Тәүгеһе Байрас Азаматовҡа тапшырылды. Ул беҙҙең ышанысты аҡланы. Тиҙҙән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультетын тамамлай ул. Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, мәғариф һәм фән министрлыҡтарының, Башҡортостан Башлығының һәм Йәштәр эшмәкәрлеге буйынса федераль агентлыҡтың Маҡтау һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Социаль проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса федераль һәм төбәк гранттары еңеүсеһе булды. «Ҡымыҙ-брейк» Баймаҡ районы йәштәре өсөн мәғариф форумы (2017), «Йәш эшҡыуарҙар» өсөн форсайт-мәктәп, башҡорт телендә дебат уйындары буйынса «Аҫылташ» чемпионаты (2018), «Аҫылташ» медиаүҙәге, «Аҫылташ» ресурс үҙәге, «Ямаш» йәштәр программаһы (2019), «Йәш яҡташтар» берлектәре ассоциацияһы менән берлектә алып барылған проекттарҙың да етәксеһе үҙе.
Байрастан һуң премияға Гөлдәр Ғафарова, Йәнбикә Ғәлиәкбәрова, Алтынай Мусиналар лайыҡ булды. Башҡорт теле буйынса олимпиада-конкурстарҙа, конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыусыларға Рәхмәт хаттары ла тапшырыла.
Быйыл иһә был премия шиғыр бәйгеләрендә алдынғылыҡты бирмәгән, Татарстанда фәнни-ғәмәли конференцияла беренсе урын алған, 112-се Башҡорт атлы кавалерия дивизияһына бағышланған республика фәнни-ғәмәли конференцияһында, БДУ үткәргән олимпиадала призёр булған Нәркәс Вәлиеваға тәтене. Шулай уҡ башҡорт теле буйынса конкурстарҙа иң әүҙем ҡатнашыусы Динислам Ситдиҡов, Ильяс Ғүмәров, Айнагөл Байраҡаева, Әлиә Ҡотоева, Зөлфирә Абдрахманова, Алина Исламова, Динә Ҡасҡынбаева, Гөлфиә Йәнтүрина, Гөлнәзирә Хәмитова, Азалиә Фәррәховаларға Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Йыл һайын әсәләре Сәлимә Өмөтбаеваны хөрмәтләп, уның юлын дауам итеүсе уҡыусыларҙы дәртләндереп, премия тапшырыусылар – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Илдар һәм Илгиз Хәйруллиндарға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Мин дә, Сәлимә Өмөтбаеваның уҡыусыһы булараҡ, уҡытыусымдың данлы юлын дауам итеп, балаларҙа туған телебеҙгә ҡарата ихтирам, һөйөү тәрбиәләп, уның байлығын, матурлығын бай йөкмәткеле әҫәрҙәр аша еткереп, ныҡлы рухлы, көслө ихтыярлы, эшһөйәр, илһөйәр, телһөйәр, заман менән бергә атлаған Башҡортостаныбыҙҙың ышаныслы киләсәген – шәхестәрен үҫтереү маҡсаты менән янып йәшәйем.
Уҡыусыларымдың күбеһе филология юлын һайлап, һөнәрҙәре буйынса уңышлы ғына эшләй. Практикаға ла үҙемә ҡайтып, ҡанаттарын нығытып китәләр. «Башҡорт теле уҡытыусыһы» конкурсында «Өмөтлө уҡытыусы» номинацияһында еңеүсеһе Ләйсән Мостафина, йәштәр грантына лайыҡ булып, Мәғарифты үҫтереү институтында эшләүсе Гөлфирә Миңләхмәтова, «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрселәре – Гөлдәниә Һағынбаева, Лиана Сәғитова, Сөмбөл Ыласынова, телевидение-радиола эшләүселәр – Сәлиә Мөхәмәтғәлина-Хөснуллина, Әлфирә Сәғитова-Сынбулатова, Фәтих Мулләхмәтов, Нурия Фәтхуллина, Гөлниса Сафина, Фәрүәз Рафиҡов, Гөлдәр Ишйәрова, Салауат Заманов, Гөлшат Исхаҡовалар һәм, әлбиттә, алда телгә алған, киләсәге бик өмөтлө булған Байрас Азаматовтар менән хаҡлы рәүештә ғорурланам.
Быйылғы Башҡорт теле йылында уҡытыусым Сәлимә Сафа ҡыҙына мең рәхмәттәремде әйтәм. Үҙе иҫән саҡта һәр саҡ кәңәшсе лә, терәк-таяныс та булды, һәр сарала миңә алдынғылыҡ юлын күрһәтте. Ул:
– Бейеклек, бөйөклөк яула, уҡыусыһы остазынан юғарыраҡ булһа, уҡытыусының баһаһы шунда күренә! – тиер ине.
Мин дә шул һүҙҙәрҙе иҫтә тотоп, юлымды һайлаған уҡыусыларыма илебеҙ, халҡыбыҙ өсөн файҙалы эштәр ҡылып, бейеклек, бөйөклөктәр генә яулауҙарын теләйем.
Әлнисә АЛДЫРХАНОВА-КӘРИМОВА, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Сибай интернат-гимназияһы.