+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Октябрь 2020, 17:48

Һағынам баллы йәйҙе

Көтөп алған йәмле йәйҙәр, каникул көндәре лә күптән артта ҡалды. Алтын көҙ етте. Аллы-гөллө сәскәле, еләкле һәм баллы йәй айын һалҡын ҡыш көндәрендә лә һағынып иҫкә алырмын инде.

Һәр йылдағыса, мин йәйге ялымды бик күңелле һәм файҙалы үткәрергә тырышам. Ҡулымдан килгәнсә атай-әсәйемә, олатай-өләсәйҙәремә, ҡартәсәйемә ярҙам итәм. Йәй­ҙең бер көнө ҡышты туйҙыра, ти әсәйем. Апайым һәм туғандарым менән емеш-еләк йыйырға, дарыу үләндәре киптерергә лә өлгөрҙөк. Тәмле ҡайнатма һәм һуттар әҙерләнек. Еҙем һәм Һүрәм йылғаларында рәхәтләнеп һыу индек.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә әҙ, тиеп әйтһәләр ҙә, ҡыҙҙарға ла булдыҡлы, эшһөйәр булып үҫеү айырыуса мөһим. Сөнки тормошта һәр белгән һөнәрең кәрәк буласаҡ. Мин дә атай-әсәйемдән күп нәмәгә, төрлө эшкә өйрәнәм.

Быйылғы йәйҙә Ейәнсура районы Сиреғол ауылында йәшәүсе ҡартәсәйем янында ял иткән ваҡытта Әхмәтғариф ҡартатайымдан килгән умартасы һөнәрен үҙләштерҙем. Беҙ быға тиклем дә Наҙгөл апайым менән бергә атайыма бал ҡорттарын ҡараша инек. Уның эргәһендә йөрөп, күпкә өйрәнгәйнек инде. Ә быйыл, атайымдың башҡа эштәре булғанға күрә, ошо йәйҙә бал ҡорттарын Ислам ағайым менән икәүләшеп ҡараныҡ, тиһәм дә хата булмаҫ.

Йәйге эҫелә емеш баҡсаһы гөж килеп тора. Бал ҡорттары көн дә бер-ике тапҡыр айыра. Ә айырған күсте тотоп өлгөрмәһәң, ситкә осоп китеүе лә бар. Шуға күрә лә баҡсаға сығып, иғтибар менән уларҙы күҙәтеп, ҡарап ҡына торҙоҡ. Ул арала, атайым өйрәткәнсә, мин умартаға ҡуйыр өсөн рамдар эшләнем. Иң беренсе уның таяҡсаларын тишеп, бер-береһенә беркетеп ҡуйҙым. Тишектәрҙән тимерсыбыҡ үткәрҙем. Һуңынан балауыҙ йәбештерҙем. Бөтәһе 500-гә яҡын умарта рамы әҙерләнем. Уларҙы теҙеп өйөп ҡуйыу минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды. Бынан тыш, иҫке умарталарҙы ҡырып йыуып, яңынан ҡулланыу өсөн әҙерләп ҡуйҙым. Ә төндә иһә ағайым менән көндөҙ тотҡан күстәребеҙҙе шунда яптыҡ. Бушҡа сәбәләнмәһәң, бал ҡорттары саҡмай икән. Шуға күрә улар янында үҙеңде ты­ныс тоторға кәрәк.

Бал елгәртеү, тәүге уңышты ауыҙ итеү — былар барыһы ла иҫ киткес ҡабатланмаҫ мәлдәр! Матур үтте йәйҙәрем. Хәҙер инде рәхәтләнеп татлы ризыҡ менән һыйланам.

Бына шулай тәмле, шифалы бал ашайым, тиһәң, егәрле бал ҡорттары кеүек, бик тырышып эшләргә генә кәрәк. Сөнки хеҙмәт кешене матурлай, биҙәй, бәхетле итә. Быны мин яҡшы аңлайым.


Нургөл ТАЙСИНА, IX «А» синыфы уҡыусыһы.
Өфө районы, Шамонин мәктәбе.

Читайте нас: