-4 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
21 Сентябрь 2020, 18:05

УҢЫШЛЫ БУЛҒЫҢ КИЛӘМЕ? БУЛ ӘЙҘӘ!

Кеше менән 10 минут аралашыу ҙа етә – ул кешенең аңы позитивмы, әллә негативмы икәнен белергә була. Иң ҡыҙығы: һәр кемдең фекер йөрөтөү даирәһе ысынбарлыҡтағы йәшәйеше менән тулыһынса тап килә. Үҙҙәрен уңышһыҙ тип һанаусыларҙың барыһы ла тулы ҡанлы тормош менән йәшәү өсөн "уларға уңыш бер ваҡытта ла йылмаймаясағына" имандары камил. Шулай уҡ танылған, юғары дәрәжә биләгән кешеләрҙең быны таҙа намыҫ менән яулауҙарына ышанмайҙар. Әйҙәгеҙ, бөтә нәмә үҙебеҙҙең ҡулда икәнен онотмайыҡ!

"Миңә күп кәрәкмәй", "Мин күктән йондоҙҙар эҙләмәйем..." кеүек негатив һүҙбәйләнештәрҙән ҡотолоғоҙ. Ғәҙәттәрегеҙҙе уңышҡа көйләгеҙ! Бының өсөн бары тик үҙегеҙгә, уңышҡа ныҡлы итеп ышанырға ғына кәрәк!
Ҡайҙа булыуығыҙға, нимә менән шөғөлләнеүегеҙгә ҡарамаҫтан, һеҙ тормошоғоҙҙо өр-яңы сценарий буйынса ҡора башлай алаһығыҙ. Бының өсөн: "Минең тормошомда бөтәһе һәйбәт булды, бар һәм буласаҡ!" – тип уйлағыҙ, хатта уны ҡысҡырып әйтегеҙ. Шулай тип әйтеүҙән генә лә күҙәнәктәрегеҙ буйлап ышаныс, ҡыуаныс йүгерәсәк. Һүҙҙең ҡөҙрәте киң икәнен онотмайыҡ!
Беҙҙең нимә уйлауыбыҙ барыһы ла Аллаһы Тәғәлә тарафынан тормошҡа ашырыу өсөн фарман итеп ҡабул ителә. Шуға күрә һүҙҙәребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ. "Мин быны эшләй алмайым", "Бындай бәхет минең өсөн түгел", "Миңә тигәндә гел тиҫкәре була торған" кеүек паразит һүҙҙәрҙән ҡотолайыҡ. Уларҙы: "Мин быны ҙур теләк менән эшләйем!", "Мин тотонһам, бөтәһе лә шәп килеп сыға!", "Үҙем өсөн тик яҡшыһын ғына һайлайым!" – тигән алтын һүҙҙәргә алмаштырайыҡ!
Һәр көнөгөҙҙө Хоҙайға рәхмәт һүҙҙәренән башлағыҙ. Әгәр бөгөн йоҡонан имен уянғанһығыҙ икән, тимәк, әле һеҙҙе БӨЙӨК эштәр көтә!
Кешенең рухи азатлығы һәм бәхетенең иң ҙур дошманы – икеләнеү, үҙ көсөңә ышанмау, шикләнеү. "Әгәр килеп сыҡмаһа..." Был һүҙҙәр йәлләт (башкиҫәр) кеүек күңелде иҙә. Иң ҡурҡынысы – бөтә сиктәрҙе лә үҙебеҙ булдырабыҙ. Был эске тотҡонлоҡтан ысҡынып, тормошоғоҙға, булмышығыҙға яҡтылыҡ, мөхәббәт һәм азатлыҡ нурҙары индерегеҙ – яҙмышығыҙҙың яҡшы яҡҡа ыңғайлағанын һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ.
Әгәр ҙә бәхетле булмаһағыҙ, тимәк, бәхетһеҙ буласаҡһығыҙ. Сөнки башҡа юл юҡ. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бәхетле булырға өйрәнәйек. Нисекме? Әлбиттә, бәхетле кешенең дә проблемалары була, әммә ул бер ваҡытта ла йөҙ һытып йөрөмәй. Ул ҡыуанып проблемаһын хәл итеү юлдарын эҙләй. Сөнки ул кеше проблеманың артында әллә күпме мөмкинлектәрҙе күрә. Ошо ҡыйынлыҡты үтеү менән уны оло бәхет көтөүен тоя һәм шуға ынтыла.
