-33 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
18 Октябрь 2019, 15:21
Иң яратҡан айым
Октябрь – байрамдарға бай ай. Ололар, Уҡытыусылар һәм Республика көндәре билдәләнә. Уларҙың бөтәһен дә мәктәбебеҙҙә матур итеп үткәрҙек.
Өләсәй-олатайҙарҙың иң яратҡан байрамы Ололар көнө, тип уйлайым, сөнки ейән-ейәнсәрҙәре концерт ҡуя, үҙҙәренең хөрмәтен, ихтирамын күрһәтә. Беҙ ҙә был көндө мәктәбебеҙгә олатай, инәйҙәрҙе саҡырып, уларға йырҙар йырланыҡ, бейенек, шиғырҙар һөйләнек, ҡәҙерле кешеләребеҙгә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙек.
Һөнәри байрамдарында беҙҙең уҡытыусыларыбыҙ «ял итте». Улар бер көнгә булһа ла үҙҙәрен уҡыусы итеп тойоп ҡала, бала саҡтарын иҫкә төшөрә. Уҡытыусыларыбыҙ бөтәһе лә мәктәп формаһында кейенеп килеп, XII синыф булып белем алды, ә уларҙы һәм бәләкәйҙәрҙе туғыҙынсылар һәм унынсылар уҡытты. Был көн дә матур байрам концерты менән тамамланды.
Иң яратҡаным – Республика көнө. Сөнки беҙгә өсләтә байрам. Беренсенән, Башҡортостаныбыҙҙың тыуған көнө уңайынан мәктәбебеҙҙә концерт ҡуйҙыҡ, һуңынан уҡыусылар тырышлығы менән йәрминкә үткәрелде. Унда нимәләр генә тәҡдим итмәнек: бәлештәр, пицца, баҡсанан йыйылған алма, ҡышҡылыҡҡа салаттар, бәшмәк, һуттар... Тағы ла был көн атайым менән әсәйемдең туй көнө булыуы менән ҡәҙерле, ғаиләбеҙ өсөн ҙур байрам. Беҙ һеңлеләрем менән уларға бүләк әҙерләнек. Йәнә 11 октябрь – минең дә тыуған көнөм. Туғандарым өсөн өйөбөҙҙә концерт номерҙары, лотерея һәм башҡа уйындар әҙерләнек.
Бына ни өсөн октябрь минең иң яратҡан айым ул! Ошондай һөйөнөстәр, матур байрамдар һәр ваҡыт булып торһон, тип теләйем.
Гүзәлиә САДИҠОВА,
V синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән