+17 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
31 Август 2018, 14:06
Дәрестәр – ҡала урамдарында
Был белем усағы Американың Колорадо штатында урынлашҡан. Унда уҡыу процесы бер нисә йылға һуҙылған мауыҡтырғыс мажараларҙы хәтерләтә. Математика, инглиз теле кеүек төп предметтар уҡытыла, әммә дәрестәр төрлө асыштар, экспедициялар рәүешендә уҙа.
Уҡытыусылар фекеренсә, белем һәм тәрбиә биреүҙә бындай ысул ыңғай тәьҫир итә. Мәҫәлән, архитектура дәресе тынсыу синыф бүлмәһендә түгел, ә ҡала урамдарында үтә. География дәресендә уҡыусылар байдаркаларҙа йөҙә, урындағы рельеф һәм климат шарттарын, урман, күлдәрҙең флораһын һәм фаунаһын өйрәнә.
Уҡытыусылар дәрес биреп кенә ҡалмай, балаларға йырҙар яҙырға, рок-төркөмдәр ойошторорға, роботтар йыйырға, видеоуйындарға сценарийҙар яҙырға ярҙам итә. Америка мәктәптәре өсөн ғәҙәти булған спорт төрҙәренән тыш, уҡыусылар йога һәм медитация серҙәрен өйрәнә, уҡытыусылары менән төрлө уйындар уйнай, тау саңғыһында йөрөй.
Күсмә мәктәптәр
Яҡутстанда элек болан үрсетеүселәрҙең балалары бөтөнләй уҡып тормаған йәки белем алыр өсөн уларға бер нисә айға туғандарынан айырылып, интернат-мәктәптәрҙә йәшәргә тура килгән. Был мәсьәләне хәҙер күсмә мәктәптәр ярҙамында хәл итәләр. Шуларҙың иң танылғаны – Кэнэлэкэн. Ул Оленёк районындағы Харыялах мәктәбенең филиалы булып тора. Балалар махсус рәүештә төҙөлгән дәрестәр селтәре буйынса уҡый. Өйгә һәм контроль эштәрҙе интернет аша ебәрәләр. Милли проект буйынса болан үрсетеүселәрҙең балалары уҡыған мәктәптәргә юлдаш-интернетҡа инеү мөмкинлеге бар.
Бер кемгә лә буйһонмайҙар
Канаданың Онтарио ҡалаһында 1972 йылда ALPHA мәктәбе үҙ ишектәрен аса. Ундағы уҡыусылар бер кемгә лә буйһонмай. Билдәләр ҡуйылмай, өйгә эштәр бирелмәй. Дәрес ҡалдырыусыға, әрләшкәнгә, тыңламағанға яза биреү юҡ. Уҡыу көнөн нисек үткәрергә, ниндәй дәрес булырын балалар үҙҙәре хәл итә. Синыфтар йәш буйынса түгел, уҡыусының ҡыҙыҡһыныуы буйынса булдырылған. Уҡытыусының төп бурысы – уларға ҡамасауламау.
Берәй бәхәсле хәл килеп тыуһа, уҡыусы һәм уҡытыусыларҙан торған комитет төҙөлә. Ике яҡҡа ла үҙ фекерҙәрен әйтергә рөхсәт ителә. Артабан комиссия ағзалары мәсьәләне хәл итеү юлдарын эҙләй. Иң мөһиме – бөтәһенә лә оҡшаған ҡарар табылырға тейеш.
Х. ХӘСӘНОВА әҙерләне.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Матбуғат
17 Май , 10:58
Яҙыл да бүләк от!
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...