Әгәр берәй әҙәм балаһының ике күҙе ике яҡҡа ҡарап торһа, ғәҙәттә, уны ҡылый күҙле кеше тиҙәр. Ҡуяныбыҙ ҙа бына ошо ҡушаматты юҡҡа ғына йөрөтмәй икән. Эт, бүре, төлкө, айыу һымаҡ башҡа януарҙарҙан айырмалы, был кейектең ике сикәһендә урынлашҡан күҙҙәре, ысынлап та, ике яҡҡа ҡарап, тышҡа сыға биреберәк (тупайып) тора. Ә ҡуян өсөн был бик тә уңай: берәй түңгәк артында йәшенеп, ҡолаҡтарын артҡа ятҡырып, тик «тупай» күҙҙәрен генә өҫкә сығарып, алыҫтан яҡынлашып килеүсе дошманын күҙәтә ул. Ә инде эт, төлкө йә башҡа берәй йыртҡыс баҫтырһа, ҡасып барышлай, башын бормай ғына, артынан ҡыуып килеүсене күрә бара. Бынан тыш, ғәйәт һаҡ булған шеш ҡолаҡтары ла ҡурҡыныс яҡынлашып килгәнен алыҫтан ишетеүгә һәләтле. Үҙе фәҡәт үҫемлек менән генә туҡланған был йәнлек тик башҡаларҙан һаҡланыуға ғына яраҡлашҡан.
Ныҡ үҫешкән шул һиҙеү органдарынан тыш, тағы әллә күпме ғәжәп үҙенсәлектәре лә бар уның. Шуларҙың береһе хаҡында: «Йәйен – һоро, ҡышын – аҡ. Уға шулай яҡшыраҡ» тигән йомаҡты ла беләбеҙ. Яҙлы-көҙлө тунын алмаштырып тора ул. Был да уға дошмандарынан һаҡланыу өсөн Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән бер үҙенсәлек. Ҡышын өҫтөн ҡар ҡаплаған селек йә башҡа бәләкәс ҡыуаҡтар араһында йомарланып ултырған ап-аҡ ҡуянды ҡапыл ғына күрә һалыу мөмкин түгел.
Уның тағы бер һәләте – шәп йүгереү. Артҡы аяҡтары күпкә оҙонораҡ булған ҡуяндың киң таралған бер төрөн юҡҡа ғына үр ҡуяны тип атамайҙар. Башҡа йәнлектәрҙән айырмалы, уға тауҙың үренә ҡарай сабыуы уңайыраҡ. Сәғәтенә 60 километрға тиклем тиҙлектә йүгерә ала. Ҡуяндың ҡайһы бер төрҙәре хатта 4 метр бейеклеккә (ике кеше оҙонлоғо!) һәм 3 – 4 метр ситкә һикерергә һәләтле. Ҡасып барған еренән кинәт кенә бер яҡҡа һикереп, дошманын юлдан яҙлыҡтыра. Алғы аяҡтары әллә ни үҫешмәгән. Тау түбәненә ҡарай ҡасырға тура килһә, артҡы аяҡтары менән этенеп, йомарланып, тауҙан туп һымаҡ тәгәрәп төшә.
Бәғзе тәжрибәле һунарсылар әйтеүенсә, бөркөт йә өкө һымаҡ йыртҡыс ҡоштар һөжүм иткән саҡта ҡайһы бер ҡуяндар кинәт кенә салҡан ятып, артҡы аяҡтары менән шул дошманын хатта үлтергәнсе тибеү осраҡтары ла булғылай.
Ҡуян – һаҡ хайуан. Бер ваҡытта ла тауышланып йөрөмәй. Был да һаҡланыу сараларының береһе инде. Тик ниндәйҙер берәй йыртҡыс уны эләктереп алған осраҡта ғына әсе итеп сырылдай. Ә уның ағасҡа йә ергә туҡылдата торған ғәҙәте хаҡында ишеткәнегеҙ бармы? Зоологтар фаразлауынса, үҙ-ара шулай сигнал биреп аралаша улар. Бер-береһен яҡынайып килгән ҡурҡыныс хаҡында иҫкәртеп (бәлки, яҡынлашып килеүсе йыртҡысты ҡурҡытыу өсөндөр ҙә) «барабан» һуғыуҙары ихтимал. Ошо ысул ярҙамында «ҡуянбай» менән «ҡуянбикә» бер-береһен табышалар, тигән фаразлау ҙа бар.
Бына шулай, ҡәҙерле уҡыусылар, бахыр ғына күренгән был йәнлек үҙенең ана шундай яҡтары менән күп кенә кейектәргә ҡарағанда ла һаҡлаулыраҡ икән ул. Ғәйәт көслө гиганттар – мамонт, динозавр, ҡылыс тешле юлбарыҫтар әллә ҡасан уҡ үлеп бөткән, ә ҡурҡаҡ ҡуян әле булһа тоҡомон дауам итә бирә. Тик… «утлы таяҡ» менән ҡоралланған бөгөнгө кешеләр ҡуян өсөн, моғайын, иң ҡурҡыныс дошман булып торалыр. Үҙен аҡыллы зат тип иғлан иткән әҙәм балаһы һис бер зыянһыҙ ошо йән эйәһен мөмкин тиклем һаҡларға бурыслылыр, минеңсә…
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.