Бөтә яңылыҡтар

Туған телдәр айлығы

Мәктәбебеҙҙә йыл һайын Туған телдәр айлығы уҙа. Уның барышында бик күп саралар үткәрелә. Бер көнөндә уҡытыусылар асыҡ дәрестәр күрһәтте. «Ҡышты оҙатыу», «Шәжәрә» байрамдары ойошторолдо.

Ай аҙағында үҙебеҙсә «Тау-тау хәбәр» тапшырыуы әҙерләнек. Уны мин – башҡорт телендә, V синыф уҡыусылары Сабина Мурзаева менән Лиана Аҡмаловалар урыҫса һәм татарса алып барҙы. Тапшырыуҙа Рассказовтар, Ҡаш­ҡаровтар, Мөнировтар ғаиләләре үҙҙәре хаҡында һөйләне, шәжәрәләре менән таныштырҙы, концерт номерҙары күрһәтте. Ә ауылыбыҙҙың китапхана мөдире Зинфира Нәжиб ҡыҙы уларға үҙебеҙҙең ауылыбыҙ, тирә-яҡ мөхит тураһында һорауҙар бирҙе.

Бик ҡыҙыҡлы үтте Туған телдәр айлығы.


Аделина ҠАШҠАРОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө районы, Исмаил мәктәбе.