Һиңә киләсәктән яуап хаты яҙып ебәрәм. Ун йылдан һуң республикабыҙҙың нисек үҙгәреүе менән ҡыҙыҡһынаһың икән. Башҡортостаныбыҙ төрлө өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанды, үҫә, яңыра, алға барыуын дауам итә. Һәр береһенә туҡталып үтәм.
Сәнәғәт өлкәһе ҙур үҙгәрештәр кисерҙе. Башҡортостаныбыҙҙың ҡара алтыны – нефть самалы ғына ҡалып бара, шуға ла республикабыҙҙа яңы технологиялар ярҙамында уны алмаштыра торған сеймал уйлап табылды. Автоматлаштырылған, һатыусыһыҙ эшләй торған кибеттәр, машина заправкалау станциялары төҙөлдө. Хәҙер тәмәке, иҫерткес эсемлектәр бөтөнләй һатылмай.
Хатта беҙҙең белгестәр кешелек донъяһы иҫбат итә алмаған ваҡыт машинаһы уйлап тапты. Әле шуға һынау үткәрәләр.
Медицина ла алға елдерә. Бөтә сирҙе лә дауалай торған яңы дарыу етештерелә. Яман ауырыуҙарҙан да ҡотолоу юлын таптылар. Кешеләр үҙҙәренең биоматериалдарын тапшырып, уларҙан органдар үҫтерә торған үҙәк барлыҡҡа килде. Быға тиклем генетикала үткәрелгән төрлө биоинженер тәжрибә һынауҙары инде медицина өлкәһендә лә киң ҡулланыла.
Мәғариф өлкәһендә лә күп яңылыҡтар бар. Берҙәм дәүләт имтиханын башҡорт телендә тапшырғандарға бер балл өҫтәйҙәр, махсус урта һәм юғары уҡыу йорттарына ингәндә лә өҫтөнлөктәр ҡаралған. Полилингваль мәктәптәр һәр ҡалала асылды, улар үҙҙәренең беренсе ҡарлуғастарын сығарҙы. Республикабыҙҙа белем биреү буйынса кибертехнологиялы инновацион үҙәк эшләй.
Хәтереңдәме, «Йәшел Башҡортостан» акцияһын башлап ебәргәйнек. Шул ултыртҡан ағастар үҫеп, республикабыҙҙы тағы ла йәшеллеккә күмде. Был сараны хәҙер акция итеп түгел, ә һәр кем үҙенең бурысы тип һанай. Шуға ла һәр йыл һайын бик теләп ҡатнашалар. Кешеләр тәбиғәткә ярҙам иткәс, экологиябыҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрҙе. Һулар һауабыҙ, эсәр һыуҙарыбыҙ сафланды.
Мәҙәниәттә лә алға китеш һиҙелерлек. Театр, кино индустрияһы юғалманы, киреһенсә, үҫте. Әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәренә башҡортса 3D форматта фильмдар төшөрөлә.
Республикала халыҡ һаны ла артты. Хәҙер беҙ 5 миллионға етеп киләбеҙ. Шуға ла балалар баҡсалары, мәктәптәр, бейек йорттар төҙөйҙәр, яңы эш урындары булдырыла. Ҡалалар ҙурайҙы, ауылдар тергеҙелә.
Иң әһәмиәтлеһе – бындай етеҙ үҙгәрештәр заманында халҡыбыҙҙың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре йылдар төпкөлөндә онотолоп ҡалманы, әле уның сал тарихын ҡыҙыҡһынып өйрәнәләр, ата-бабаларыбыҙ ҡан түгеп, һаҡлап ҡалған ерҙәребеҙҙең ҡәҙере артты.
Тағы ла һеҙ күрмәгән, ишетмәгән башҡа күп яңылыҡтар етерлек. Тик әлегә барыһын да яҙып бөтөрмәйем. Алла бирһә, үҙең буй еткергәс, Башҡортостаныбыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөңдө индерерһең, тип ышанам. Киләсәктә, ун йылдан һуң, осрашҡанға тиклем һау бул!
Һинең киләсәгең. 11.10.2029 йыл.»
Бына шундай хат. Вәт, шундай буласаҡ Башҡортостандың киләсәге!
Уйлап ҡараһаң, ҡулдан килмәҫлек эштәр түгел дә инде былар. Әле ҡасан ғына атай-әсәйҙәребеҙҙең төшөнә лә инмәгән 3D форматтар, смартфондар, гаджеттарҙы хәҙер рәхәтләнеп көнкүрештә ҡулланабыҙ. Тормошобоҙ көндән-көн үҙгәрә, хатта йыһан тиҙлеге менән үҫә. Шулай булғас, киләсәктә ул камилләшә, еңеләйә генә барасаҡ. Бының өсөн тик тырышлыҡ, берҙәмлек, ихтыяр көсө һәм уңған, белемле, булдыҡлы белгестәр, эшселәр кәрәк. Ундайҙар минең халҡымда бар, шуға ла республикамдың киләсәге тураһында уйлағанда тик матур хыялдарға ғына биреләм.
Мин ышанам, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге бөгөнгөһө кеүек яҡты, матур буласаҡ, сөнки ул – Рәсәйҙә беренсе республика!
Ынйы ЗАКИРОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Нефтекама ҡалаһы, 6-сы мәктәп.