+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
6 Сентябрь 2019, 12:04

Вундеркинд балалар

Ирина Полякова Рәсәйҙән был ҡыҙ 2 йәшендә генә уҡырға өйрәнә. Уның менән әсәһе балаларҙы иртә үҫтереү методикаһына таянып шөғөлләнгән була. Ә 5 йәшендә иһә барыһын да шаҡ ҡатырып, Жюль Верндың 26 томлыҡ йыйынтығын уҡып сыға.

Ирина башҡа тиҫтерҙәре һымаҡ 7 йәшендә түгел, ике йылға алдараҡ уҡырға бара. Мәктәп программаһын да бик тиҙ үҙләштереп, синыфтан синыфҡа һикерә. Шулай ҡыҙ 13 йәшендә үк мәктәпте та­мамлап, еңел генә Мәскәү дәүләт университетына уҡырға инә. Уҡыу йортонан һуң да һөнәре буйынса юғары дәрәжәләргә бер ауырлыҡһыҙ үрләй.


Андрей Хлопин


Краснодар крайынан Андрей ҙа кескәй сағынан белемгә ынтылышын күрһәтә. Башҡа вундеркинд балалар кеүек иртә уҡый башлай. Тик әкиәттәр урынына йыһан уны нығыраҡ ҡыҙыҡһындыра. Тәүге уҡып сыҡҡан китабы ла «Марс» тип атала. Улдарының астрономия менән мауығыуында ата-әсәһенең өлөшө ҙур була. Баҡһаң, йәш даһиҙы һәр саҡ дәртләндереп бүләкләп торғандар икән.

Малай космонавтика көнөнә арнап үткәрелгән төбәк конкурсында Юпитер һәм Марс планеталары араһында астероидтарҙың бүлкәте барлыҡҡа килеүен фаразлап, еңеү яулай. Был саҡта уға 9 ғына йәш була.

Киләһе еңеүен, баһалама төркөмө ағзаларын аптыратып, астрономия олимпиадаһында ала. Ул ҡараңғыла балҡыған «йылтырауыҡлы болоттар»ҙың серен сисеп бирә. Әлеге һорау буйынса ғалимдар йөҙ йылдан ашыу баш ватҡан була. Был асышы өсөн исеме Гиннестың рекордтар китабына индерелә.
Марк Вишня
Өс йәшендә үк Марк өс урынлы һандар­ҙы хәтерендә ҡуша, ала, ҡабатлай, квадрат тамырҙы сығара, синус һәм косинус­тар таблицаһын белә. Ул малай-калькулятор булып, ҙур танылыу яулай. Атай-әсәйҙәренең хәтерләүенсә, бәләкәстәре йәш ярымға тиклем 10-ға саҡлы һанаһа, 2 йәшенә миллиардҡа еткерә.

Шуныһы ҡыҙыҡ: яҡындары – филологтар. Улдарының математикаға һөйөүе улар өсөн көтөлмәгән хәл була. Был иҫ киткес һәләтле малай «Дан минуты» телевизион шоуында ла сығыш яһай.
Тимофей Цой
Тимофейҙың география буйынса ғәжәйеп һәләттәре асыла. 2 йәш тә 10 айҙа уҡырға өйрәнеп, донъялағы илдәр менән ҡыҙыҡһына башлай. 5 йәшендә инде төрлө илдәрҙең флагтарын таный, һәр дәүләттең баш ҡалаһын әйтеп бирә.
Гордей Колесов
Беҙҙең вундеркинд балалар Рәсәйҙә генә түгел, унан ситтә лә билдәлелек яулай. Быға Гордей Колесов асыҡ миҫал

Малай 2008 йылда Мәскәүҙә тыуған. Үҙенә 5 йәш тулғанда Ҡытайҙа уҙған һәләттәр шоуында еңеүсе була. Гордей унда ҡытайса йыр йырлай, гитарала уйнай, залдағы тамашасыларҙың күңелен күтәрер өсөн жюри ағзаларына хәйләле һорауҙар бирә. Бөтәһен ҡытай телен яҡшы белеүе менән шаҡ ҡатыра.
Читайте нас: