Быйыл да шулай күп кенә өйҙәрҙә, баҡсаларҙа кисен матур гирляндалар емелдәп, күҙҙең яуын алып тора. Ә балалы йорттарҙың тәҙрәләрен ҡағыҙҙан киҫеп эшләнгән ҡар бөртөктәре биҙәй. Ҡайһы бер урамдарҙа быйылғы барлы-юҡлы ҡарҙан да ҡар тауҙары яһап ҡуйғандар. Мәҫәлән, Йәштәр урамында ҙур ғына һырғалаҡ эшләгәндәр, шыршы ултыртып биҙәгәндәр.
Ә бына Баҡса урамында йәшәүсе Эльвира Хәзиеваның балалары үҙҙәренең өйө алдында оло улы Вадимдың тәҡдиме менән ҡарҙан бик матур тау өйөп ҡатырған. Уның янына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы, быйылғы йылдың символы – Һыйырҙы әүәләп ҡуйғандар. Матур Яңы йыл шыршыһы ла урын алған. Был ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Улар бөтәһе лә Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында белем ала. Вадим IX синыфта тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә, ҡурайҙа уйнай, йырлай, бейей, баскетбол, көрәш секцияларына йөрөй. Гимназияла үткәрелгән барлыҡ сараларҙың да алып барыусыһы булып танылған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тренингта ла ҡатнашҡаны бар. Наҙгөл IV синыфта уҡый, йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Икенселә белем алған Нәдиф тә ағаһы менән апаһынан ҡалышмай. Йырларға ла, бейергә лә оҫта, яҡшы уҡый, бигерәк тә математика дәрестәрен ярата. Шахмат буйынса ярышта ла алдынғылыҡты бирмәй икән.
Бына шул балалар бер ялға ҡайтҡан саҡтарында ҡарҙан тау яһай башлаған. Улар Бәләбәйгә уҡырға киткәс, эш туҡтап ҡалған. Шуға ла ҡышҡы каникул етеүгә өйҙәге өлкәндәр балаларға сюрприз яһарға булған. Бер көндө тауҙы үҙҙәре өйөп ҡуйған. Тирә-яғын матурлағандар. Ә инде балалар ҡайтҡас, бергәләп һындар әүәләп, шыршыны биҙәгәндәр. Тағы шуныһы маҡтауға лайыҡ: Вадим, Наҙгөл, Нәдиф үҙ-ара дежурлыҡ та ойошторған. Көн һайын берәү ҡарҙы көрәп, тауҙы һепереп, фигураларҙы ҡарҙан таҙартып тора, тәртип һаҡлай.
Каникул буйы был матурлыҡҡа һоҡланырға, ҡар тауынан шыуып рәхәтләнергә башҡа урамдың балалары ла килә. Был изге башланғыстары өсөн Вадимға, Наҙгөлгә һәм Нәдифкә бөтә ауыл кешеләре һәм ҡунаҡҡа ҡайтыусылар исеменән оло рәхмәт белдерәбеҙ. Уҡыуҙарында уңыштар һәм ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ.