+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беҙгә килгән хаттарҙан
30 Октябрь 2020, 19:24

Айгүзәл беҙҙе һоҡландыра

Кеше бала саҡтан үҙенә оҡшаған һөнәрҙе үҙләштерә башлай. Ә кемдер бер һөнәр менән генә сикләнмәй, тағы эҙләнә, һайлай. Сөнки уның күпте белгеһе килә. Шундайҙарҙың береһе – минең һеңлем, Баймаҡ ҡалаһының 4-се лицейында уҡыған Айгүзәл Зәйнуллина.

Ул ғаиләлә уртансы бала булараҡ, яҡшы һеңле, өлгөлө апай ҙа. Атайым менән әсәйемдең – уңған ярҙамсыһы, ғорурлығы. IV синыфта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, бешеренергә, ҡул эштәре менән булырға ярата. Ныҡ оҫтарып алған. Һәр нәмәгә өлгөрөргә тырыша. Гөлнара Әкрәм ҡыҙы Әбләева үткәргән йыр түңәрәгенә йөрөй. Гөлнара Ҡазыхан ҡыҙы Мөстәхетдинованан һүрәт төшөрөү нескәлектәренә өйрәнһә, «Сулпылар» студияһында Лилиә Ғәзизйән ҡыҙы Йәрмөхәмәтова етәкселегендә бейеү менән шөғөлләнә.

Айгүзәл мәктәп тормошонда ла бик әүҙем ҡатнаша. 2019 йылда Гагарин күбогына үткәрелгән район олимпиадаһында математика фәненән еңеүсе булды. Шиғыр, йыр, сәхнәләштереү кеүек ярыштарҙың береһенән дә ситтә ҡалмай.

– Айгүзәл тураһында бик күп һөйләргә була. Беренсенән, шуны әйтер инем: үҙен синыфташтары ныҡ ярата. Ярҙамсыл, һәр кем менән матур итеп, йылмайып ҡына һөйләшә. Бер ваҡытта ла асыуланмай. Шуға ла синыфта гел уны староста итеп һайлайҙар. Минең дә – уң ҡулым, Айгүзәлгә нимәлер аңлатып, эшләүен һорап тороу кәрәкмәй. Ул ҡарашымдан аңлап, ярты һүҙҙән кәрәклеһен башҡарып та ҡуя. Уҡыу алдынғыһы ла, матур йырлай һәм бейей. Синыф, лицей күләмендә үткәрелгән сараларҙың ҡап уртаһында ҡайнай.

III синыфта Мостай Кәримдең 100 йыл­лығына «Беҙҙең өйҙөң йәме» әҫәренән өҙөктө спектакль итеп ҡуйҙыҡ. Айгүзәл шул тиклем Оксанаға оҡшаған: оҙон һары сәсле, бәләкәй генә кәүҙәле. Тик уға был ролде бирмәнем, сөнки спектаклдең башынан әйҙәп алып йөрөүсе кәрәк. Бер ваҡытта ла юғалып ҡалмаған уҡыусыма Йәмилдең өләсәһе булып уйнарға тура килде. Бер ҙә һынатманы ул. Был ролде бик оҫта, килештереп башҡарҙы. Торғаны артист инде. Спектакль уйнаған мәлдә кемдер һүҙҙәрен онотоп ебәрһә, өләсәй булараҡ, тиҙ генә яйын таба һалды. Үҙе һүҙҙәр уйлап, башҡаларға ярҙам итә белеүе – уҡыусымдың шундай һәләтле икәнлеге тураһында һөйләй. Уның һүрәт төшөрөү оҫталығы ла бар, төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Шулай Хоҙай бирһә, бирә бит, һәләтен дә, аҡылын да. Айгүзәлдең һәләттәрен үҫтерергә бөтә көстәрен һалған ата-әсәһенә ҙур рәхмәт, – тип маҡтап һөйләй синыф етәксеһе Зөбәйҙә Әүхәҙи ҡыҙы Тойғонова.

Һеңлем уҙған уҡыу йылында Гагарин кубогына үткәрелгән олимпиадала муниципаль этапта еңеп сыҡҡас, быйыл да көсөн һынап ҡарарға уйлай. Тағы ла башҡорт теленән Бөтә Рәсәй уҡыусылары өсөн ойошторолған олимпиадала ҡатнашыр өсөн дә әҙерлек башланы. Әйткәндәй, былтырғы уҡыу йылында башланғыс синыф уҡыусылары дәреслектәрендә Ат образы темаһына эҙләнеү эше башҡарып, районда призлы урын яуланы.

Айгүзәл ниндәй генә эшкә тотонһа ла, уны аҙағына тиклем еткерергә тырыша. Һәр яҡлап шәп, өлгөр һеңлемә киләсәктә лә уңыштар һәм тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләүен теләйем.

Йәнгүзәл Зәйнуллина, йәш хәбәрсе.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Читайте нас: