+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Ҡымыҙсыларҙа ҡунаҡта

Беҙҙең тыуған яҡтарыбыҙ ҡуйырып үҫкән сал ҡыл­ғанлы, һутлы үләнле яландарға, мул һыулы, саф күл-йылғаларға бай. Хәйбуллала буранлы ҡыштарҙа ла, эҫе йәйҙәрен дә үлән утлап, өйөр-өйөр йылҡылар ҡыҙыра. Йәй етеү менән бейәләрҙе ҡолондарынан айырып, районыбыҙҙа ҡымыҙ эшләйҙәр. Башҡорт тоҡомло бейә һөтөнән әҙерләнгән был эсемлек шифалы ла, файҙаһы ла күп.

Әлеге көндәрҙә ошо шөғөл менән булышыусылар беҙҙең Әҙел ауылында ла бар. Дәрестәр тамамланғас, башланғыс мәктәбе уҡыусылары уҡытыусыбыҙ Алһыу Камалетдин ҡыҙы етәкселегендә йыл­ҡысылыҡ менән шөғөлләнеүсе Әнисә һәм Хәлей Байрамғоловтар ғаиләһенә юл тоттоҡ.

Өйҙәренә барып еткәндә хужалар төшкө һауынға әҙерләнә ине. Күмәкләшеп ат аҙбарына юл алдыҡ. Уның эсен бейә һауыу өсөн тәртәләр менән бүлгесләп, махсус урын әҙерләгәндәр. Ҡолондарҙы инәләренән айырып ҡуйҙылар. Бейәләр сиратлап тыныс ҡына махсус урынға теҙелде. Һауынсылар уларҙың елендәрен таҙа таҫтамалдар менән һөртөп алғандан һуң, баҫып тороп һауа башланы. Бер ҡул менән сүмескә генә ағыҙып, биҙрәләргә ҡойоп барҙылар.

Шул арала Хәлей ағай беҙгә аттарҙың төҫтәре тураһында һөйләне. Баҡтиһәң, аҡ төҫтәгегеләре – күк, күксәй, ҡыҙыл-һарылары – ерән, ҡыҙыл-ҡаралары – ҡоба, аҡта тимгел тамғалары булғандары – алмасыбар, һоролары туры тип йөрөтөлә икән. Аттар көтөүе түгел, ә йылҡы өйөрө, ат ите түгел, ә йылҡы ите, тип әйтергә кәрәк. Йыл­ҡы өйөрөн көслө айғыр йөрөтә. Элек ҡырағай аттар күп булған, уларҙы тарпандар тип атағандар, ә хәҙер ҡырылып бөткәндәр. Шәп сабыусы, етеҙ аттар­ҙы, юрғалар, толпарҙар, тиҙәр. Нәҫел өсөн ҡалдырылған йылҡы малы ҡур мал тип йөрөтөлә. Ҡолондарҙы ла йәштәре буйынса ҡолон, тай, ҡонан, дүнән, дүнәженгә бүләләр икән. Йылҡы малы тураһында әллә күпме ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр алдыҡ. Беҙҙең һөйләшеүебеҙҙе айырып бикләп ҡуйылған ҡолонсаҡтар, тәртәләр араһынан йомшаҡ морондарын һу­ҙып, ҡап-ҡара күҙҙәрен емелдәтеп күҙәтте.

Һауын тамамланғас, беҙҙе ҡымыҙ яһай торған бүлмәгә саҡырҙылар. Унда һикеләрҙә төтөндә ыҫланған ағас һауыттар ултыра ине. Һауылған һөттө шуларға ҡойғас, әсетке һалдылар ҙа ағас таяҡтар менән бешә башланылар.

– Йәйҙәрен көнөнә – 5, ә көҙөн 3 тапҡыр һауып алабыҙ. Һауылған һөт ҡымыҙға әйләнһен өсөн көнө буйы бешергә тура килә, – тип һөйләне Әнисә апай. Беҙ ҙә таяҡтар менән ҡымыҙҙы бешеп ҡараныҡ. Бик ҡыҙыҡлы, шулай ҙа ауыр эш икәнлегенә төшөндөк.

Аҙаҡтан беҙҙе һутлы үлән еҫтәре, әскелтем әрем тәмдәре килеп торған иң шифалы, сихәтле эсемлек – ҡымыҙ менән һыйланылар. Унда, беләһегеҙме, үлән тәме генә түгел, ә тыуған ауылыбыҙҙың саф һауа­һы, татлы һыуы, тәме бар ине. Бындай тәм тик тыуған еребеҙҙә генә була, ҡымыҙ аша ҡаныбыҙға һеңә. Шуға ла тормош елдәре ҡайҙа ғына илтһә лә, тыуған ауылыбыҙ беҙҙең йәнебеҙҙә, ҡаныбыҙҙа булыуын аңланыҡ. Ата-бабаларыбыҙҙың шөғөлдәрен дауам итеүсе уңған Әнисә апай менән Хәлей ағайға ҙур рәхмәттәребеҙҙе белдереп, матур тәьҫораттар менән ҡайттыҡ.

Башҡорт теле дәресендә ҡымыҙ тураһындағы күнегеү эшләгәндә беҙҙе бөтөнләй ҙә икенсе тойғолар солғап алды. Күҙ алдына киң яландарҙа утлаған йыл­ҡы өйөрҙәре, ҡойроҡтарын сәнсеп уйнаҡлаған ҡолондар, тәмле ҡымыҙ еҫтәре килде. Бай тәбиғәтле тыуған еребеҙ, үҙ йолаларын, борондан килгән шөғөлдәрен онотмаған халҡыбыҙ өсөн ғорурлыҡ тойғолары биләп алды.


Люциә ҠАРАСОВА, Гөлсәсәк СӘЙЕТОВА.
Хәйбулла районы, Әҙел башланғыс мәктәбе.

Читайте нас: