+5 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
10 Август 2018, 15:20
Башҡортостандың тәбиғәт ҡомартҡылары
Архaнгел районындағы Атыш шарлауығы. Ул Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Бейеклеге – 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан да юғары. Бындай шарлауыҡ – Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказдағы шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.
Архaнгел районындағы Атыш шарлауығы. Ул Ләмәҙ йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Бейеклеге – 4 метрҙан ашыу, киңлеге 6 метрға етә. Ә тәрәнлеге 10 метрҙан да юғары. Бындай шарлауыҡ – Башҡортостанда бик һирәк осрай торған тәбиғи һәйкәл. Кавказдағы шарлауыҡтарҙан үҙенең текә бағана яһауы менән айырылып тора.
Архангелдан көньяҡтараҡ Асҡын мәмерйәһе лә бар. Унда һәр саҡ һыуыҡ. Мәмерйәнең «Ҙур зал» тип аталған бүлмәһендә 17 боҙ сталагмит үҫкән. Ҡайһы берҙәренең диаметры 2,8 метрға еткән, бейеклеге – 8 – 11 метр. Залдың оҙонлоғо –104, киңлеге – 62 метр.
Ауырғазы районындағы Бишҡайын мәмерйәһе. Ул ҡояш бик ныҡ ҡыҙҙырған ерҙә урынлашҡан, тәрәнлеге – биш кенә метр. Ә һәр саҡ боҙ һалҡынлығын һаҡлай. Шуның өсөн серле мәмерйә тәбиғәт һәйкәле исемлегенә ингән.
Баҡалы районының Баҡалы ауылынан 5 – 6 саҡрым алыҫлыҡта биш гектар майҙанды ҡарағайлыҡ биләй. Уны 1812 йылда ултыртҡандар. Был ҡарағайҙарҙың бейеклеге – 30 метрҙан ашыу.
Бәләбәй районынында 420 йәшлек бер ҡарағай үҫә. Йыуанлығы – 4 метрҙан ашыу, буйы – 30 метрҙан бейегерәк. Халыҡ һөйләүенсә, әлегегә ҡарағанда ике тапҡыр оҙонораҡ булған. Йәшен атҡан ваҡытта һынған.
Ямантау (Белорет районы) – Көньяҡ Уралдың иң бейек түбәһе. Абсолют бейеклеге – 1 мең 640 метр. Итәктәрендә үҙенсәлекле үҫемлектәр бар. Уларҙы Башҡортостанда үҫкән һәр төрлө ағас, үләндәрҙең иң әрһеҙҙәре тип атарға мөмкин. Сөнки Ямантауҙа бик көслө дауылдар була. Ҡайһы саҡ тотош урмандарҙы аҡтарып ташлай. 1962 йылдағы көслө дауыл тау итәгендә үҫкән уҫаҡ урманының 80 процентын юҡ иткән. Тау башында һәр саҡ ел булғанлыҡтан, бөжәктәр юҡ кимәлендә. Уларҙы елһеҙ ваҡытта ғына осратырға мөмкин. Тауға күтәрелә барған һайын ағастар ҙа, ҡоштар ҙа, бөжәктәр ҙә, үҫемлектәр ҙә төрлөләнә бара.
Ҡыҙылъяр мәмерйәһе Оло Инйәрҙең уң яғында урынлашҡан. Мәмерйәнең эсендә тәрәнлеге 13 метр булған ҡоҙоҡ бар. Күлдәр бик күп. Мәмерйәнең оҙонлоғо 100 метрға етә һәм күл менән тамамланып ҡуя.
Себер кедрҙары урманы – Белорет ҡалаһынан алты саҡрым алыҫлыҡта. Ул 1906 йылда ултыртылған. Ике гектар майҙанды биләй. Йыл һайын сәтләүек бирә.
Асы ауылынан йыраҡ түгел, Юрмаш йылғаһының уң яҡ ярында ятҡан ҡыҙғылт төҫтәге ҙур таш өйөмдәрен Йәшен ташы тип атайҙар. Элек-электән тирә-яҡтағы башҡорттар араһында, әгәр ҙә шул таштарға һуҡһаң йәки яңылыш тейһәң, йәшен йәшнәй, тигән ырым йәшәп килә. Әле ул бик күп туристы йәлеп итә.
Дүртөйлө районында матурлығы менән дан алған Венеция тигән ауыл бар.
Көйөргәҙе районында Ҡаҙлайыр йылғаһының һул яҡ ярында, Яҡут ауылынан 2 саҡрым үрҙәрәк Яҡут тоҙло сығанағы табылған. Уның тирә-яғында шифалы ҡойо барлыҡҡа килгән. Халыҡ сығанаҡтың тоҙло һыуы һәм ҡойо менән дауалана. Ревматизмдан һәм башҡа сирҙәрҙән килешә.
Баш ҡалабыҙҙың Шота Руставели урамы менән Өфө шоссеһы араһында Непейцов дендропаркы урынлашҡан. Дендро грек телендә ағас тигәнде аңлата. Тимәк, ғилми тикшеренеү өсөн үҫтерелгән ағастарҙан торған парк. Унда йөҙҙән ашыу урындағы ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫә. Шулай уҡ башҡа яҡтарҙан килтереп ултыртылғандары ла бар. Паркка 1923 – 1924 һәм 1937 – 1941 йылдарҙа нигеҙ һалына.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...