– Әсәй, ә Ҡыш бабай бүләкте беҙҙең өйгә нисек индереп китә?
– Уның Ел санаһы бар, әкиәттәрҙәге осоусы балаҫ кеүек. Шуның менән «выжт» итеп кенә осоп үтә лә һиңә тигән бүләкте форточка аша ҡалдырып китә. Ә мин уны яныңа һалып ҡуям.
Мин оҙаҡ ҡына буран тауышын тыңлап ятам да:
– Ана, «выжт» итеп үткән кеүек булды, әллә беҙҙең өйҙө онотоп киттеме икән? – тип борсолам.
– Юҡ, балам, Ҡыш бабай бер кемде лә онотмай ул, кемдәргәлер ашығысыраҡ тапшыра торған бүләктәре барҙыр. Үтеп китһә, кире боролоп килер, – ти әсәйем.
– Ә мин бөгөн уны йоҡламайынса көтөп ятасаҡмын.
– Ярай, улайһа, мин һиңә әкиәт һөйләй торам.
Тыштағы буран тауышын, әсәйҙең әкиәтен тыңлай торғас, яйлап йоҡоға киткәнемде һиҙмәй ҙә ҡалам...
Иртәгеһенә мендәр аҫтынан үҙем теләгән бүләкте алып ҡыуаныуҙарым!
...Был минең бәләкәй саҡтағы бер хәтирәм.
Икенсе юлы Ҡыш бабай өйөбөҙгә үк килде. Бер үҙе генә лә түгел, ә Ҡарһылыуы менән. Минән шиғыр һөйләттеләр ҙә бүләк, күстәнәс тапшырҙылар.
Шул саҡ әсәйем ҡунаҡтарҙы табынға ҡыҫтай башланы.
– Оҙон юлдан арып, өшөп, асығып килгәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ, әҙерәк тамаҡ ялғап китегеҙ, сәй эсегеҙ, йылынырһығыҙ, – тине.
– Иреп китмәбеҙ микән? – тип бер аҙ икеләнеберәк торғандан һуң Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу апай дивандан урын алды. Ашай башлағас, Ҡыш бабай оҙон аҡ һаҡалын эйәк аҫтына төшөргәйне, мин аптырап ҡалдым. Бәй, уныһы шулай алына торған нәмәме икән ни? Бөтә ҡыйыуһыҙлығымды еңеп, уны тотоп ҡарарға булдым. Үҙенә яҡынлашҡанымды күреп, ниәтемде күҙҙәремдән аңлаптыр инде, күрәһең, Ҡыш бабай һаҡалын кире өҫкә тартып ҡуйҙы. Һәм тиҙ генә хушлашып, сығып китергә ашыҡтылар.
Быныһы икенсе хәтирә булды. Улар әсәйҙең эшенән журналистар Венер Исхаҡов ағай менән Дилара Йәлилова апай булғанын мин аҙаҡ ҡына белдем.
Ә өсөнсөһөнән һуң Ҡыш бабайҙан минең күңелем ҡайтты.
Балалар баҡсаһына йөрөй башлағайным. Иртәлек алдынан барыһы ла йүгерешә, кемделер көтәләр, ә байрам һаман башланмай. Ҡыш бабайҙың килә алмаясағын әйттеләр. Шул саҡ мин бер бүлмәнән үҙебеҙҙең урам таҙартыусы бабайҙың Ҡыш бабай кейемдәрен кейеп торғанын күреп ҡалдым. Байрам кәйефе төштө. Ул ниндәй Ҡыш бабай булһын инде? Етмәһә, тәрбиәселәр минең шыршы тураһында яҙған шиғырымды башҡортса һөйләргә ҡушманы. Ә мин уны тиҙ генә урыҫ телендә яҙҙым да шыршы янында ишеттерҙем. Тик барыбер тәрбиәселәрҙең: «Только не на башкирском языке!» – тигән һүҙҙәре күңелемде әрнетте. Балалар баҡсаһында, өҫтән рөхсәт булһа ла, башҡорт төркөмөн асманылар. Мине үҙемдән ике йәшкә өлкәндәр янына индереп ҡуйҙылар. Баштараҡ тегеләрҙең әйткәндәрен аңлаһам да, урыҫса яуап ҡайтара алмай торһам: «Молчишь, как рыба!» – тип кәмһетеүҙәрен ишетеү ҙә ҡыйын булды. Ә урыҫ телен мин тиҙ өйрәндем. Шөкөр, хәҙер башҡортса ла, урыҫса ла һәйбәт һөйләшәм. Ҡала балаһы булһам да, туған телемде белеп үҫтем. Бының өсөн атай-әсәйемә рәхмәтлемен, өйҙә тик башҡортса ғына һөйләштек.
Ҡайтҡас, балалар баҡсаһының ихатаһында ҡар көрәүсе бабайҙың Ҡыш бабай булыуын әйткәйнем, әсәйем былай тип аңлатты:
– Ҡыш бабай бер үҙе Ер шарындағы бөтә балаларҙы ла ҡотларға өлгөрә алмай. Шуға үҙенә ярҙамсылар һайлай. Улар Ҡыш бабайҙың үтенесе буйынса балалар менән уйнай, бүләктәр тарата, байрамды күңелле итеп үткәрә. Әлеге бабай ҙа шундай ярҙамсыларҙың береһе булған инде.
Ысынлап та, беҙ күмәкбеҙ, ә Ҡыш бабай бер үҙе, ул нисек өлгөрһөн, ти?! Өфөлә генә нисә балалар баҡсаһы, нисә мәктәп? Башҡа ҡалалар, башҡа илдәр күпме?
Шулай итеп, мин биш йәшемдә Ҡыш бабайҙың ярҙамсылары бар икәнен дә белдем.
Ә киләһе йылына Яңы йыл байрамына атайым эшләгән АЛП ширҡәтенә барҙыҡ. Вәт, унда ысын Ҡыш бабай булды, тип уйланым. Ул шул тиклем шаян, йор һүҙле, бөтә балалар менән дә ихлас һөйләшә! Атай менән әсәй миңә Йондоҙ һанаусы костюмын әҙерләгәйне. Ҡыш бабайҙан бүләк алып ҡыуандым.
– Был Ҡыш бабай ысыны булды! – тип ышандым. (Ысынында, ул Милли йәштәр театрының талантлы актёры Ринат Бассариев булған. Үкенес, күп тә үтмәй, фажиғәле үлеп ҡалған. Әммә минең бала саҡ хәтеремдә ул шәп Ҡыш бабай булып һаҡлана).
Беренсе синыфҡа уҡырға барғанда атайым миңә Яңы йылға кейемде алдан әҙерләй башланы. Аждаһа йылына шул тиклем шәп костюм яһаны. Атайым Нияз Мәһәҙиев һүрәт төшөрөргә оҫта ине. Баймаҡ районының Темәс ауылында V синыфты тамамлағас, Өфөгә хәҙерге Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт интернат-гимназияһына уҡырға килгән. Ул саҡта художество интернат-мәктәбе тип кенә аталған. Һүрәт төшөрөү серҙәренә ошонда өйрәнгән. Аҙаҡ мин дә шунда биш йыл белем алдым. Мәктәптән һуң нефть институтының архитектура-төҙөлөш факультетында уҡыған. Шуға һыҙмаларҙы, һәр төрлө схемаларҙы, һүрәттәрҙе ҡойоп ҡуя ине.
Тәүҙә тимер сыбыҡтарҙан Аждаһаның һөлдәһен эшләне. Аҙаҡ шуға һары поролондан кәүҙә, баш, ҡойроҡ, тәпәйҙәрен йәбештерҙе. Ауыҙы асыла, ябыла. Тештәре ыржайып тора. Күҙҙәре ялтырай. Ҡойроғо оҙон. Аяҡ, ҡул бармаҡтары осло. Тимер юлсылар мәҙәниәт һарайында үткән иртәлеккә барғас, бөтәһе лә тик Аждаһаға ғына ҡараны. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа онотолдо хатта. Балалар баҡсаһына йөрөгән бик бәләкәс балалар ҡурҡышып, әсәләренең артына йәшенде. Шундай «ысын» Аждаһа яһаны атайым. Был костюм менән мин ҡайҙа ғына барманым, бөтә ерҙә лә беренсе урын бирҙеләр. V синыфтан һуң инде Яңы йыл костюмы кеймәй башланым. Йәл, уны телевидениенан һорап алдылар ҙа, үкенескә күрә, кире ҡайтманы. Шуныһы ҡыуаныслы: атайым уның схемаһын, нисек яһалғанын «Йәншишмә» гәзитенә лә яҙып бирҙе. Теләүселәр, эҙләп табып, киләһе Аждаһа йылына әҙерләй ала.
Әйткәндәй, мин ике тапҡыр Президент Шыршыһында булдым: Өфөлә һәм Мәскәүҙә.
Бына шулай минең бала саҡтағы Ҡыш бабай һәм Яңы йыл тураһында иҫтәлектәр. Әммә тарих бының менән генә бөтмәне әле. Атайым бик ихлас һәм ижади кеше булды. Балаларса бер ҡатлы, мауығыусан ине. «Ни эшләп әле беҙҙең башҡорт балаларын урыҫ Ҡыш бабайы ҡотларға тейеш?» – тип таныштарҙың, туғандарҙың өйөнә барып, башҡорт Ҡыш бабайы булып ҡотлап йөрөнө. Бының өсөн магазиндан махсус кейемдәр, башлыҡ, бейәләй, итек, матур биҙәлгән тоҡ, һаҡал кеүек әйберҙәр алды. Әммә уларҙы ла үҙенсә биҙәне. Ниндәй Ҡыш бабай тылсымлы таяҡһыҙ булһын! Матур итеп ялтыр ҡағыҙҙар менән уратып, осона балҡып торған йондоҙ һатып алып беркетеп, тоғона тәмле кәнфиттәр, мандариндар, уйынсыҡтар тултырып сығып китә ине. Балалар ауыҙҙарын асып, иҫтәре китеп ҡарап тора. Аптырамаҫлыҡмы ни: Ҡыш бабай башҡортса һөйләшә бит! Ике-өс йыл шулай йөрөнө ул Яңы йылда балаларҙы ҡотлап. Һәр ерҙә булғанда кешеләр, үҙен оҡшатып, киләһе йыл да беҙгә килегеҙ, тип ҡала ине. Ләкин, үкенес, хәҙер беҙ дүртенсе Яңы йылды атайһыҙ ҡаршыланыҡ... Элекке йыл үҙем эшләгән «Өфөһыуканалы» предприятиеһында атайҙың әлеге Ҡыш бабай кейемдәрен кейеп, хеҙмәткәрҙәрҙе бүлмә буйлап ҡотлап йөрөнөм.
...Тағы бер нимә хаҡында әйткем килә: атай менән әсәй өйгә һәр ваҡыт яһалма шыршы ҡуйҙы. Тәүҙә йәшел төҫтәгеһе булды. Икенсеһе – көмөш төҫөндә, ялтырап тора ине. Йыйылмалы, алынмалы. Байрам үткәс, кире һауытына һалаһың да ҡуяһың. Шул шыршы оҙаҡ һаҡланды. Уны беҙ хатта минең ҡыҙым тыуғас та өйгә ҡуйҙыҡ. Шыршы еҫе сыҡһын өсөн ботаҡтарын ғына алып ҡайтып һыуға ултыртып ҡуябыҙ.
Яңы йыл – иң көтөп алған байрам. Бәләкәстәр ҙә, ололар ҙа мөғжизәгә ышана. Кешеләр бер-береһенә изге теләктәр әйтә, бүләктәр бирә. Был йыл үткәненә ҡарағанда рәхимлерәк, мәрхәмәтлерәк, изгерәк, тынысыраҡ, бәхетлерәк, именерәк, бәрәкәтлерәк булһын. Иң мөһиме: илдәр имен, донъялар тыныс торһон. Яңы йылдың һәр бер көнө иҫтә ҡалырлыҡ ваҡиғаларға бай булһын. Ҡотло, төклө аяғың менән рәхим ит, 2023 йыл!
Азамат МӘҺӘҘИЕВ.
Өфө ҡалаһы.