+1 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Музейыбыҙҙа китабы ла бар

25 ноябрҙә шағир Миәссәр Басировтың тыуыуына 90 йыл тулды. Ул ҡыҫҡа ғына ғүмере эсендә күңелгә үтеп инерлек лирик шиғырҙар ҡалдырған.

Үҙе сығышы менән Баҡалы районынан. Шағирҙы ауылдаштары – Иҫке Балыҡлы халҡы әле лә хәтерләй, яҡшы белә. Тыуған ауылында үҙәк урам уның исемен йөрөтә. Йәшәү дәүерендә шағирҙың башҡорт телендә бер нисә шиғырҙар йыйынтығы баҫылып сыҡҡан. 1968 йылда донъя күргән «Бөркөт күтәрелер үргенәм» китабы беҙҙең музей архивында ла бар.

Ә «Һағынғандыр мине ҡайындар» тигән икенсе йыйынтығы шағирҙың тыуыуына 75 йыл тулыу уңайынан донъя күрә. Урыҫ телендәге шиғырҙарын уҡырға тура килмәне. Улар интернет селтәрендә лә, китапханаларҙа ла юҡ. Республикабыҙҙың урыҫ телле халҡы ла Миәссәр Басировтың исемен белһә, бик яҡшы булыр ине лә бит. Ни өсөн тигәндә, күптәр уның ижадын Сергей Есениндың шиғриәте менән дә сағыштыра.

Тағы ла беҙҙә Миәссәр Басировтың өйҙәге китапханаһынан бер китап та һаҡлана. Алтмыш алты йыл элек 1954 йылдың ноябрендә яҙыусы Иван Крыловтың мәҫәлдәр китабына ҡултамғаһын ҡуйған булған. Музейға ул нисек килеп эләккәндер, был айырым бер тарих булып тора.
Светлана САБИРОВА, 17-се балалар китапханаһының әйҙәүсе китапханасыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Өфө ҡалаһы.
Читайте нас: