Был йырҙы Лев Ошанин һүҙҙәренә Аркадий Островский яҙған. Беренсе тапҡыр ул 1962 йылдың июлендә Бөтә Союз радиоһында яңғырай. Уны «Хәйерле иртә!» тапшырыуында Майя Кристаллинская башҡара. Шул уҡ йылдың йәйендә Тамара Миансарова VIII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ошо йыр менән Хельсинкиҙа еңеү яулай.
Ә йырҙың барлыҡҡа килеү тарихы былай. 1928 йылда Костя Баранниковҡа 4 йәш тула. Бер көн әсәһе уға «һәр ваҡыт» тигән һүҙҙең мәғәнәһен аңлата. Шунан был малай дүрт юллыҡ шиғыр уйлап сығара.
1929 йылда балалар психологы Ксения Спасская Костяның әсәһенән был ваҡиға тураһында белеп ҡала. «Родной язык и литература в трудовой школе» журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәләлә был дүрт юллыҡты ҡуллана. Был турала уҡыған Корней Чуковский 1933 йылда үҙенең «От двух до пяти» китабына индерә. Тағы ла 28 йылдан һуң рәссам Николай Чарухин «Пусть всегда будет небо! Пусть всегда будет солнце!» тигән плакат яһай. Ә уны шағир Лев Ошанин күреп ҡала һәм ошо мәңгелек йырҙың һүҙҙәре барлыҡҡа килә.
Солнечный круг, небо вокруг,
Пусть всегда будет солнце,
Солнечный круг, небо вокруг –
Пусть всегда будет солнце,
Милый мой друг, добрый мой друг,
И в тридцать пять сердце опять
Пусть всегда будет солнце,
Тише, солдат, слышишь, солдат, –
Тысячи глаз в небо глядят,
Пусть всегда будет солнце,
Против беды, против войны
Встанем за наших мальчишек.
Солнце – навек, счастье – навек! –
Пусть всегда будет солнце,
Пусть всегда будет небо,
Пусть всегда будет мама!
Пусть всегда буду я.