Аҡыллы кешеләрҙең бер минут та буш ваҡыты булмай. Уның аҡылын алыр өсөн кешеләр сиратҡа баҫа. Ә аҡыл – беҙҙең аҫыл китаптарыбыҙҙа. Әгәр ҙә һеҙ сираттағы сериал менән мауығаһығыҙ икән, тимәк, һеҙ иң ҡәҙерле ваҡытығыҙҙы үлтерәһегеҙ. Ә китап һеҙҙең тормош ағышын да үҙгәртеүе мөмкин.
"Ҡәнәғәтлек көнө" тип аталған бик һәйбәт күнекмә бар. Ул иртә менән үк көнөңдө ҡәнәғәтлек алыу өсөн көйләргә ярҙам итә. Йоҡонан уянып етер-етмәҫтән рәхәтләнеп йылмайып, күңелегеҙгә яҡын берәй эште планлаштырығыҙ. Иң ябай шатлыҡтарҙан башлағыҙ һәм был ғәҙәт нимәгә килтеререн күҙәтеп барығыҙ. Һөҙөмтәһе оҙаҡ көттөрмәҫ.
Уңышҡа ныҡыштар ғына ирешә. Кемдәр күләгәлә генә уңыш, бәхет көтөп ята икән, улар ғүмерҙә лә уны күрмәүе ихтимал. Ә ҡара тырыштар бер эше барып сыҡмаһа, уға көйөп үҙен дә, ваҡытын да сарыф итеп тормай, икенсе йүнәлешкә тотона, унан өсөнсөгә, дүртенсегә... Барып сыҡҡансы. Һәр уңыштан һуң: "Мин бөтәһен дә эшләй алам!" – тип ҡабатларға онотмағыҙ. Беҙҙең оло уңышыбыҙ кескәй-кескәй уңыштарҙан тора! Миллион тамсыларҙан йыйылған йылға кеүек.
Үҙегеҙҙең тормошоғоҙҙо таҙа ҡағыҙ бите итеп күҙ алдына килтерегеҙ. Унда нимәләрҙе күрергә теләр инегеҙ – шуларҙың барыһын да яҙығыҙ. Шулар әлеге ваҡытта тормошҡа ашҡан икән, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Был күнекмәнең ике шарты бар – ышаныу һәм даимилыҡ. Ныҡлы ышанып, ҙур шатлыҡ менән күҙ алдына йышыраҡ килтерһәгеҙ – тормошоғоҙҙоң үҙгәргәнен һиҙмәй ҙә ҡалырһығыҙ!
Ышаныу – уңыштың нигеҙе. Нимәнелер алыу мөмкинлегенә ышанып ҡына ла һеҙ уға эйә булыуығыҙ ихтимал! Маҡсатҡа ирешәм, тиһәгеҙ – үҙегеҙҙә Ышанысты уятығыҙ! Ышаныс – ул үҙ-үҙегеҙгә, мөмкинлектәрегеҙгә, ынтылышығыҙҙың һөҙөмтәһенә инаныу, шуға ынтылыу. Һәр көнөгөҙ яңы мөмкинлектәр сығанағы икәненә ышанһағыҙ, һеҙ бер минутығыҙҙы ла бушҡа әрәм итмәйәсәкһегеҙ. Һәр көнгә өмөт менән бағайыҡ!
Фекерҙәрегеҙ яҡшыраҡ булған һайын тормошоғоҙ ҙа яҡшыра барасаҡ. Үҙ тормошобоҙҙо матур фекерҙәребеҙ менән ҡорабыҙ. Тимәк, матур уйҙар ғына уйлап йәшәйек!
Уңышҡа ынтылышығыҙҙы кире фекерле, үҙ-үҙенә ышанмаған кешеләргә асмағыҙ! Уларҙың ышанмаусанлығы, кире энергияһы буласаҡ уңышығыҙҙың юлын ҡаплай. Хатта үҙ ата-әсәгеҙ йәки яҡын туғанығыҙ булһа ла. Уларҙы ғәйепләргә ашыҡмағыҙ, киреһенсә, ғәфү итегеҙ! Һәр көнөгөҙ – яңы тормошҡа юл!
Һәр кире нәмәнең дә ыңғай яғын табырға өйрәнегеҙ. Ентекләп мейене эшкә екһәң, табырға була. Мәҫәлән, кемдер һиңә аяҡ салды икән – һин бүтән ул кешенән йырағыраҡ торорға, уның менән аралашыуҙы кәметергә өйрәнәһең. Әгәр ҙә ошо аҡылды ваҡытында аңламаһағыҙ – ул һеҙҙең аңығыҙға барып еткәнсе ҡабатланасаҡ. Һәр нәмәгә лә һығымта яһарға өйрәнегеҙ: яҡшылыҡҡа ла, яуызлыҡҡа ла. Һәм... рәхмәт әйтегеҙ! Улар барыһы ла Һеҙҙе тағы ла аҡыллыраҡ итә!
Н.Правдина китабынан Айгөл Иҙелбаева тәржемәһе.
Читайте нас: