+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бай тарихлы беҙҙең музейҙар

Кешелектең алға этәргес көсө, рухи аҙыҡ сығанағы – уның үткәне, йәмғиәтенең, иленең, халҡының тарихы, арҙаҡлы шәхестәренең фәһемле тормошо. Ошо баһалап бөткөһөҙ рухи байлыҡты туплау йәһәтенән музейҙар үҙенсәлекле урын биләй. Улар – ҡәҙерле ҡомартҡыларҙы, башҡа бер ҡайҙа ла осрамаған, ҡабатланмаҫ мәғлүмәттәрҙе һаҡлаған, киләсәк менән үткәнде тоташтырыусы күпер, изге урын ул.

Мәктәбебеҙҙә ике музей һәм Рәшит Назаровҡа арналған кабинеттың булыуы менән ауылыбыҙ халҡы хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Тап белем усағында тыуған яҡты өйрәнеү музейының эшләп килеүе тормош уртаһында ҡайнаған уҡытыусылар идеяһы булыуы һис тә осраҡлы түгел. Киләсәк быуынға белем-тәрбиә бирһендәрме, халыҡ араһында мәҙәни-ағартыу эштәре алып бар­һындармы, колхоз-совхоздарға ауыл хужалығы эштәрендә яр­ҙам итһендәрме – улар һәр саҡ алғы сафта йөрөгән. Был изге эшкә алдан күрә белеүсе, фиҙаҡәр хеҙмәт емештәренең киләсәк быуын өсөн алтынға тиң хазина икәнен тойомлаусы башҡорт теле уҡытыусыһы Фәрхинур Мәһәҙей ҡыҙы Назарова нигеҙ һала. Данлы, шанлы XX быуаттың илленсе йылдары ла халҡыма һынау артынан һынау килтергән осор: дәһшәтле ауыр һуғыш йылдарынан һуң илде аяҡҡа баҫтырырға, ауыл хужалығын, сәнәғәтте тергеҙергә... Тыныс тормошҡа күскән һәр кем еңеү еңел бирелмәүен, тарихыбыҙҙың ошо биттәре тейешенсә баһаланырға, һаҡланырға тейеш икәнлеген аңлай. Ауылдаштарын, мәктәп уҡыусыларын ылыҡтырып, Фәрхинур апай музей өсөн кәрәкле мәғлүмәттәрҙе, экспонаттарҙы туплай башлай. Иң тәүҙә Төрөмбәт ауылы биләмәһенә ҡараған дүрт ауылдан яуға киткән 268 кеше тураһында мәғлүмәт, фотолары, документтары, улар­ҙың шәхси әйберҙәре йыйыла.

Бер ыңғайҙан хәбәрһеҙ юғал­ғандар исемлеген төҙөү өҫтөндә лә эш алып барыла: ҡыҙыл эҙәрмәндәр отрядтары менән күп йылдарға һуҙылған бәйләнешкә юл һалына, күп кенә исемдәр асыҡлана. Әлеге ваҡыт­та музейҙың ҙур урынын алып торған «Бер кем дә, бер нәмә лә онотолманы» стендынан беҙгә 268 яҡташыбыҙҙың яҡты рухы нур бөркә, уларҙың 138-е яуҙан әйләнеп ҡайтмаған. Беҙҙең яҡты тормош өсөн утты-һыуҙы кискән олатайҙарыбыҙ, өләсәйҙәребеҙ алдында баш эйәбеҙ.

Айырым батырлыҡ битен легендар Шайморатов дивизияһында Берлинғаса юл үткән ауылдаштарым яҙған. 28 ҡыйыу яугирыбыҙ атлы башҡорттоң боронғонан килгән данын тағы бер раҫлаған. Уларға айырым стендтар эшләнгән. Экспонаттар араһында наградалар, тәмәке янсыҡтары, хаттар, карталар, пулялар, хәрби кейемдәр ҙә бар.

Тағы ла тарихыбыҙҙағы өс һуғыштың да ветерандарына, фронттың бар әсе-сөсөһөн иңдәрендә күтәргән һалдат әсәләренә, тол ҡатындарға арнал­ған стенд та ҡуйылған. Тиҫтә йылдар буйына халыҡтан көнкүреш кәрәк-яраҡтары ла йыйыла. Нимә генә юҡ бында: еҙ тас та, боронғо үтек тә, киле лә, йөн иләгес ҡоролмалар ҙа, патефон да, милли кейемдәр ҙә...

