+25 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
17 Май 2019, 12:40
Өҙә баҫа беҙҙекеләр!
48-се башҡорт лицейының «Дуҫлыҡ» бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр ҡыҙҙар һәм егеттәр бөгөн иҫ киткес концерт күрһәтте. Оҙайлы эш көнөнән һуң унда йөрөүсе балаларҙың йыл буйы үҙләштергән төрлө халыҡ бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәргә ял алып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡайттыҡ.
48-се башҡорт лицейының «Дуҫлыҡ» бейеү түңәрәгендә шөғөлләнеүсе һәүәҫкәр ҡыҙҙар һәм егеттәр бөгөн иҫ киткес концерт күрһәтте. Оҙайлы эш көнөнән һуң унда йөрөүсе балаларҙың йыл буйы үҙләштергән төрлө халыҡ бейеүҙәрен ҡарап, күңелдәргә ял алып, һоҡланып һәм ғорурланып ҡайттыҡ.
«Дуҫлыҡ» бейеү түңәрәге етәксеһе Зәлифә Шамил ҡыҙы Зәйнуллина оҙаҡ йылдар үҙ эшен ихлас алып бара һәм ҙур көс һала. Уның етәкселегендә беренсенән алып сығарылыш синыфҡа тиклем балалар ҙур теләк менән шөғөлләнә. Йәш бейеүселәр бик күп район һәм ҡала конкурстарында призлы урындар яулап, лицейыбыҙҙы данлай.
Сәхнәлә зәңгәр күлдә йөҙгән аҡҡоштарҙай гүзәл бейеүсе ҡыҙҙарыбыҙҙың, халҡыбыҙҙың милли батырҙарына хас һыҙатлы бәһлеүән егеттәребеҙҙең сығыштарына һоҡланмай мөмкин түгел. Ана, Данил Байбулатов та нисек өҙҙөрөп баҫа! Етәкселәренең һәр бер хәрәкәтте бөтә күңелен һалып, тамашасыларға барып еткерерлек итеп өйрәтеүе күренеп тора. Беҙ ҡараған «Ҡурай», «Йылғала», «Дуҫлыҡ» кеүек башҡорт бейеүҙәре менән бер рәттән, үзбәк, украин, урыҫ, татар һәм башҡа халыҡтарҙың да бейеүҙәре ҡуйылып, күңелдәрҙә яҡты тәьҫораттар ғына уятты.
Ошондай бейеү түңәрәге эшләп килеүенә беҙ, атай-әсәйҙәр, бик шатбыҙ һәм ҡәнәғәтбеҙ. Киләһе йылдарҙа йәш бейеүселәребеҙ яңынан-яңы асыштар яһаһын, тигән теләктә ҡалабыҙ. Ә Зәлифә Шамил ҡыҙына уңыштар теләйбеҙ, бөтә атай-әсәйҙәр исеменән ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ.
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Өфө ҡалаһы.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...