+15 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Беләһеңме?
28 Март , 11:49

Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?

- Бирешмәҫкә, алға барырға кәрәк. Маҡсатығыҙға ынтылығыҙ, барыһы ла килеп сығасаҡ. Миңә лә еңелдән булманы. Әле мин 60 процентҡа ғына ишетәм. Музыка донъяһынан китеү хәүефе лә бар ине. Тик үҙемде ҡулға алдым, - тине Радик Юлъяҡшин.

Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?
Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?

Һәләтле йырсы, йәштәрҙең дә, ололарҙың да яратҡан башҡарыусыһы, донъя кимәлендә Элвин Грей булараҡ билдәле Радик Юлъяҡшин - Өфө егете. Ата-әсәһе яғынан тамырҙары Ғафури районына барып тоташа. Уны белмәгән кеше юҡтыр. Төрки телле башҡарыусыларҙан беҙҙең Элвин Грей - 40 миллион аудиторияһы булған берҙән-бер артист. Был уңыштарға нисек өлгәшкән һуң ул?

Былар хаҡында Радик Башҡортостан Республикаһы Башлығы эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы студенттары менән осрашыуҙа һөйләне. Бәләкәҙән үк үҙенә, бөйөк кеше буласаҡмын, тип маҡсат ҡуйған егет.

- Яҡын кешеләреңдең терәге маҡсатыңа табан барғанда ҙур роль уйнай. Атайым миңә 12 йәш булғанда икенсе донъяға күсте. Ул миңә ныҡ ышана ине: музыкант буласағымда шиге юҡ ине. Үҙем дә төндәр буйы йырҙар яҙҙым, миңә берәү ҙә ҡамасауламаны. Ә бит шундай ата-әсәләр бар: юҡ менән булма, тип баланың ҡанаттарын һындыралар. Етмәһә, тиҙҙән әсәйем кредитҡа компьютер ҙа алып биргәс, минең өсөн яңы мөмкинлектәр тыуҙы, ижад донъяһына башкөллө сумдым. Тағы берҙе ҡабатлайым: иң мөһиме - атай-әсәйеңдең терәге, мин уларға рәхмәтлемен. Һуңынан инде синыф етәксем “Юлдаш” радиоһына сығырға ярҙам итте...

Тәүге гастролдәр. Йырҙар ижад итеү. Ғаилә. Миллионлаған тамашасы һөйөүе. Радик Юлъяҡшин менән тулы интервьюны гәзитебеҙҙең алдағы һандарында уҡырһығыҙ, дуҫтар!

Әйткәндәй, гәзит алдырмайым бит әле, тип борсолһағыҙ, әле электрон вариантҡа яҙылып өлгөрәһегеҙ. 3 апрелгә тиклем яҙыл, шул уҡ көндө яңы һанды алып һөйөн, етмәһә, сымһыҙ ҡолаҡсын от: https://yanshishma.com/articles/b-ygel-r/2026-03-27/elektron-g-zitk-ya-yl-da-sym-y-ola-syn-ot-4629965 

 

 

Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?
Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?
Донъялағы иң билдәле 1000 музыканттың береһе - яҡташыбыҙ ҡасандан йырҙар яҙа?
Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас