+7 °С
Ясна
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
20 Декабрь 2019, 12:34
Китаптың исем туйында
Ишҡол мәктәбендә Зөһрә Кашапованың балалар өсөн яңы донъя күргән «Тамсыҡай» китабының исем туйы булды. Мәктәп етәкселеге был сараға бик етди ҡараған, шуға ла осрашыу юғары кимәлдә үтте.
Зилә Фазылйәнова һәм Роза Ғариповалар ойошторған был йыйында балалар ҙа сығыш яһаны. Уҡыусылар Зөһрә Кашапованың шиғырҙарын һөйләне, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырлап, ижадына байҡау яһаны. Айгөл һәм Наҙгөл Хәбироваларҙың «Бөрлөгән» бейеүе, етенсе синыф малайҙары һәм өсөнсө синыф уҡыусылары башҡарған күмәк бейеүҙәр барыһының да күңеленә хуш килде. Бигерәк тә Мансур Ғиниәтов менән Айтуған Мәҡсүтовтың сығыштарын көслө алҡыштарға күмделәр. Етенсе синыф уҡыусыларының «Таң йондоҙҙары» бейеүе менән алтынсыларҙың «Башҡорт вальсы» ла һоҡланғыс ине.
Йырлы-моңло әҙәби кисәгә шағирәнең ҡыуанысын уртаҡлашырға ижадташ дуҫтары ла килде. «Йондоҙ» гәзитенең баш мөхәррире Азат Көмөшбаев менән шағирә Мәрйәм Сәлмәновалар йәш таланттарҙың сығыштарына юғары баһа бирҙе, оло рәхмәттәрен белдерҙе. Директорҙың тәрбиәүи эштәр буйынса урынбаҫары Динара Әбүзәрова һәм уҡытыусылар ҡунаҡтарға үҙҙәренең иң изге теләктәрен еткерҙе, уларға ижади эштәрендә уңыштар теләне.
Матур, төҫлө, сағыу һүрәттәр менән биҙәлгән «Тамсыҡай» кескәйҙәргә лә оҡшар, тип уйлайым.
Мәҙинә ЙӘҒӘФӘРОВА.
Әбйәлил районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?