Мәскәүҙә «Детгиз» нәшриәтендә 1963 йылда сыҡҡан баҫма «Звучат горны» тип атала ине. Был китап Башҡортостан пионер ойошмаһының 40 йыллығына арналған. Унда республикабыҙҙың билдәле яҙыусылары һәм журналистары үҙҙәренең бала саҡ йылдары хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлаша. Авторҙар араһында әҙәбиәт һөйөүселәргә таныш исемдәр ҙә күп. Мәҫәлән, танылған яҙыусылар Рәйес Ғабдрахманов, Мөхәмәт Хәйҙәров, Мәжит Ғафуриҙың улы Әнүәр Ғафури, Мөкәрәмә Садиҡова, Әнүәр Бикчәнтәев, Вәсил Ғәйнетдинов, Әфғән Ғиззәтов, Хәниф Сафин, Илгиз Кәримов һәм башҡалар бар. Әңгәмәләрҙе Мәскәүҙән килгән яҙыусы Владимир Великанов менән Баймаҡ районының Түбә ҡасабаһындағы 2-се ун бер йыллыҡ мәктәбе директоры, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Бәҙри Мөжәүир улы Мәмбәтҡолов ойошторған. Китапты Баян Гәрәев төҙөгән (Ул оҙаҡ йылдар «Пионер» журналында яуаплы сәркәтип булып эшләне).
Оло тарих тупланған был китапҡа. Республика балалар ойошмаһының тормошо ҡоро һандар менән генә түгел, ә журналист, яҙыусыларҙың ҡәҙерле иҫтәлектәре, очерктары, хикәйәләре ярҙамында ла тасуирлана тарих. Заманында хәстәрлек күрелеп, яҙылып алынмаһа, беҙ, бөгөнгө уҡыусылар, үткәндәребеҙ һаҡлаған күпме мәғлүмәттән мәхрүм ҡалыр инек. Әйҙәгеҙ, шул тарих биттәренә күҙ һалайыҡ әле.
1921 – 1922 йылдар.
1921 йылдың октябре. Комсомолдар етәкселегендә Мәләүез районының Нордовка, Салауат районының Малаяз ауылдарында, Өфө, Бөрө, Бәләбәй ҡалаларында тәүге балалар коммунистик төркөмдәре – йәш коммунистар отрядтары барлыҡҡа килә.
1922 йылдың марты. Дыуан районының Тастүбә ауылында уҡытыусы-коммунист И. Т. Козелов йәш коммунистар отрядын ойоштора.
10 май. Өфө ҡалаһында комсомолдың тәүге район комитеты пионер отряды ойоштороу хаҡында ҡарар ҡабул итә. Комсомолдар Саша Карабинцев, Лева Федосеев, Ким Головищенко, Нюра Иванова, Нуретдин Әхмәҙиев һәм Витя Лузякиндарға етәкселек итеү эше йөкмәтелә. Отрядҡа бөтәһе 56 малай һәм ҡыҙ яҙыла.
4 июнь. Өфөлә пионер булырға яҙылған балаларҙың тәүге сборы үтә. Нуретдин Әхмәҙиев башҡорт һәм татар балаларынан буласаҡ милли отрядтың үҙәген ойоштора.
Август. Өфөләге тәүге отрядҡа яҙылыусыларҙың һаны 72-гә етә. Унда инеүселәр араһында ҡаланың икенсе районында йәшәүселәр ҙә була, шуға тағы бер отряд барлыҡҡа килә. Уға комсомолка Леля Ғарипова вожатый итеп тәғәйенләнә.
10 октябрь. Өфөнөң тәүге отряды Тантаналы вәғәҙә бирә.
8 ноябрь. Стәрлетамаҡ ҡалаһының балалар йортонда йәш пионерҙар отряды ойошторола. Унда комсомолец Пётр Новиков вожатый була.
Декабрь. 9 баланан торған пионерҙар төркөмө Өфө районының Булгаков ауылында төҙөлә. Вася Яковлев вожатый итеп һайлана.
1924 йыл.
1 май. Өфө ҡалаһының пионер отрядтары 1 Май парадында ҡатнаша.
2 май. Бәләбәй ҡалаһында тәүге ике пионер отряды Тантаналы вәғәҙә бирә. Башҡортостанда бөтәһе 218 пионер барлыҡҡа килә һәм улар 5 отрядҡа туплана. Өфөлә тағы ла яңы отрядтар барлыҡҡа килә. Белоретта һәм Мәсәғүттә тәүге отрядтар ойошторола.
Июнь. Республиканың барлыҡ ҡалаларында һәм кантон үҙәктәрендә отрядтар булдырыла. Ҡалаларҙағы отрядтар ауыл пионерҙарына шефлыҡ итә. Улар китаптар, ҡағыҙ, буяуҙар, төҫлө ҡәләмдәр һәм пионер галстуктары ебәрә. Ҡала пионерҙары ауылдарға бара, ундағы балалар менән хаттар аша бәйләнеш булдыра.
8 июль. Өфө пионерҙары Эҫем йылғаһы буйында лагерь ойоштора. Унда ағас ботаҡтарынан һәм үләндән ҡыуыштар ҡоралар, ялан кухняһы булдыралар, линейкалар үткәрер, усаҡ яғып, һыу инер, уйнар өсөн урындар әҙерләйҙәр.
Октябрь. Өфө пионерҙары В. И. Ленинға һәйкәл төҙөү өсөн ойошторолған өмәлә ҡатнаша. 7 ноябрҙә, һәйкәл асылған көндә, 8 отряд шунда Тантаналы вәғәҙә бирә.
Ноябрь. Өфө, Бөрө, Бәләбәй ҡалаларының пионер отрядтары эргәһендә октябряттарҙың 12 төркөмө булдырыла. Унда бөтәһе 280 бала яҙыла.
1925 йыл.
Апрель. Пионерҙар «Таҙалыҡ аҙнаһы» иғлан итә. Унда «Һәр йорттоң һәр ғаилә ағзаһына – теш щёткаһы һәм айырым таҫтамал!» «Һәр өйҙә таҙалыҡ!» «Ҡандалаларға һәм тараҡандарға көрәш!» «Пионерҙәр мәҙәниәт һәм яңы көнкүреш өсөн көрәшә!» кеүек лозунгылар була.
1 – 7 июль. Халыҡ-ара балалар аҙналығы үткәрелә: дөйөм ҡала пионер сборҙары, ҡала ситендә «Ҡыҙылдар һәм аҡтар» исеме менән күмәк уйындар, эшселәрҙең Халыҡ-ара ойошмаһына ярҙам өсөн аҡса йыйыу кеүек эштәр ойошторола.
Август. Ҡараусыһыҙ ҡалған балалар менән көрәш иғлан ителә. Пионерҙар өлкәндәргә урам балаларын табышырға һәм уларҙы балалар йорттарына урынлаштырырға ярҙамлаша. Ауылдағы отрядтар етем балаларға шефлыҡ ойоштора һәм кесе йәштәге батрактарҙың хоҡуҡтарын һаҡлауҙы күҙәтә.
1926 йыл.
Апрель. Пионерҙар балалар араһында медицина тикшереүе үткәргән табиптарға ярҙам итә. 40 пионер Ҡырымдағы шифаханаларға ебәрелә. Республикала 12 пионер лагеры булдырыла, бөтә ҡалаларҙа һәм кантон үҙәктәрендә йәйге майҙансыҡтар ойошторола.
Октябрь. Байрам көндәрендә Өфө отрядтарынан 24 пионер тантаналы рәүештә комсомолға ҡабул ителә.
1927 йыл.
8 – 15 июль. Халыҡ-ара балалар аҙнаһы. «Интернациональ тинлек» сараһы ойошторолоп, һәр пионер бер тин аҡса индереп, сит илдәрҙәге эшселәрҙең балаларына ярҙам йыя. Башҡортостан пионерҙары дуҫлыҡ һәм теләктәшлек билдәһе итеп Чехословакия пионерҙарына байраҡ ебәрә.
14 июль. Тәүге туристик поход ойошторола. Ул кәмәләрҙә Эҫем йылғаһы буйлап Өфө – Мәскәү – Эҫем – Василов маршруты буйынса үтә. Был сәйәхәттәрендә балалар дарыу үләндәренең таралыу райондарын өйрәнә.
Август. Башҡортостанда пионер ойошмаһы ағзалары 17 мең 662 кешегә етә. Республикала бөтәһе 478 пионер отряды булдырыла.
1928 йыл. Чехословакиянан хәбәр килә. Унда Башҡортостан пионерҙары ебәргән байраҡты алыуҙары һәм уны Прерау округы пионер ойошмаһына тапшырылыуы хаҡында яҙылған була. Чехословакия пионерҙарының хаты республиканың бөтә отрядтарында ла уҡыла.
1928 йыл. 1927 йылдың 10 декабренән 1929 йылдың 10 ғинуарына тиклем «Мәҙәни-көнкүреш походы» иғлан ителә. Ул «Грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү өсөн», «Көнбағыш кимереүселәргә ҡаршы һуғыш», «Бөтә ерҙә лә таҙалыҡ һәм тәртип өсөн», «Һәр ғаиләгә – гәзит!» тигән лозунгылар менән үтә. Пионерҙар 3 мең 800 кешене грамотаға өйрәтә.
1929 йыл.
15 февраль. Пионер ойошмаһы «Уңыш өсөн поход»ҡа ҡушыла. Һәр пионер үҙҙәренең баҡсаһында тәжрибә үткәрер өсөн күрһәтмә түтәл булдырырға, уларға агрономдарҙың кәңәштәре буйынса йәшелсәләр үҫтерергә йөкмәтелә. 1929 йылдың йәйендә Арғаяш кантонында 8 балалар отряды һуған, ҡыяр, кишер үҫтерә. Шишмә районының Шишмә ауылында пионер Әсәҙуллина 6 килограмм 820 грамлыҡ ҡабаҡ алыуға өлгәшә. Йәшелсәселек менән быға тиклем башҡорт ауылдарында шөғөлләнгән кешеләр аҙ була.
8 август. I Бөтә башҡорт пионерҙар слёты асыла. Унда 202 делегат ҡатнаша. 5 көн дауамында барған был слётта I Бөтә Союз пионерҙар слётына 72 делегат һайлана.
18 август. Мәскәүҙә I Бөтә Союз пионерҙар слёты асыла. Башҡортостан делегаттары Владимир Ильич исемендәге завод эшселәре менән дуҫлаша һәм улар менән килешеү төҙөй. Эшселәр ауыл хужалығы өсөн кәрәкле машиналарҙы етештереү буйынса заказдарҙы ваҡытынан алда үтәргә тырышасаҡтары тураһында вәғәҙә бирә. Ә Башҡортостан пионерҙары мәктәптә тағы ла яҡшыраҡ уҡырға һәм наҙанлыҡ менән көрәшәсәктәре хаҡында белдерә. Завод Башҡортостан делегаттарына Ҡыҙыл байраҡ тапшыра.
I Бөтә Союз слёты 18 – 25 августа үтә. Унда 2 миллионлы пионерҙар армияһы исеменән 7 меңдән ашыу бала ҡатнаша. 200 барабансы, 300 борғосо, 300 байраҡсы слётты асып ебәрә. Байрамға шулай уҡ Америка, Ҡытай, Англия, Германия, Швейцария һәм башҡа сит илдәрҙән дә вәкилдәр килә. Америка делегацияһы 8 кешенән тора. Улар йәшерен рәүештә килә, юғиһә, ебәрмәҫтәр ине. Германиянан 15 спартаковсы, Франция менән Швециянан 4-әр кеше ҡатнаша. Сит илдәрҙән бөтәһе 70 пионер була. Улар үҙҙәренең балалар ойошмаһы эше хаҡында һөйләй. Ауылдарҙан килгән 1 мең 600 делегат өсөн баш ҡаланың завод, фабрикаларына, Революция музейына, Третьяков галереяһына, зоопаркка, Мәскәү Кремле менән танышыу экскурсиялары ойошторола. Үҙәк мәҙәниәт паркында туҡланырға килгән балалар тәүге тапҡыр туңдырма, виноград ашай, емештәрҙән кеҫәл татып ҡарай. Ауылдағы пионерҙар парк буйлап ҡуйылған иҫәпһеҙ-һанһыҙ ҡулйыуғыстар, һабын, таҫтамалдарҙы күреп иҫтәре китә.
25 август бөтәһе лә «Динамо» стадионына йыйыла. Шағир Владимир Маяковский трибунаға сығып шиғыр һөйләй. Балалар уның грамотаһыҙлыҡты бөтөрөү тураһындағы шиғырын көслө тауыш менән уҡыуын «ура!» тауыштары менән ҡул сабып ҡаршылай һәм пилоткаларын юғарыға сөйә.
Слётты ябыу тантанаһында илебеҙҙең юғары закондар сығарыу органы булған Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе, почётлы пионер Михаил Иванович Калинин сығыш яһай.
1930 йыл.
27 февраль. «Йәш төҙөүсе» пионерҙар гәзитенең тәүге һаны сыға. (12 февралдәге һынау һаны була).
1930 йыл.
Июль. «Техникаға поход» иғлан ителә. Белорет ҡалаһы пионерҙары үҙҙәренә шефлыҡ итеүсе предприятиеларҙағы станоктарҙы контролгә ала: улар техниканы таҙалыҡта һаҡлауҙарын, һаҡсыл ҡарашта булыуҙарын һәм өҙлөкһөҙ эшләүҙәрен тикшерә.
Өфө ҡалаһының өсөнсө отряды паровоздар ремонтлау заводында брак деталдәрҙән күргәҙмә ойоштора. Күргәҙмәне ҡараусы эшселәр брак яһаусыларҙы шунда уҡ танып ала. Заводта брак яһаусылар ҡырҡа кәмей.
Бәләбәй, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, Мәсәғүт кантонында пионерҙар металл һыныҡтары йыя башлай һәм 63,4 тонна тимер-томор тапшыра.
Август. Уңыш йыйыу ваҡытында Стәрлетамаҡ һәм Шишмә райондары пионерҙары ҡыҙыл ылауҙар ойоштора.
Өфө пионерҙары иген ташыу өсөн колхоздарға 385 тоҡ ебәрә.
Йылайыр пионерҙары кулактарҙың бураларына йәшерелгән 108 бот игенде таба һәм уны дәүләткә тапшырырға мәжбүр итә.
Сентябрь. Өлкәндәр менән бергә пионерҙар ҙа «Биш йыллыҡты – дүрт йылда!» заёмына яҙылыуҙы үткәререүҙә ҡатнаша. Картуф ҡаҙып, һуған таҙартып, Белорет балалары 800 һум аҡса эшләй һәм шуға займ облигацияларын ала.
Өфө пионерҙары 4 мең 325 һумға заём тарата.
Декабрь. Башҡортостан пионер ойошмаһы ағзалары 39 мең 835 кешегә етә. I Бөтә Союз слёты үткәрелгән 1929 йылғы менән сағыштырғанда, был һан ике тапҡырға арта.
1931 йыл.
Ғинуар. Өфө пионерҙары «Коллективлаштырыу өсөн!» лозунгыһы менән йондоҙло саңғы ярышы ойоштора. Унда ҡатнашыусылар 15 ауылда һәм 10 колхозда була. 24 митинг үткәрәләр, баҫыуҙарҙы ашлар өсөн 16 йөк көл йыялар, 13 концерт ҡуялар, 13 стена гәзите сығаралар. Пионерҙар 40 крәҫтиән ғаиләһен колхозға инергә ылыҡтыра. Коллективлаштырыуҙы алып барған коммунистарҙы, комсомолецтарҙы һәм пионерҙарҙы кулактар ныҡ күрә алмай. Өфө районының Ҡыҙыл Яр ауылында улар пионерҙарҙың отряд сборын ҡыуа, шул уҡ райондың Булгаков ауылында пионер Таня Бессмертинаны туҡмайҙар. Ә Дүртөйлө ауылында пионервожатый Валя Сюткинаны үлтерәләр.
Мөхәмәт Хәйҙәров
1915 йылдың 7 мартында Учалы районының Өргөн ауылында донъяға килә.
1930 – 1933 йылдарҙа Белорет металлургия техникумында уҡый.
1956 – 1958 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа белем ала. Ситтән тороп Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. I дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары, «Батырлыҡ өсөн» һәм башҡа миҙалдар менән наградлана.
1933 йылдан журналистика өлкәһендә эшләй. Учалы район гәзитенең мөхәррире, «Ленинсы» республика йәштәр гәзитендә бүлек мөхәррире булып эшләй. Бик күп очерк һәм фельетондарында шул осорҙоң көнүҙәк проблемаларын яҡтырта.
1937 йылда репрессияға эләгә һәм иркенән мәхрүм ителә. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң, 1950 йылдарҙа, әҙәби ижад менән әүҙем шөғөлләнә башлай. 6 пьесаһы республикабыҙ театрҙарында ҡуйыла. Уларҙа әҙәп-әхлаҡ темалары үткер күтәрелә.
«Үҙебеҙҙең егет» исемле пьесаһында ауыр холоҡло малайҙар һәм ҡыҙҙар яҙмышы һүрәтләнә. Әҫәрендә, һиҙгер психолог булараҡ, изгелектең яуызлыҡты еңеүен оҫта алымдар ярҙамында яҡтырта.
1970 йылдарҙа Мөхәмәт Хәйҙәров проза өлкәһендә уңышлы эшләй. «Тау алмағасы», «Әгәр һин булмаһаң», «Кейәү», «Бормаланып аға Урал», «Алтын һуҡмаҡ» тигән китаптарында яҙыусының повестары, хикәйәләре һәм пьесалары тупланған.
«Китмәҫкә килдем» романы иһә – автобиографик әҫәр. Ул 1930 йылдарҙағы илебеҙҙә барған репрессия осорон һүрәтләй. Был фажиғәләрҙе үҙе кисергәнгә күрә лә яҙыусының китабы дөрөҫлөктө сағылдырыуы менән әһәмиәте тағы ла ҡиммәтерәк.
...Етем үҫкән Мөхәмәт Хәйҙәровтың бала сағы байҙарға батрак булып үтһә лә, тормошонда иҫтә ҡалырлыҡ ҡыуаныслы ваҡиғалар ҙа була. Ул Мәскәүҙә I Бөтә Союз пионерҙар слётында ҡатнаша. Ҙур шәхестәр – Михаил Иванович Калинин, Надежда Константиновна Крупская менән осрашып һөйләшеү бәхетенә өлгәшә. Бөтә ил буйлап йыйылған делегаттарҙы Мәскәү кешеләренең ғаиләләренә тараталар. 14 йәшлек Мөхәмәт Хәйҙәровты автозавод инженеры Артемьевтар ғаиләһе ҡабул итә. Уларҙың үҙ балалары булмау сәбәпле, егетте уллыҡҡа алырға ла теләк белдерәләр. Ә бит Мөхәмәткә Мәскәүҙә ҡалып, яҙмышын бөтөнләй яңы биттән башлау мөмкинлеге лә тыуа. Әммә буласаҡ яҙыусы, тыуған яҡтарына тоғролоҡ һаҡлап, Башҡортостанға ҡайта.
Хәйер, әйҙәгеҙ, был хаҡта уның иҫтәлектәре аша танышайыҡ.
Минең менән Надежда Константиновна һөйләште
Ул көндөң сыуаҡ сентябрь иртәһе ғүмерлек хәтеремдә ҡалды. Мин Учалыға бара торған оло юл ситендә ултырам. Ә эргәләге ҡыуышта минең хужам хырылдай. Ул – бай, ә мин – уның батрагы. Ниңә тормош шулай ғәҙел түгел икән? Илебеҙҙә совет власы урынлашты, ә мин ошо һимеҙ, ҡотһоҙ байға ярарға тырышып, таңдан таңға тиклем бил бөгөргә мәжбүрмен.
Эргәмдән генә сумкаларын арҡаларына аҫҡан, күңелле көлөшкән уҡыусылар Учалыға мәктәпкә китеп бара. Ә мин уҡый ҙа, яҙа ла белмәйем. Ошо минуттарҙа үҙемде яңғыҙ һәм бәхетһеҙ итеп тойҙом: «Тағы күпме ваҡыт был әрәмтамаҡҡа эшләргә һәм ыҙаланырға тейешмен? Ҡасан мин дә мәктәпкә барырмын?» Шул мәл башыма ҡапыл ҡыйыу фекер килде: «Ә бына хәҙер торам да барам. Барам. Әйҙә, бай асыуынан шартлаһын!»
Байҙың аттарын ҡайынға бәйләнем дә балалар артынан мәктәпкә йүгерҙем. Тупһала мине муйынына ҡыҙыл галстук таҡҡан ҡыҙ ҡаршыланы. Аҙаҡ белдем: пионервожатый икән. Тормошомда уның ниндәй мөһим роль биләйәсәген мин күҙ алдыма ла килтерә алмай инем әле.
Тап ул, Һылыу Шәйхелисламова, миңә Учалы крәҫтиән йәштәр мәктәбенә уҡырға инергә ярҙам итте. Уның аша мин пионерҙар хаҡында белдем. Тап ул үҙ ҡулдары менән миңә ҡыҙыл пионер галстугын бәйләне.
Был хәлдәр 1927 йылда булды. Ә ике йылдан Башҡортостан пионер ойошмаһының башҡа делегаттары менән бергә Мәскәүгә пионерҙарҙың Бөтә Союз слётына юлландым. Миңә ул саҡта 14 йәш ине.
Илебеҙҙең баш ҡалаһына барыуҙы ғүмеремдә лә онотаһым юҡ. Ҡазан вокзалында нисек ҡаршы алыуҙары, үҙ туғандарындай беҙҙе ҡабул иткән ҡунаҡсыл Мәскәү кешеләрен, слёт көндәрен, ысынлап та, оноторлоҡ түгел ине.
Күпселек делегаттар Мәскәү ғаиләләрендә йәшәне. Мине автозавод инженеры Артемьев һәм уның табип булып эшләгән ҡатыны үҙ балаларындай ҡабул итте. Балалары булмағанғамы икән, күңелсәк башҡорт малайына айырыуса шат ине улар. Ә мин, ысынлап та, күңелсәк инем. Етем балаға уларҙың шул тиклем яҡшы мөнәсәбәте баһалап бөткөһөҙ ҡәҙерле булды. Ошонда, Мәскәүҙә, мин тәүге тапҡыр шатлыҡ тойғоһон кисерҙем.
Шатлыҡ! Ҡанатлы шатлыҡ! Мәскәүҙәге көндәрем минең өсөн тотош шатлыҡ айына әйләнде. Күҙ алдына килтерегеҙ: ике йыл элек кенә байға бил бөккән башҡорт малайы слёт трибунаһынан сығыш яһай. Иң тәүҙә Мәскәүгә Уралдан ҡайнар сәләм тапшырам. Башҡортостан пионерҙарының нисек итеп өлкәндәргә коллективлаштырыу эшендә ярҙам итеүҙәрен бәйән итәм. Үҙем һәм ҡомһоҙ бай, изге күңелле вожатый Һылыу апай Шәйхелисламова тураһында һөйләйем. Коммунистар партияһына ғәҙел совет власы, колхоздар өсөн рәхмәт белдерәм. Әгәр совет власы, колхоздар булмаһа, мин иҫ киткес баш ҡалаға килә алмаҫ инем бит, тим.
Ә беләһегеҙме, президиумда кем ултыра һәм мине тыңлай ине? Надежда Константиновна Крупская. Уның эргәһендә – Михаил Иванович Калинин! Тәнәфес ваҡытында балалар яныма килеп, мине саҡырыуҙарын әйтте. Ә беләһегеҙме, кем саҡырған – Крупская!
– Әгәр ҙә теләгең булһа, беҙ һине Мәскәүҙә уҡырға ҡалдыра алабыҙ, Ленин исемендәге мәктәптә. Уйла, – тине ул.
Мин юғалып ҡалдым.
Михаил Иванович көлдө лә:
– Һеҙ, Надежда Константиновна, көтөлмәгәнсәрәк мөрәжәғәт итеп, егетте аптырашта ҡалдырҙығыҙ. Миңә ҡалһа, ул үҙенең туған Уралынан айырылырға бик теләмәҫтер кеүек...
Михаил Ивановичтың был һүҙҙәре мине дәртләндереп ебәрҙе.
Надежда Константиновна, йылмайып:
– Уйла. Был – бик мөһим эш, – тине.
Шундай ҙур ҡыуаныстан, минең менән Надежда Константиновнаның үҙе һөйләшеүенән, әйтерһең, арҡама ҡанаттар үҫте.
Ошо һөйләшеү хаҡында кис Артемьев иптәшкә лә һөйләнем. Ул да, ҡатыны ла бик һөйөндө һәм мине ҡотланылар.
Надежда Константиновнаның шундай тәҡдим яһауына Артемьевтарҙың шул тиклем ҡыуаныуҙарының сәбәбен аҙаҡ ҡына белдем. Улар минең өйгә ҡайтмауымды, Мәскәүҙә ҡалыуымды теләгән. Вожатый әйтеүенсә, Артемьевтар уллыҡҡа алырға уйлаған.
Иҫ киткес кешеләр! Минең уларҙы үпкәләткем килмәне. Тик тыуған яҡтарымдың нисек үҙенә тартыуын аңлата ғына белмәнем. Мин улар алдында үҙемде шундай уңайһыҙ хәлдә тойҙом, әйтерһең, ниндәйҙер насар ғәмәл ҡылғанмын...
Шулай ҙа тыуған яҡтарыма ҡайттым. Һәм дөрөҫ эшләгәнмендер, тип уйлайым.
Беҙҙең Учалы улысындағы беренсе пионер отрядының эше көндән-көн ҡыҙыҡлыраҡ була барҙы. Беҙ концерттар ҡуйҙыҡ, крәҫтиәндәрҙе колхозға индерергә өгөтләгән ҡыҫҡа ғына спектаклдәр уйнаныҡ.
Шул мәлдәрҙән бирле күп йылдар үтте...
Хәҙер Учалыла ла тормош үҙгәрҙе. Ҡуйы урмандар һәм тауҙар теҙмәһе аша беҙгә лә тимер юлы һуҙылды. Ҡеүәтле паровоздар һәм тепловоздар тирә-яҡҡа гудоктарын яңғыратып үтте. Ауылдарҙа электр лампочкалары балҡыны, радио аша Мәскәү тауышы ишетелде. Телевидение күрһәтә башланы.
Кешеләрҙең шатлығына ҡарайым да Надежда Константиновнаның яғымлы тауышын ишеткәндәй булам:
– Үҙеңдең ауылыңа ҡайтырға теләүең һәйбәт, – тине ул миңә. – Унда ла хәҙер эштәр күп. Бәхетле бул, балаҡай!
Эйе! Бөтә ауылдаштарым, Тыуған илебеҙҙең барлыҡ кешеләре кеүек үк, мин дә бик бәхетлемен!
* * *
Тағы шуны өҫтәп әйтергә кәрәк. Бөйөк Ватан һуғышынан ауыр яраланып ҡайтҡан шағир Мостай Кәрим байтаҡ йылдар Учалыла йәшәгән дуҫы Мөхәмәт Хәйҙәровтың тыуған ауылына барып, халыҡ дауаларын алып ята. Йәйҙең йәмле көндәрендә ғаиләһе менән Өргөндә саф һауа һулай, ҡымыҙ эсеп, ялан-ҡырҙар буйлап, тауҙарға менеп, балыҡ тотоп йәненә лә, тәненә лә сихәт ала. Был турала шул көндәргә шаһит булған Учалы халҡы ла, шағир үҙе лә күп мәртәбә яҙып сыҡты. Өргөндә тыуған үлемһеҙ ижад емештәре иһә әҙәбиәтебеҙҙең алтын фондына ингән. Үҙе золом ҡорбаны булған, яу юлдарын үткән Мөхәмәт Хәйҙәров менән Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең дуҫлығы уларҙың ғүмер ахырына тиклем дауам итә. Әммә был инде икенсе тарих...
З. МӘҺӘҘИЕВА әҙерләне.