+10 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Март 2019, 15:49
Өфө ирекмәндәре – Әбйәлилдә
Баш ҡалабыҙҙың төрлө уҡыу йорттарында алты ирекмән отряды ойошторолған. «Ҡарлы десант» акцияһы иғлан ителгәс, һәр береһе үҙенә район һайлап алған да ярҙам итешергә юлланған. Өфө дәүләт авиация техник университетынан «Көс-быуын» исемле отрядтың студенттары беҙгә килде. Командирҙары – Марсель Йосопов. Былтыр ноябрҙә генә тупланһалар ҙа, күп изге эштәр башҡарырға өлгөргәндәр.
– Беҙҙең маҡсат: райондарға сығып, ауылдарҙа һуғыш һәм тыл ветерандарына ярҙам итеү, мәктәптәрҙә балаларға уйындар өйрәтеү, өлкән синыф уҡыусыларына студент тормошо тураһында һөйләү. Махсус флагыбыҙ, йырыбыҙ ҙа бар, эмблемалар менән биҙәлгән курткалар тектерҙек. Әбйәлил районының биш ауылында буласаҡбыҙ. «Ирәндек» лагерында бик яҡшы ҡабул иттеләр. Быйыл бер урында ғына булабыҙ. Киләһе йылдарҙа, бәлки, бер юлы ике районға ла сығырбыҙ, – ти II курс студенты Дима Әбделханов.
Ирекмән студенттар башланғыс синыфтар өсөн – төрлө ҡыҙыҡлы уйындар, V – VIII синыфтарға «Күңелле старттар» үткәрҙе, IX – XI синыфтар менән волейбол, баскетбол уйнаны. Ун беренселәрҙең буласаҡ һөнәрҙәре, һайлаған уҡыу йорттары тураһында ҡыҙыҡһындылар. Шашка, гитарала уйнау, кубик-рубик йыйыу, оригами серҙәренә лә төшөндөрҙөләр. Волейбол буйынса мәктәп уҡыусылары көслө булһа, баскетболдан – улар.
Ауылда яңғыҙ йәшәгән ололарға ярҙам да иттеләр, бер юлы урамда йөрөгән балалар менән уйнарға ла, үҙ-ара шаярып алырға ла өлгөрҙөләр. Мәктәптең ашханаһы ирекмәндәрҙе тәмле ризыҡтары менән һыйланы. Ауыл клубында үҙҙәре әҙерләгән концерт менән дә сығыш яһаны ҡунаҡтар. Ул күңелле дискотека менән тамамланды. Шулай уҡ «Бәйләнештә» һәм инстаграм селтәрҙәрендә көн дауамында конкурс үткәрҙеләр. Ике еңеүсенең берәүһе мин булһам, икенсеһе – синыфташым Нурзилә Әйүпова. Иҫтәлеккә бүләк алып ҡыуандым. Бер көн эсендә ирекмәндәр менән дуҫлашып та ҡуйҙыҡ. Үҙҙәренең алсаҡ, аралашыусан, ипле булыуҙары күңелдәрҙе арбаны.
Ирекмән ағай, апайҙарға уҡыуҙарында уңыштар, башлаған изге эштәрен дауам итеүҙәрен теләйем, тағы ла Ҡаҙмашҡа килегеҙ, тип үҙҙәрен саҡырып ҡалам.
Заһиҙә РӘЖӘПОВА, йәш хәбәрсе.
Әбйәлил районы, Ҡаҙмаш мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән