Бында килеп ингәс, фойела һүрәттәр, уҡыусыларҙың ҡул эштәренән күргәҙмә ҡуйылғайны. Бөйөк әҙипкә арналған гәзиттәр таратыла, уҡыусылар тарафынан конкурс өсөн эшләнгән видеороликтар күрһәтелә ине. Үҙәк китапхана хеҙмәткәрҙәре ойошторған китаптар мөйөшө лә бай йөкмәткелелеге менән байрамға килеүселәрҙе йәлеп итте.
Кисә сәхнәнән ҡурай моңо ағылыуы менән башланды. Байрамды алып барыусылар – Айнур Ғәзизуллин менән мәғариф бүлегенең телдәр буйынса методисы Рәмилә Батыршина барыһын да Мостай иленә әйҙәп алып китте. Был матур сарала йыл дауамында барған конкурс еңеүселәренә сығыш яһау бәхете тейҙе. Мостай Кәрим шиғырҙарын Йәнәби-Урсай башланғыс мәктәбенән Азалиә Ғималетдинова – башҡорт, Мәнәүезтамаҡтан Әлфинур Ғәббәсова – татар, Миәкәләге 1-се мәктәптән Ралина Мәғәсүмова – урыҫ, Яңы Ҡарамалынан Настя Маркова сыуаш телдәрендә һөйләп ишеттерҙе.
Миәкә районы мәктәптәре, Пионерҙар йорто, музыка, һынлы сәнғәт мәктәптәре уҡыусылары бөйөк шағирҙың ижадын өйрәнеп, конкурстарҙа ҡатнашты. Уларҙың иң яҡшы эштәре бөгөнгө күргәҙмәлә урын алды. Район хакимиәте башлығы Ришат Ғәбдрәшит улы Аҡтуғанов ошо турала әйтеп үтеп, бер төркөм уҡыусыларға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Хөрмәтле ветеран уҡытыусы, Рәсәй мәғариф алдынғыһы Кәбир Усман улы Ноғомановтың сығышын тулҡынланмайынса тыңлап булманы. «Донъяла эҙ ҡалдырырлыҡ шәхестәр була. Уларҙың ижади мираҫы ваҡыт йоғонтоһона ла бирешмәй. Шундайҙарҙың береһе – Мостай Кәрим. Уның тылсымлы ижады, төрлө-төрлө әҫәрҙәре бөтәбеҙгә билдәле. Беҙ – бәхетле быуын, бәхетле милләт. Халыҡты шәхестәр күтәрә. Башҡортто Мостай Кәрим бөтә донъяға танытты. Ғорур булып, уның рухына тап төшөрмәй йәшәйек», – тине ул.
Мостай Кәрим һүҙҙәренә композиторҙар әллә күпме матур матур йыр һәм башҡа музыкаль әҫәрҙәр ижад иткән. Кәүсәриә Әхмәҙуллина, Федан Шафиҡов, Йәмилә Ғиләжева, «Күгиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле уның йырҙарын күңелгә үтерлек итеп башҡарҙы. Тележурналист, Евразия телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы, Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Мәжит Ғафури исемендәге премиялар лауреаты Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманованың сығышы һоҡландырҙы.
Район мәҙәниәт йорто артистары сәхнәләштергән «Ҡыҙ урлау» комедияһынан өҙөк барыһының да күңеленә хуш килде. Илсеғол башҡорт гимназияһы уҡыусылары «Айгөл иле» драмаһынан өҙөк ҡуйып, ундағы кисерештәрҙе ысын артистарса күрһәтә алды. Тамъян-Таймаҫ мәктәбенән Наҙгөл Янышева әсәһе Гөлфиә Фәтих ҡыҙы менән хушлашыу монологын уйнағанда ла күңелдәр тулды. Илсеғол башҡорт гимназияһы уҡыусыһы Булат Илекәев һалдат кейемендә сәхнәгә сыҡҡас, алдыбыҙға Үлмәҫбай үҙе килеп баҫҡан һымаҡтойолдо. Байрамда шиғыр менән бергә йыр-бейеү үрелеп барҙы. Өлгөлө «Гөлдәр» балалар халыҡ бейеү ансамбле (етәксеһе – атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмилә Шәрипова) сығышын көслө алҡыштарға күмделәр.
Эйе, шағир беҙгә йомарт ҡояш, имен, бәрәкәтле ер, шулар менән бергә мәңге балҡыр шиғриәт һәм мөхәббәт ҡалдырҙы.
Зөһрә ЙӘНТҮРИНА.
Миәкә районы.