Бынан тыш, биләмәбеҙҙә ойошторолған колхоз, комсомол, мәктәп, пионер ойошмаһы тарихы тураһында һөйләүсе мәғ­лүмәттәр ҙә бихисап. Нумизматика, боронғо китаптар бүлеге быуаттар аша килеп еткән ҡомартҡыларҙы һыйындырған.

Юҡҡа сығыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, йыйылған баһалап бөткөһөҙ ҡомартҡыларға һәр ваҡыт һоҡланып ҡарайбыҙ. 1980 йылда рәсми рәүештә музей статусы алған хәтер бишегебеҙҙең иң түренә Фәрхинур апайҙың портреты ҡуйылып, мәғлүмәт бирелгән. Нисә йылдар йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим урын алып тора тыуған яҡты өйрәнеү һәм тарих музейы. Бында синыф, батырлыҡ сәғәттәре, хәтер кисәләре, осрашыуҙар, экскурсиялар үтә. Килгән ҡунаҡтар берсә ҡыҙыҡһынып, берсә ғәжәпләнеп, бай мәғлүмәт менән танышһа, алыҫтан ҡайтҡан ауылдаштар хәтирәләргә бирелеп, үткәндәрен иҫкә төшөрә, рәхмәт тойғоларын иҫтәлектәр китабына яҙып ҡалдыра.

Ошондай һоҡланғыс кешеләре, бай тарихы булған ауылыбыҙ XX быуаттың ғәжәп күренеше – башҡорт шиғриәт күгендә атылған йондоҙ булып балҡыған йыһан шағиры Рәшит Назаровтың яҙмышына ла шаһит. Бәрәкәтле Төрөмбәт ерлегендә 1944 йылдың 1 ноябрендә күп балалы ғаиләлә тыуған бөйөк шағир. Шиғыр һөйөүсе балаларға был исем яҡшы таныш: уның фәлсәфәүи мәғәнәле, сағыу, ғәжәп образлы ижады бик күптәрҙең йөрәгенә үтеп инде. Барлығы 5 – 6 йыл арауығында ғына яҙышыр­ға насип була уға, дүрт китабы донъя күрә. Күренекле белгестәребеҙ Рәшит Назаровтың ижадын ентекле өйрәнеп, юғары баһаланы. Бигерәк тә шағир Риф Мифтахов ҡәләмдәшенең мираҫын туплау, өйрәнеү һәм баҫтырып сығарыу буйынса ҙур эш башҡарҙы. Ауыр сир талант эйәһен беҙҙән айырһа ла, туғандары, ижадын һөйөүселәр уны һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тотто. Ауылыбыҙҙа, районда юбилей, хәтер кисәләре үткәрелеп тора. Ә 60 йәшлек юбилейы айҡанлы 2004 йылда мәктәптә кабинет-музей асылыуы һөйөнөслө ваҡиға булғайны. Тап ошо ваҡытта шағир ижады хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланды: уға Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде. Шағирҙың исемен мәңгеләштереүҙә, музейҙы ойоштороуҙа урыҫ теле уҡытыусыһы Гөлзәйнәп Ғәйнулла ҡыҙы Нафиҡова күп көс һалды. Артабан был эште башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлмирә Әҙип ҡыҙы Назарова дауам итте, шағир тураһында мәғлүмәт йылдан-йыл тулыланды. Шағир рухын һаҡлап, уның күңел донъя­һы йәдкәрҙәренә төйәк булдырған ветеран уҡытыусыларыбыҙға рәхмәт тойғоларыбыҙ сикһеҙ. Уҡыусыларыбыҙ ша­ғир ижадын яратып өйрәнә. Ши­ғырҙарын ятлап, бәйгеләрҙә ҡат­нашалар, талантын байҡап, сер­ҙәренә төшөнөргә тырышалар, ижади эҙләнеүҙәр алып барып, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа көстәрен һынайҙар.

Ҡәҙерле «Йәншишмә» гәзите уҡыусылары, ҡыҫҡа ғына яҙмамда музейҙарыбыҙҙың уҡытыу-тәрбиә эшендәге баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтен еткерергә тырыштым. Әгәр ҙә беҙҙең яҡтарға юлығыҙ төшһә, Төрөмбәт мәктәбе музейҙарына саҡырып ҡалабыҙ.


Люциә ӘХМӘТШИНА, урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Ауырғазы районы, Төрөмбәт мәктәбе.

Читайте нас: