+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
28 Декабрь 2019, 00:28

Ҡомаҡтар парады

Беҙҙең гимназияла Яңы йыл байрамына әҙерлек ҡыҙыу бара.

Уҡыу бүлмәләренә барып инһәң, үҙеңде бер сихри донъяға эләккән кеүек тояһың: матур итеп биҙәлгән шыршы, тәҙрәләрҙә аҡ ҡағыҙҙан яһалған төрлө-төрлө биҙәктәр, һындар, ҡар бөртөктәре...

Яңы 2020 йылдың хужаһы – Аҡ ҡомаҡ. Белем усағыбыҙға килеп ингәс тә һеҙҙе фойела иҫ киткес матур, һоҡланғыс ҡомаҡтар ҡаршы алыр. Һәр бер синыф йыл хужаһын төрлө материалдарҙан эшләгән. Төҫлө ҡағыҙҙан, бер тапҡыр ҡулланыла торған стакан­дар­ҙан, ҡатырғанан, һыу һауыттарынан, шыршы, йомшаҡ уйынсыҡтарҙан, шар­ҙарҙан яһал­ғандары ла бар. Ҡыҫҡаһы, кем нимәгә оҫта – шунан әҙерләгән.

Был бик ҡыҙыҡлы ла, сәмле лә ярыштан бер синыф та ситтә тороп ҡалманы. Әлбиттә, ата-әсәләрҙең дә ярҙамы ҙур булды. Уларға ҙур рәхмәт!

Ҡомаҡтарға ҡарап һоҡланмаған кеше юҡтыр?! Килгән һәр бер ҡунаҡ – ата-әсә, уҡытыу­сылар, уҡыусылар улар эргәһендә фотоға төшә.

Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙҙе лә ҡомаҡтар парадын ҡарарға саҡырам. Килеп күрегеҙ!


Рүзинә БАРЛЫБАЕВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Өфө ҡалаһы, 82-се гимназия.

Читайте нас: