Был көндө 4391 кеше һынау үткәйне. Шуныһы ҡыуаныслы – араларында 23 уҡыусы 100 балл йыйған: 14 – химиянан, 2 – урыҫ әҙәбиәтенән, ә 7 кеше географиянан. Белеүегеҙсә, БДИ-ның төп осоро - 31 майҙан 2 июлгә тиклем, Башҡортостанда һынауҙарҙа ҡатнашыу өсөн 17 меңгә яҡын уҡыусы теркәлгән. Бөтәһе өсөн дә урыҫ теленән имтихан мәжбүри, ә ҡалған фәндәрҙе сығарылыш синыф уҡыусылары үҙ теләктәре менән һайлап тапшыра. Ә профилле математиканың һөҙөмтәләре 20 июлдән алып 23 тиклем билдәле буласаҡ.