+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
21 Ғинуар 2020, 13:45

Ҡосаҡлау – үҙе дауа

21 ғинуар – Халыҡ-ара ҡосаҡлашыу көнө.

1986 йылдың ошо көнөндә быны Америка студенттары уйлап сығарған: төркөмдәштәрен, урамда осраған кешеләрҙе ҡосаҡлағандар. Был традиция бөтә донъяға таралып киткән.
Беҙ ғәҙәттә оҙаҡ осрашмай торғандан һуң ҡосаҡлашып күрешәбеҙ, шулай уҡ алыҫ юлға оҙатҡанда. Балалар илаһа, тиҙерәк ҡосаҡҡа алырға тырышалар, бәпәй тиҙ генә тыма ла ҡуя, шулай бит? Сөнки ҡосаҡлау дауалау көсөнә эйә. Мейеләге ҡәнәғәтлек тойғоһо алыу үҙәге әүҙемләшә икән. Быны ғалимдар иҫбатлаған. Улар әйтеүенсә, көн һайын бер нисә тапҡыр ҡосаҡлашыу иммун системаһын, психиканы ла нығыта.
Калифорния университеты профессоры Аллан Шорҙың тикшеренеүҙәре буйынса 3 йәшлек бала мейеһенең сканы аша уны яраталармы, юҡмы икәнен белеп була. Әгәр уны йыш ҡосаҡлайҙар, үбәләр икән, мейеһендә нейрон бәйләнештәре күберәк барлыҡҡа килә һәм мейе үҙе лә ҙурыраҡ була.
Көн һайын ҡосаҡлау баланы тыңлаусан, изге күңелле итеп тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Бер-беребеҙҙе дуҫтарса ҡосаҡлауҙан, ыңғай тәьҫораттар бүләк итеүҙән тартынмайыҡ.
Читайте нас: