+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Дағстанда ла булған

Тиҫтерҙәре менән тиҙ уртаҡ тел табыусы, футбол, хоккей менән яратып шөғөлләнеүсе Әлмир Ҡорбанов Илеш районы Үрге Йәркәйҙәге Тәлғәт Рахманов исемендәге мәктәптең XI синыфын тамамланы.

Дағстанда ла булған
Дағстанда ла булған

 Химия, биология, урыҫ, башҡорт теле дәрестәрен айырыуса ярата. Башҡорт телен һыу кеүек эскән егет (уны ул дәүләт теле булараҡ өйрәнә) бына бер нисә йыл рәттән Бөтә Рәсәй, республика, район кимәлендә үткән төрлө олимпиадаларҙың призеры булған. “Башҡорт теленә һөйөү уҡытыусым Гөлфая Әүһәҙи ҡыҙы үткәргән дәрестәрҙән башланды. Ул беҙҙә бишенсенән дәрестәрен ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле итеп алып барҙы. Уҡытыусым башҡорт халҡының тарихын, әҙәбиәтен, сәнғәтен, мәҙәниәтен тәрән өйрәнеү, башҡорт телен һаҡлау маҡсатында төрлө кимәлдәге олимпиадаларға мине, башҡа һәләтле уҡыусыларҙы ла әҙерләй, уңыштарыбыҙға ҡыуана, ысын мәғәнәһендә беҙҙең тормош менән йәшәй. Уға рәхмәтем сикһеҙ ҙур“, – ти Әлмир үҙенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфая Әүхәҙи ҡыҙы Фәхруллина тураһында.

Төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашыусы егет бөтә ерҙә лә өлгөрә. “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй фестиваленә Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте тураһында видеороликтар төшөрөп, бирелгән күп төрлө эштәрҙе башҡарып, командабыҙ менән еңеп сыҡтыҡ”, - ти Әлмир. Ете кешенән торған команда Дағстанда 12 көн дауамында “Дуҫлыҡ күпере” тигән йәштәр форумында ҡатнашып, күп тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

Яулаған уңыштары, яҡшы уҡыуы, бөтә ерҙә лә әүҙемлеге өсөн дүрт йыл рәттән ӨДНТУ грантына лайыҡ була егет. Киләсәктә табип һөнәрен үҙләштереп, кешеләрҙе дауаларға уйлай.

Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшыр, хыялдарың тормошҡа ашһын, Әлмир!

 

Лариса Сәхибгәрәева,

уҡытыусы.

Илеш районы,

Исәмәт урта мәктәбе.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: