+8 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
29 Ноябрь 2019, 14:34
Самат, тиҙерәк һауығып сыҡ!
Сентябрь айында Самат Солтанов көтмәгәндә бәләгә осрағайны. Мәктәптән ҡайтып барғанда, аяғы тайып китеп йығылып, ҡулын һындырҙы.
Бына инде ике ай дауамында ул өйҙә ултырырға мәжбүр. Уҡытыусылар янына барып уҡыталар ҙа ул, тик Саматҡа синыфташтарының тауышы, улар менән бергә парта артында ултырыу, төрлө сараларҙа ҡатнашыу етмәй. Әммә беҙ уға күңелһеҙләнергә, һағынырға, юҡһынырға юл ҡуймайбыҙ. Синыфым менән һәр ваҡыт хәлен белергә барып йөрөйбөҙ. Ауырыу балаға ошонан да ҙур шатлыҡ бармы икән? Әлбиттә, юҡ.
Ә уҡыусымдың өйөнә килер алдынан Рәсәй халыҡтарының рухи-әхлаҡи мәҙәниәт нигеҙҙәре дәресендә үткән хәл белеү этикетын да хәтергә төшөрәбеҙ. Сөнки уның буйынса беҙ телефондан ата-әсәһенән ризалыҡ һорарға, янында күпме ваҡыт булыуыбыҙҙы иҫәпкә алырға, һөйләшеү барышында яғымлы, тотанаҡлы булырға, иҫәнләшеп инергә, һаубуллашып сығырға, ҡайтыр алдынан изге теләктәр теләргә тейешбеҙ. Уҡыусыларым хәлен белергә барғанда тәмле күстәнәстәр ҙә алырға онотмай. Барыбыҙ ҙа Саматтың тиҙерәк һауығып сығыуын көтәбеҙ.
Рәйсә ИСЛАМҒОЛОВА, V «Б» синыфы етәксеһе.
Ауырғазы районы, Талбазы лицейы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?