-3 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ

Балалар һәм үҫмерҙәр китабы аҙналығы яҙғы каникул мәлендә үткәрелә. Ул тәүге тапҡыр Мәскәү ҡалаһында 1943 йылдың 26 мартында ойошторола.

Агния Барто, Сергей Михалков, Самуил Маршак, Михаил Приш­виндар башлап йөрөүселәре була. Ә инде 1944 йылдан бөтә илебеҙҙә уҙғара башлағандар.

Быйыл да беҙҙең китапхана был акциянан ситтә ҡалманы. Аҙналыҡты «Китап йәйғоро» тип атаныҡ. Балалар өсөн алты сара үткәрелде. Унда 145-тән ашыу кеше ҡатнашты, шуларҙың 110-ы – балалар, баш­ҡалары – ата-әсәләр. Һәр көн китапханаға килгәндәр менән әңгәмәләр үткәрелде, башҡорт һәм урыҫ телдәрендә төрлө китаптар тәҡдим ителде. «Тирмәкәй» башҡорт балалар баҡсаһында – «Башҡорт шиғриәтенең йондоҙо» әҙәби-мәғлүмәт сәғәте, «Тыуған илем – алтын бишек», 3-сө мәктәптә – «Ирина Токмакованың тылсымлы иле» кисәһе булды. Махсус интернат-мәктәп тәрбиәләнеүселәре өсөн үткәрелгән библиотерапия ла һәр кемдең күңеленә хуш килде.


Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.
Читайте нас: