-9 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Онлайн-түңәрәктәр

Был аҙнанан өҫтәмә белем биреү учреждениеларында түңәрәктәр ҙә онлайн рәүештә алып барыла башланы. Әлбиттә, бындай шөғөлләнеү алымына өйрәнеп китеүе бигүк еңелдән түгел, шулай ҙа балаларға, атай-әсәйҙәргә, уҡытыусыларға ла күнегергә тура киләсәк.

– Дистанцион уҡыуға алдан уҡ әҙерләндек, төрлө интернет ресурстарын ҡулланып, дәрестәр үткәреп ҡараныҡ. Ватсапта һәр синыфтың төркөмө лә бар, – ти Иҫәнғолдағы балалар сәнғәт мәктәбе педагогы Гөлфиә Хәлил ҡыҙы Вәлитова.

Ул бында 2012 йылдан алып эшләй, һынлы сәнғәт синыфында композия, һүрәт, биҙәү-ҡулланма сәнғәте, скульптура, сәнғәт тарихы дәрестәрен алып бара.

Каникул ваҡытында ла уҡыусылары бер ҙә тик ятмаған. Өйгә бирелгән эштәрен башҡарғас, уны фотоға төшөрөп, уҡытыусыларына ебәргән.

– Ниндәйҙер хаталарын табып, үҙгәртергә кәрәк булһа, аңлатып яҙып ебәрәм. Унан оҡшамаған урын­дарын төҙәтеп, эштәренең фотоларын ҡабаттан һалалар, – ти уҡытыусы.

Был синыфта уҡыусылар һынлы сәнғәт төр­ҙәрен өйрәнә. Мәҫәлән, биҙәү-ҡулланма сәнғәте дәрестәрендә кейеҙ һуғыу, туҡымалар­ҙан паннолар эшләү, сигеү серҙәренә төшөнәләр. Эшләгән янсыҡтары, селтәр­ҙәре лә күҙҙең яуын алырлыҡ!

– Беҙҙең программабыҙ дүрт йылға иҫәпләнгән. Тәүге йылды уҡыусыларҙы төрлө эш ысулдары менән таныштырабыҙ. Ул кейеҙҙән эшләнгән уйынсыҡмы, туҡыманан яһалған ҡурсаҡмы, стилләштерелгән селтәрме, янсыҡмы, башҡорттоң тамбур сигеүеме – барыһын да балалар тырышып өйрәнә. Уларҙан район мәҙәниәт йортонда күргәҙмә ойошторабыҙ. Беҙҙә уҡығандар үҙҙәренең киләсәген рәссам, дизайнер, скульптор кеүек һөнәрҙәр менән бәйләй, – ти Гөлфиә Хәлил ҡыҙы.

Һынлы сәнғәт синыфында уҡыусыларҙың уңыштары хаҡында ла әйтеп китмәйенсә булмай. Республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конкурстарҙа яулаған дипломдары, Почёт грамоталары бихисап уларҙың. 2017 йылда республика кимәлендә ойошторолған «Алтын даға» бәйгеһендә Гран-при яулап та һөйөнгәндәр. Уҡыусыларының эштәрен Өфө, Сибай, Баймаҡ ҡалаларында үткәрелгән төрлө күргәҙмәләргә лә алып барып күрһәтәләр.

Балалар сәнғәт мәктәбендә өлкәндәр өсөн дә йылына ике-өс тапҡыр оҫталыҡ дәрестәре ойошторолоуын белдек. Улар үҙҙәре менән кәрәк-яраҡтар килтереп, ниндәйҙер әйбер эшләргә өйрәнеп, рәхмәт әйтеп, ҡыуанып ҡайтып китә икән. Кейеҙҙән баш кейеме, шарф һуға ла белә икән күптәре.

Бында уҡыусыларҙың эштәренә һоҡланып та, бер аҙ көнләшеп тә ҡарап ҡуяһың. Төрлө яҡлап һөнәрле булыу һәйбәт инде ул. Юҡҡа ғына: «Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең – үҙеңә», – тимәйҙәр бит. Етмәһә, мәктәптә уҡыуҙы тамамлағас, ошо йүнәлештә белем алыуыңды дауам итергә лә мөмкин.

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Ейәнсура районы.

Читайте нас: