+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
5 Июнь 2020, 12:19
Башҡорт ҡурсаҡтары уйнап үҫһендәр!
Ҡурсаҡ – бала саҡтың иң сағыу хәтирәһе. Француз яҙыусыһы Сент-Экзюпери: «Ҡурсаҡһыҙ бәләкәй ҡыҙыҡай — балаһыҙ ҡатын кеүек», – тигән. Ҡурсаҡ уйнап үҫкәндәрҙә буласаҡ әсә сифаттары тәрбиәләнелә.
Ниғәмәт ауыл биләмәһендә «Ҡурсаҡ байрамы» үткәрелгән ине. Был сара һаман да күптәрҙең хәтерендә һаҡлана.
Ҡартатайҙары мәрхүм булып, балалары ауылға ҡайтҡанында ағинәйҙәр ҡоро рәйесе Фәрзәнә Мөхәмәтшина ейәнсәре Кәримәгә ҙур ғына ҡурсаҡ бүләк итә. Ҡыҙ уға Гөлнәзирә тип исем ҡуша.
– Ҡартәсәй, мин ҡурсаҡты алып ҡайтмайым. Һин бит хәҙер бер үҙең, Гөлнәзирә менән йәшәрһең, – тип ҡәҙерлеһен илата.
– Ярай, улай булғас, һинең ҡурсағыңа башҡорт кейеме тегеп кейҙерермен, – тип ул вәғәҙә биреп ҡала.
Ниғәмәттәге бер оҫта ғына ҡатынды ярҙамға саҡырып, ҡурсаҡҡа милли кейем тегәләр. Фәрзәнә апай Гөлнәзирәне тотоп, балалар баҡсаһына, мәктәпкә башланғыс синыфтарға осрашыуға бара. Шунан биләмәлә «Ҡурсаҡты милли кейем менән кейендереү» буйынса конкурс иғлан ителә. Уның талаптарына ярашлы, ҡыҙҙар әсәйҙәре, өләсәйҙәре менән ҡурсаҡтарына милли кейем һәм биҙәүестәр эшләй, матур башҡорт исеме ҡуша, ҡурсаҡты сәңгелдәктә бәүетеп, йоҡлатыу өсөн бишек йырҙары өйрәнә.
Байрамды тәүҙә – балалар баҡсаһында, шунан – мәктәптә, артабан клубта ойошторалар. Милли кейемле һәм биҙәүесле ҡурсаҡтарҙы район һабантуйына халыҡ кәсептәре күргәҙмәһенә лә алып баралар.
Үҙебеҙҙең ҡыҙҙарыбыҙҙы шулай милли рухта тәрбиәләһәк, ҡайһылай яҡшы булыр ине! Барби ҡурсағы урынына зауыҡлы башҡорт кейемендәге Гөлнәзирә йәки Айһылыу исемле ҡурсаҡ тотоп уйнап, уны башҡортса йырлап бәүетеп ултырған, башҡорт булыуҙары менән ғорурланған ҡыҙҙар – буласаҡ милләт әсәйҙәре үҫтерәйек.
Гүзәл МОНАСИПОВА.
Баймаҡ районы.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән