+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Инәйҙәр килде ҡунаҡҡа

Балалар баҡсаһына «Суҡмуйыл» фольклор төркөмө инәйҙәрен саҡырып, ҡыҙыҡлы осрашыу үткәрҙек.

Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙы Ҡырымда уҙған фестивалдә ҡатнашыуҙары һәм беренсе урын яулап ҡайтыуҙары хаҡында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Ул үҙе әҙерләп алып килгән бүләктәре менән дә ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы һөйөндөрҙө. Фольклор төркөмө етәксеһе Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙы, унда йөрөүсе дәртле инәйҙәр – Хәтирә, Фатима Мансуровалар, Мәмдүҙә Солтанова, Зифа Хисмәтова кескәйҙәргә башҡорт йолаһын күрһәтте.

Балалар кисәнең төп биҙәге булды. Улар атай-әсәйҙәре теккән төрлө милләт халҡының кейемдәрен кейеп, шиғыр һөйләп, матур йырҙар башҡарып, ҡунаҡтарҙы ҡыуандырҙы.

Осрашыуҙа ҡатнашыусы «Суҡмуйыл» төркөмө инәйҙәренә, уларҙың етәксеһе Гөлсәсәк Сәлмән ҡыҙына, балаларға фәһемле мәғлүмәт еткереүсе Фәүҡинур Сәлмән ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Алдағы көндәрҙә тағы ла осрашырға яҙһын.

Миләүшә ҒӘБИТОВА.
Әбйәлил районы, Үтәгән ауылы.

Читайте нас: