Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлағас, өләсәйем Стәрлетамаҡ педагогия институтына уҡырға инә. Аҙаҡҡы курста уҡып йөрөгәндә синыфташы, тәүге мөхәббәте Рәшит Абдулла улына кейәүгә сыға. Диплом алғас, йәш ғаилә тыуған яҡтарына ҡайтып, эш башлай. Ҡалала ҡалырға тәҡдим итһәләр ҙә, йәш уҡытыусы баш тарта, ата-әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булараҡ, уларҙы ҡараясаҡмын, тип үҙенә һүҙ бирә һәм һүҙендә тора ла.
Фәниә Зәки ҡыҙы 35 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлаған. Уҡыусылары күптән атай-әсәй, өләсәй-ҡартатай булып бөтһәләр ҙә, үҙен бер ҙә онотмайҙар. Йыл һайын килеп, хәлен беләләр. Рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, күстәнәс тә ҡалдыралар.
Өләсәйем йыр-моңға ла оҫта ул. Бик матур йырлай. Беҙгә башҡорт халыҡ йырҙарының тарихын һөйләй.
Ҡартатайым Рәшит Абдулла улы ла – бик уңған, тырыш, баҫалҡы, бала йәнле кеше. Ғүмер буйы колхозда прораб, рәйес урынбаҫары кеүек вазифаларҙа эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан.
Быйыл ҡәҙерлеләремдең бергә йәшәүҙәренә 46 йыл тула. Улар өс ҡыҙға һәм бер малайға ғүмер бүләк итә. Балаларын юғары уҡыу йорттарында уҡытып, матур туйҙар яһап, оло тормош юлына баҫтыралар. Туғыҙ ейән-ейәнсәрҙәре бар. Барыһы ла өләсәй менән ҡартатай янына ашҡынып ҡайта. Уларҙы ныҡ яраталар.
Хеҙмәт ветерандары булған яҡындарым әлеге көндә лә тик кенә ултырмай: кәртә тултырып мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Баҡсаларында төрлө емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр. Өләсәйем матур итеп таҫтамал сигә, ойоҡ-бейәләй, шәл бәйләй. Тәмле итеп бәлеш бешерә, телеңде йоторлоҡ ҡоймаҡ ҡоя.
Ауылыбыҙҙа үткәрелгән «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамында «Өлгөлө ғаилә» номинацияһында еңеүсе лә булдылар.
Яңыраҡ өләсәйемә 70 йәш тулды. Ҡәҙерле кешемә йомартлығы, сабырлығы, алсаҡлығы, ярҙамсыллығы – шундай шәп кеше булғаны өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Ҡартатайым менән бергә оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын һеҙгә!
Алтынай ЙӘМҒОРОВА, VII синыф уҡыусыһы.
Ейәнсура районы, Иҫәнғолдағы башҡорт интернат-гимназияһы.