Ысын ирекле алғы көн өсөн
Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде!
Стена сәғәте бер туҡтауһыҙ текелдәй ҙә текелдәй: «тик-так, тик-так...» Мин аҙашып, икһеҙ-сикһеҙ бүлмәләр буйлап йөрөйөм. Ишектәр асыла, оло тәҙрәләр аша һүрән генә нур төшә. Шул саҡ: «Мин ҡайҙа, өнмө был төшмө, ҡышмы был әллә яҙмы?» – тип уйлап ҡуям. Ҡапыл бер бүлмәлә туҡтап ҡалам: парталар, ултырғыстар...
Өҫтәл артында ултырған ҡарпыш ҡолаҡлы бер йәш кеше миңә йылмайыбыраҡ ҡарай. Албырғап киттем. Ҡайҙа күрҙем һуң әле был үткер ҡараштарҙы? Үҙемдән әллә ни оло ла түгел, тик кейемдәре ниндәйҙер сәйерерәк, башында нағышлы түбәтәй... Уны беҙҙә әллә ниҙә бер генә кейәләр, байрамдарҙа ғына...
– Һаумы, һылыу? Һин аҙаштыңмы, әллә минме? Үт, үт... Танышайыҡ булмаһа.
Ул йылмайғандай итте, ә мин бағана кеүек ҡатып ҡалдым. Өҫтәлдә онотолған китап ята, таҡтаға аҡбур менән бөгөнгө көн яҙылған. Бәй... Был бит беҙҙең синыф бүлмәһе! Ә өҫтәлдә – Бабич китабы, уны кем онотто икән? Мин алға ынтылдым, теге ағайға етәрәк һөрлөктөм, тик ҡоламаным.
– Ағай, мин һеҙҙе таныным, һеҙ бит Бабич! Ҡайҙан бында килеп сыҡтығыҙ?
Беҙ бер туҡтауһыҙ һөйләшәбеҙ. Ул һорауҙар бирә, ә мин һөйләйем дә һөйләйем. Тотлоғам, көлөп тә ебәрәм. Үҙемә шул тиклем рәхәт, шатлығым эсемә һыймай... Их, ҡайҙа икән минең иптәштәрем? Улар ҙа Бабичты күрһендәр ине! Бүлмә яҡтыра бара, нур тула, тәҙрәләр асыла. Тышта яҙ икән, бүлмә ҡоштар йыры менән тула. Мин Бабичтың ҡайһы бер шиғырҙарын үҙенә яттан һөйләйем. Ул өҫтәлдәге китапты ентекләп ҡарай, йөҙө көләс, туҡтауһыҙ йылмая, шаяртып та ала. Күңелем шул тиклем ҡанатланды.
– Бабич ағай, һине халҡың, илең генә түгел, бөтә донъя белә. Йәш кенә ғүмерең бушҡа үтмәне. Ижадың, азатлыҡ өсөн көрәшең – мәңгелеккә халҡың күңелендә. Башҡорт халҡы үҙеңде хөрмәт итә. Һин беҙҙең арала ошолай матур, ғорур, йәш көйө атлайһың. Шиғырҙарыңды йыр итеп йырлайҙар, һөйләйҙәр, уҡыйҙар, өйрәнәләр. Һаҙағайҙай ғына ҡыҫҡа ғүмерең яҡты нур булып, һыҙылып үтһә лә, һин мәңгелек һәм бөйөкһөң! Һине онотҡан кеше башҡорт була алмаҫ!
...Ҡапыл ишек асылды, мин уянып киттем. Бабич ағайымдың беҙҙең дәүергә арнап әйткән рәхмәт һүҙҙәре ҡолағым төбөндә йыр булып ағылды.
Ләйлә ИШБАЕВА.
Әбйәлил районы, Асҡарҙағы Таһир Күсимов исемендәге гимназия.