+29 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Аҡ болотло зәңгәр күк

Эссе

Аҡ болотло зәңгәр күк
Аҡ болотло зәңгәр күк

Йыр яңғырай… Ҡарашымды юғары­ға төбәйем. Башҡортостан күге. Тәү ҡарауҙан уҡ ләззәтлек, иркенлек тоям. Ниндәй һиллек, сафлыҡ! Үтә күренмәле зәңгәр күктә талғын ғына ап-аҡ болоттар аға. Әйтерһең дә, улар – ҡояш үҙе семәрләп бәйләгән күҙле-күҙле селтәр. Оҙаҡ ҡына текләп торам. Уның һәр биҙәге, сәләм биргәндәй, һаҡ ҡына ҡуҙғалып-ҡуҙғалып ҡуя, төрлө һынға керә, ерҙе, беҙҙе күҙәтә. Ҡапыл шул саҡ тыуған ере, иле өсөн көрәшкән шәхестәр ҡарап торғандай тойолдо. Ә болоттар, илем күген иңләй-иңләй, ошо шәхестәрҙең рухын донъяға таратҡандай, халыҡ хәтерен яңыртып торғандай.
Ана, туған халҡын алға әйҙәп, Юлай улы Салауат ашҡына. Ҡулына тотҡан ҡылысҡа башҡорттоң ҡаҡшамаҫ рухы, һынмаҫ ихтыяры, талымһыҙ көсө туп­ланған. Ә бына бында бөйөк мәғрифәтсе шағирыбыҙ Аҡмулла үҙенең арбаһында аң-зиһен өләшеп йөрөй. Халыҡ шағиры Рәми Ғарипов тел яҙмышы өсөн борсолоп, ялҡынлы ши­ғырҙарын уҡый. Ана, тегендә, яҡында ғына, Мостай олатайҙың илһамлы шиғри сәләмен ишетәм…
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн –
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!
Күҙҙәремде йомам… Эргәнән генә совет һалдаттарының көрәшкә күтәрелеүен тойғандай булам. Яҡында ғына ат тояҡтары тауыштары ишетелә. Эй, аҡ болоттар, һеҙ ниндәй сихри көскө эйәһегеҙ? Мин йомоҡ күҙҙәрем менән бар нәмәне тоям, хатта тарих төпкөлөнән ауаздар ҙа ишетәм бит… Тап ҡояш тирәләй алтын нурҙар һуҙыла. Йомшаҡ ҡына наҙлы ел иҫеүен тоям. Ул минең ҡолаҡтарымды иркә­ләй, ә ҡояш күктән ҡул һуҙған кеүек. Уның нурҙары аша ете тажлы ҡурай сәскәһен күрәм. Ул Тыуған илемдең быуын-быуын ырыу­ҙарын, төрлө-төрлө милләт кешеләренең дуҫлығын бәйләп торған символ булып нур сәсә.
Күҙҙәремде асам… Күктәге ап-аҡ селтәр япма тағы ла сафланыбыраҡ киткәндәй. Уның иге-сиге юҡ. Семәрле селтәрҙең биҙәктәре тағы ла матурлана. Хатта яратҡан яҙыусым Мостай Кәримдең әҫәр геройҙарын да күрәм. Ана, Мәрәһим менән Аҡйондоҙ. Улар моңло итеп йыр һуҙа. Ә бына бында, яҡында ғына, баһадир кәүҙәле Аҡйегет менән Зөбәржәт етәкләшеп кенә яҡтылыҡҡа юл алған. «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндәге Оксана ла Йәмил ағаһы менән күңелле итеп уйнай.
Эх, тормош ниндәй матур, ниндәй яҡты! Ҡара болоттар килеп сыҡһа, ҡурғаштай ауыр ямғырҙарҙан һаҡлар ҡулсатырыбыҙ – ете тажлы ҡурайыбыҙ, рухлы һәм көслө туған халҡым бар. Улар бер ҡасан да баш эймәй, ҡаршылыҡтарҙы бергә еңә, сөнки беҙ – башҡорт рухын, данын мәңгеләштергән һәм мәңгеләштерәсәк берҙәм милләт кешеләре һәм ошоноң менән бәхетлебеҙ.
Үтә күренмәле зәңгәр күктә талғын ғына ап-аҡ болоттар аға…

Алтынай ҠУНАФИНА, IX синыф уҡыусыһы.
Ғафури районы, Нияз Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт интернат-гимназияһы.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: