Мәктәбебеҙҙә ете ауылдан балалар йыйылып, интернатта йәшәне. Ҡыш буйына ашарға етерлек йәшелсәне үҙебеҙ үҫтереп алдыҡ. Колхоз малдарына ла аҙыҡ әҙерләнек. Көҙөн урып-йыйыу эштәре башланғас, ырҙынға эшкә төштөк. Өлкәнерәк пионерҙар комбайн бункерынан үгеҙ арбаһына иген бушата. Ямғырлы көн йәки ял булғанда ағайҙарға әлеге техниканы майларға ярҙам итәбеҙ. Комбайнды ла өйрәнәбеҙ. Бишенсе синыфтан утын әҙерләргә лә өлгөрҙөк. Ситтән килгән, урман күрмәгән кешеләргә ағастарҙы йығып, ботаҡтарын таҙартып, һәр оҙон олондо берәр метр оҙонлоғонда бысып, уны өйөүҙәр бик ауыр эш булып күренһә лә, беҙ бирешмәнек, бер ауырлығын да тойманыҡ.
Беҙҙең пионервожатый Фәниә апайыбыҙҙың фольклорсылар түңәрәге ойоштороп, китапҡа баҫылмаған әкиәттәр, йомаҡтар, әйтемдәр, ҡобайырҙарҙы йыйырға ҡушыуы яҡшы хәтерҙә ҡалған. Уны бик уңышлы атҡарып сыҡтыҡ. Йыйылған ижад ынйыларын синыфта бергәләп уҡыныҡ, баһа бирҙек. Унан апайыбыҙ беҙгә әҙәби китаптар уҡырға ҡушты. Дәррәү тотондоҡ. Был йәһәттән Нәби ауылынан Шәкирйән барыбыҙҙы ла уҙҙырҙы. Ул Александр Фадеевтың «Йәш гвардия», Николай Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты?» әҫәрҙәрен уҡып сыҡҡан.
Сират тәртибен яҙып, көн дә синыф бүлмәһен икешәр, өсәр пионер бер булып, үҙебеҙ йыйыштырҙыҡ, иҙәнде йыуҙыҡ. Тормош иптәштәрен, улдарын юғалтып, яңғыҙ йәшәгән инәйҙәргә лә ярҙамлашырға йөрөнөк. Һуғышта батырлыҡ күрһәткән пионерҙар тураһында стена гәзиттәре эшләүҙе лә яратып, күңел биреп башҡарҙыҡ.
Беҙҙең арабыҙҙа Зөләйха Зәйнуллина, Әхәт Буранов, Таңһылыу Ҡарамышева, Зәкирә Сәғәҙиева, Рафаэль Иманғолов, Флүрә Ҡарағолова, Зәлифә Кинйәкәевалар бик өлгөлө уҡыусы булды. Ә инде үҫеп, юғары уҡыу йорттарын тамамлап, эшләй башлағас, Зөләйха менән Рафаэль бер-береһенә ғашиҡ булып, өйләнешеп, бик өлгөлө ғаилә ҡороп, матур балалар тәрбиәләп үҫтерҙе.
Мәктәптә, пионер ойошмаһында алған тәрбиә бына шулай олоғайғас та йоғонтоһон, әһәмиәтен юғалтманы. Бала саҡтан уҡ тормошто яратып, төрлө эштәрҙә әүҙем ҡатнашып, дәртләнеп белем алыу һөҙөмтәһендә күп синыфташтарым юғары уҡыу йорттарын тамамлап, төрлө өлкәлә уңышлы хеҙмәт итте. Беҙ үҙебеҙҙең тормош юлының бер осорон пионер сафында уҙғарҙыҡ, сыныҡтыҡ, һынатманыҡ, бөгөлмәнек, ауырлыҡтар алдында баш эймәнек. Ул киләсәккә өмөт менән ҡарарға өйрәтте, дәрт-көс бирҙе.
Ғөмүмән, пионер саҡтарым бик ҡыҙыҡлы үтте.
Юнир САЛАУАТОВ, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы.