә ул – беҙҙең өсөн ныҡлы терәк. Балалар сәнғәт мәктәбендә шөғөлләнә икән, улар өсөн музыка ҡоралдарын да алырға кәрәк. Был инде ғаилә бюджетынан ярайһы ғына сығымдар түгеүҙе талап итә. Ана, Нурислам улыбыҙ уйнаған баянды беҙ Мәскәүҙән 40 мең һумға һатып алдыҡ. Ныҡ оҫтарып уйнарға теләге булһа, тағын да яҡшырағын, ҡиммәтлерәген алып бирербеҙ, тибеҙ. Уларҙы конкурстарға йөрөтөү ҙә хәҙер күберәк аталарының иңенә төшә. Беҙ быға бер ҙә ауырһынмайбыҙ, сөнки балаларыбыҙ өсөн йәшәйбеҙ, сәнғәт мәктәбендә алған белемдәре, йыр-музыкаға булған һөйөүҙәре алдағы тормоштарында уларҙың күңелдәренә тик яҡтылыҡ ҡына өҫтәп торасаҡ.
Ә инде ижади ҡомарҙарын үҫтереүҙә балалар әсәләренән өлгө алалыр. Музыка мәктәбендә ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән юғары квалификациялы белгестәрҙән һанала. Байтаҡ йылдар инде Әлиә Фәрит ҡыҙы Ҡандралағы «Шатлыҡ» халыҡ фольклор ансамблен етәкләй. Сәнғәт мәктәбенең вокал бүлегендә тәрбиәләнгән йәш башҡарыусыларҙа ул милли рухты уятырға, күберәк башҡорт һәм татар йырҙарын өйрәтергә тырыша. Күптән түгел уҡыусыһы Марат Әхмәтйәнов Туймазыла үткәрелгән «Оҙон көй» бәйгеһендә III дәрәжә диплом һәм лауреат исемен алып, барыһын да һөйөндөргән.
– Балалар үҫә төшкән һайын беҙҙең хәстәрлектәр ҙә арта, – ти бөгөн үҙен бәхетле итеп тойған хужа ҡатын. – Улыбыҙ Нурислам мәктәптә олимпиадаларҙа ҡатнаша башланы. Әле ул тағын саңғы ярыштарына әҙерләнә. Беҙҙең һәр ҡайһыбыҙҙа ҡышҡы спорт кәрәк-ярағы бар. Ваҡыт табып, Ҡандракүл буйындағы тау саңғыһы комплексына ла барғылайбыҙ. Өйҙә бер кем дә буш ултырмай. Дәрт итһәң, барыһына ла өлгөрәһең. Шуға ла беҙҙе ҡасабала үткәрелгән бер генә мәҙәни сараға ла саҡырмай ҡалғандары юҡ. Күңелле һәм матур тормошто беҙ үҙебеҙ шулай тыуҙырырға тейешбеҙ, тип уйлайым мин.

Миҙхәт ШӘРИПОВ.

Туймазы районы.
Читайте нас: