Йыртҡыс хайуандар, әлбиттә, туҡланыу өсөн башҡаларҙы ҡыуып тоторға тейеш. Шуға күрә улар бик үткер тырнаҡлы, осло тешле һәм шәп йүгереү йә һикереү һәләтенә лә эйә. Ә инде ҡорбандарына дошманынан ҡасып ҡотолоу ихтыяжы бар. Кемеһе етеҙерәк, шул йәшәүгә нығыраҡ ҡулайлашҡан булып һанала.
Көньяҡ Америкала йәшәүсе пума (уны «кугуар» йә «тау арыҫланы» тип тә атайҙар) һунар ваҡытында 5 метр бейеклеккә тиклем һикерә ала! Был «бесәй» һәүетемсә ауыр ғына, яҡынса 100 килограмм тирәһе була. Оҙонлоғо – 2 метрға, бейеклеге 90 сантиметрға еткән был йыртҡыс һәр төрлө болан, ҡоралайҙар менән туҡлана. Бынан тыш, бүре, төлкө һымаҡ башҡа кесерәк йәнлектәрҙән «ауыҙ итеүҙән» дә баш тартмай. Хатта айыуға ла һөжүм итә, тиҙәр. Уның елкәһенә менеп ултырып ала ла муйын умыртҡаһын кимереп өҙә икән.
Ә ҡырағай бесәйҙәр араһында иң ҙуры булып арыҫлан менән юлбарыҫ һанала. 250 килограмға еткән был йыртҡыстар үҙҙәренең табышына ташланғанда 10 метр оҙонлоҡ араға һикереүе ихтимал. Йорт бесәйе сысҡан тешләгән көйө үҙен нисек еңел тотһа, был көслө януарҙар ҙа ауыҙына эләктергән ҡоралай (ҡыр кәзәһе) менән шулай уҡ еңел йөрөй, хатта 3 метр бейеклектәге кәртә аша һикереп сыға ала. Был ике дәү, көслө йыртҡыстың ҡайһыныһы «кейектәр батшаһы» булыуы хаҡында әле булһа берҙәм фекер юҡ.
Ә дельфинды телевизорҙан күрмәгән кеше юҡтыр. Бәғзеләр уны балыҡ тип хаталаныуы ла бар. Белеп ҡуйығыҙ – атмосфера һауаһы менән тын алыусы һөтимәр хайуан ул, үҙе ваҡ балыҡтар менән дә туҡлана. Һыуҙа йәшәргә яраҡлашҡан был йәнлектәр 10 – 15 минут һайын уның өҫтөнә сығып тын алып, һикерешеп уйнарға ла ярата.
Тәндәренә һөлөк һымаҡ ҡаҙалған һәр төрлө ваҡ-төйәк диңгеҙ паразиттарынан ҡотолоу өсөн әленән-әле 3 – 4 метр бейеклеккә һикереп, һауала трюктар яһайҙар.
Австралияла йәшәгән көнгөрә лә – үҙенсәлекле хайуан.
Ул йыртҡыс түгел, ә үлән менән туҡланыусы йәнлек. Ҡорһаҡ тәңгәлендәге кеҫәһендә балаһын йөрөтөп үҫтергән оҙон ҡойроҡло был йән эйәһенең төп дошманы – төлкө. Төлкө йә эт һөжүм итеп, уны ҡыуып етә башлаһа, кинәт кенә 3 метр бейеклеккә һикереп китә, йә булмаһа, ҡаҡ салҡан әйләнә килеп, артҡы көслө аяҡтары менән тибергә лә яраҡлашҡан ул. Үҙен ҡыуып килгән йыртҡыстың башын онтай тибеүе мөмкин. Көнгөрәнең тағы бер бик ҡыҙыҡ һаҡланыу һәләте бар. Яҡын-тирәлә берәй күл, йылға булһа, был хайуан дошманынан ҡасып, тиҙерәк шунда инергә тырыша. Оҙон артҡы аяҡтары менән тиҙ генә һыу кимәле бил тапҡырына еткәнсе кисеп бара ла үҙен баҫтырып килеүсене көтөп тора. Аяҡтары көнгөрәнекенән күпкә ҡыҫҡа булған дошманы уның янына йөҙөп килеп етә. Шул саҡ ышаныслы баҫып торған көнгөрә алғы аяҡтары (ҡулдары) ярҙамында уны һыуға батырып тонсоҡтора.
Әкрен генә һөйрәлеп йөрөүсе ташбаҡа хаҡында ла ишеткәнегеҙ бар. Уны дошмандарынан үҙе менән йөрөткән «таш өй»ө һаҡлай. Шулай уҡ тиерлек яй йөрөгән терпене лә беләбеҙ. Осло энәләре ярҙамында ул тышҡы агенттарҙан ҡотола. Һәр төрлө йыртҡысҡа тәмле аҙыҡ булырҙай был йән эйәләренә Аллаһы Тәғәлә ана шундай «ҡорамал» биргән.
Ҡәҙерле уҡыусылар, ә бит бына ошо һанап киткән хайуандар, ниндәй генә үткер тешле булмаһын, нисек кенә шәп йүгермәһен йә һикермәһен, «таш өй»өнә йәшеренгән йә энә менән ҡапланғанмы – барыбер браконьер тип аталған дошманынан ҡотола алмай. Уҫал әҙәмдәр алдында улар бөтөнләй ярҙамһыҙ. Ҡыҙғаныс, шулай бит?..
Әҙәм балаһына, хайуандарҙан айырмалы, Аллаһы Тәғәлә аҡыл һәм фекер йөрөтөү һәләте биргән. Ана шул ҡабатланмаҫ бүләгебеҙҙе тик изге эштәр атҡарыуға йүнәлтеп, арабыҙҙа браконьерҙар үрсеүгә юл ҡуймаһаҡ ҡына, беҙ үҙебеҙ аңһыҙ хайуандарҙан ысын мәғәнәһендә айырылып торорбоҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, кешенең һаҡһыҙлығы арҡаһында борон-борондан Ер йөҙөндә бик күп йәнлек, үҫемлек төрҙәре юҡҡа сыҡҡан. Ҡырағай йәнлектәр бер-береһен тотоп ашаған хәлдә лә, тәбиғәттәге әйләнеш процесы боҙолмай. Беҙ, кеше булараҡ, ана шул гүзәллекте һаҡларға тейешбеҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Мөхәммәт пәйғәмбәр: «Рәхимлек күрһәткән рәхимлек күрәсәк», – тип әйткән хәҙис тә бар. Хаҡ Тәғәләнең мәхлүктәрен йәлләп, уларҙы һаҡлаһаҡ, үҙебеҙгә сауабы әйләнеп ҡайтасаҡ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.
Сибай ҡалаһы.