-4 °С
Ҡар
VK
OK
Telegram
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
21 Февраль 2020, 14:44
Киң ҡоласлы талант эйәһе
Минең олатайым Иҙрис Ноғманов (Нөғәмәнов Ринат Мөҙәрис улы) – бик талантлы кеше. Утыҙ биш йыл ғүмерен ергә бағышлаған оҫта агроном, хәҙер хаҡлы ялда. Әммә ул буш ятмай.
Район яҙыусылары ойошмаһын етәкләй. Арымай-талмай йәмәғәт эштәрен дә башҡарырға өлгөрә. Үҙе яҙыусы ла. Биш китап авторы. Уның әҫәрҙәре республикабыҙҙың матбуғат биттәрендә лә донъя күрә. Тәжрибәле һунарсы булараҡ, хайуандарҙың, ҡоштарҙың ҡылыҡ-фиғелдәрен бик яҡшы белә: әҫәрҙәрендә тәбиғәт темаһы, уны һаҡлау кәрәклеге төп урынды алып тора ла инде. Бик күп әҙәби конкурстар еңеүсеһе. Уның әҫәрҙәрен ололар ҙа, балалар ҙа яратып уҡый.
Олатайымдың башҡа һөнәрҙәре лә етерлек. Ул оҫта итеп ҡош булып һайрай белә. Ҡумыҙҙа, гармунда, ҡурайҙа уйнай. Районда үткәрелгән ҡумыҙсылар бәйгеһендә – I урын, ҡурайсылар ярышында Гран-при яуланы, ә гармунсылар конкурсының дипломанты булды.
Үҙе бик күпте белә. Уға кәңәш һорап балалар ҙа, студенттар ҙа, ауыл кешеләре лә, хатта профессорҙар ҙа килә. Шундай ихлас, берәүҙең дә үтенесен кире ҡаҡмай, хәленән килгәнсә ярҙам итергә тырыша. Әхмәт һәм Ҡырҙас ауылдары тарихтары, ер-һыу атамалары, теге йәки был шәхес тураһында белешмә кәрәк булһа ла, уға мөрәжәғәт итәләр.
Мин олатайым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам.
Ләйлә НӨҒӘМӘНОВА, VI синыф уҡыусыһы.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май 2024, 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Новости партнеров
1 ғинуарҙа саҡ үлемдән ҡалған
На уровне молекул
“Ана капиталы” акчасы калган иде
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...