Бөгөнгө интернет заманында күп тиҫтерҙәрем әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыуҙы өнәп еткермәй. Ә мин, киреһенсә, тормошомдо китапһыҙ күҙ алдына килтерә алмайым. Был хазинаны бер ниндәй ҙә телефон, компьютер, интернет селтәре лә алыштыра алмай. Китапты ҡулыңа алып, биттәрен аса-аса, унда барған хәл-ваҡиғаларҙы күҙ алдынан үткәреп, төрлө уйҙарға биреләһең. Күп нәмәгә өйрәнәһең, фәһем алаһың. Шуға ла хәреф таный башлағандан алып китап минең яҡын дуҫыма, аҡыллы кәңәшсемә әйләнде.
Яратып уҡыған әҫәрҙәрем бик күп, ә шулай ҙа Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы айырыуса күңелемә яҡын. Ул шул тиклем мауыҡтырғыс итеп яҙылған, үҙемде серле бер донъяға барып ингәндәй тойҙом, онотолоп уҡыным. Бигерәк тә төп герой Йәмил оҡшаны. Уның менән бергә ҡайғырҙым, ҡыуандым, әйтерһең дә, малай урынында үҙем йөрөйөм. Был образ булмышыма шул тиклем тап килеп тора, тип әйтһәм дә була. Үҙем дә ғаиләлә берҙән-бер бала инем, Йәмил һымаҡ һеңлем булыуы хаҡында хыялландым. Ул Морат дуҫының һеңлеһенә күҙе ҡыҙып йөрөгән кеүек, үҙем дә һәр ваҡыт туғандары булған дуҫтарыма ҡыҙығып ҡарай торғайным. Ағай булһам, минән дә бәхетле кеше булмаҫ кеүек ине. Әсәһе өйҙәренә һары сәсле, зәңгәр күҙле украин ҡыҙы Оксананы алып ҡайтҡас, Йәмил кисергән тойғоларҙы үҙем кисергәндәй, ҡанатланып, үҙемде күктең етенсе ҡатына осҡандай хис иттем. Һеңлеңә ағай булыу – үҙе оло ҡыуаныс, мин дә бит күптән түгел генә ошондай бәхетте татыным. Атай-әсәйем игеҙәк һеңлеләремде алып ҡайтҡас, беҙҙең өйөбөҙ ҙә нурға төрөндө – ғаиләбеҙҙең биҙәгенә әүерелде ҡыҙҙар. Быны әйтеп аңлатырлыҡ түгел.
Бер ғаилә яҙмышы аша халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты, туғанлыҡты һүрәтләүгә өлгәшә Мостай Кәрим. Оксана менән Йәмилдең бер туғандай яҡын, татыу булыуҙары быға асыҡ миҫал. Петро ағай Оксананы үҙ тыуған яғына алып ҡайтып киткәс, күңелемә бик ҡыйын булды. Хатта күҙемә йәштәр килеп тығылды. Йәмил урынында үҙем булһам, өйөбөҙҙөң йәменә әйләнгән һеңлеләремде берәүгә лә биреп ебәрә алмаҫ инем, тип уйлап ҡуйҙым.
Повесты уҡып бөткәс, оҙаҡ ваҡыт Оксана менән Йәмил хаҡында онота алмай уйланып йөрөнөм. Әлбиттә, был бары тик ябай китап ҡына бит инде, әммә кеше күңеленә үтеп инерлек тылсымға, йөрәк ҡылдарын сиртерлек сихри көскә эйә. Ниндәй генә заманда йәшәһәк тә, кешеләргә изгелек итеү, ярҙам ҡулы һуҙыу өйҙө генә түгел, тормошто ла йәмләй, тигән фекергә килдем. «Беҙҙең өйҙөң йәме» үҙ ҡанатына ултыртып мине Йәмил менән Оксананың донъяһына осорға алып киткәндәй булды. «Китап ҡанатлы була ул», – тигән һүҙҙәр ошолор, күрәһең.
Илвир РӘХМӘТУЛЛИН, VI «А» синыфы уҡыусыһы.
Әлшәй районы, Раевкалағы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге башҡорт лицейы.