+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
10 Апрель 2020, 12:03
Рух һәм илһам байрамы
Аҡъярҙағы 2-се мәктәпкә районыбыҙҙың барлыҡ белем усаҡтарынан туған телен өҙөлөп яратҡандар шиғыр һөйләүселәр бәйгеһенә йыйылды. Был күркәм сара Башҡорт теле йылы айҡанлы ойошторолоп, туған телебеҙгә, районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Милли рухта биҙәлгән тамаша залы беҙҙе моңло көйҙәр менән ҡаршы алды. Ул шығырым тулы ине. Ҡатнашыусыларҙың һаны быйыл ныҡ күп булды. Бәләкәстәр ҙә, өлкән синыфтар ҙа матур әҙерләнгәйне.
Беҙҙең Подольск мәктәбе уҡыусыһы Лиана Рахманғолова яратҡан шағиры Рафаэль Сафиндың «Ҡыр ҡаҙҙары» шиғыры менән залда ултырыусыларҙың күңелдәрен хисләндерһә, V «А» синыфы уҡыусыһы Илида Сабирова «Тел кәрәк, тибеҙ» шиғырын бик оҫта һәм тасуири итеп һөйләп ишеттерҙе.
Күңелдәрҙе илһамландырған, йөрәктәрҙе рухландырған был матур байрам барыбыҙға ла бик оҡшаны. Бәйгелә ҡатнашҡан һәр уҡыусы Маҡтау ҡағыҙҙары, сертификаттар менән бүләкләнде.
Гүзәлиә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА,
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Хәйбулла районы, Подольск мәктәбе.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?