-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
4 Апрель , 15:15

Хайуандар ҙа яҙҙы һиҙә

Ҡояш нурҙарын йәлләмәй һибә. Тәбиғәт йоҡоһонан уяна. Кескәй дуҫтарыбыҙ, урмандағы кейектәргә күҙ һалайыҡ әле.

Хайуандар ҙа яҙҙы һиҙә
Хайуандар ҙа яҙҙы һиҙә

Ҡуяндар аҡ тунын һороға алыштыра – был уларҙы йыртҡыстарҙан һаҡлай. Яңы тыуған ҡуян балалары иһә бер урынға йыйылып йылынып маташа. Ғәҙәттә, былтырғы үлән йә ауған ағастың тамырҙары аҫтына өймәкләшәләр – уларҙың үҙ йорттары юҡ бит.
Тағараҡта ултырған тейенде осратһағыҙ, аптырама­ғыҙ: ҡышҡа йыйылған аҙығы бөткәс, ул ҡоштарҙыҡын урларға мәжбүр. Ағас ҡайырыһын да кимерә.
Терпеләр төнөн һунар итеүен беләбеҙ. Ә яҙын тиҙерәк аҙыҡ табыу маҡсатында улар көн менән төндө айырып ҡарап тормай икән.
Айыу уяна ла ерҙә тәгәрәй башлай. Шулай ул тәнен яҙып ала.
Төлкөнөң баҡтаһы ҡойола һәм тиҙҙән уның йөнө ҡуйы, ҡабарынҡы булып китә.
Яҙға ҡарай бүре лә ныҡ асыға һәм әүҙем рәүештә үҙенә аҙыҡ эҙләй башлай. Көҙөн өйөрө менән йөрөгән йыртҡыстар хәҙер инде яң­ғыҙ һунарҙы хуп күрә.

Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: