Аҙ ғына ҡар иреп, ҡояш ҡалҡыу менән беҙ, ауыл балалары, йыл да эркелешеп йылға буйына атылыр инек. Унда сәпмә һуғыу, туп тибеү, ун ике таяҡ уйнау – хатта көн етмәй ҡала, ҡояш байып, ҡараңғы төшә башлағас ҡына ашыҡҡан булып өйҙәргә таралышабыҙ. Йылғалағы боҙ китеүен оҙатыу – үҙе бер мөғжизә! Таң менәнме, төн еткәсме, бөтә ауыл халҡы бар эшен ташлап, Дим буйына ашыға. Был күренеш ҙур бер йола булып һанала ине ул ваҡытта.
Ошо хәтирәләргә бирелеп, һалмаҡ ҡына атлап йылға буйына төштөм. Тирә-яҡ тып-тын. Бер ниндәй сыр-сыу килгән шат балалар тауышы ла ишетелмәй. Бары тик иҫке мәктәп артында нисә йылдар элек волейбол уйнағандағы бейек ҡолға, терәү һымаҡ һерәйеп, беҙҙең бала саҡты һағынғандай, юҡһынып тора. Олораҡ йәштәге ғаиләле ағайҙар ҙа, беҙ ҙә ошонда футбол уйнай инек. Туп, ҡайһы саҡ елдән етеҙ булып, йылғаға оса. Ауылдың ҡыйыуыраҡ малай-шалайы бына-бына ҡуҙғалып, ярылып ағып китергә торған боҙ өҫтөнән уны алып сыға... Уйын дауам итә. Бабайҙар ҙа шунда бит әле, киҫелгән ҡалын бүрәнәләрҙе өҫтәл-ултырғыс итеп, кем уҙарҙан кәрт һуға. Ә әсәйҙәр, инәйҙәр яңы ғына быҙаулаған һыйырҙарын һауып, эшен бөтөрөп, боҙ күҙәтергә төшә, мейестә киптерелгән көнбағыш сиртә-сиртә, көн хәбәрҙәрен бүлешә. Күңелдәре иләҫ-миләҫ булған егеттәр, ҡыҙҙар иҫке бура эсенә йыйылышып, йөҙөк һалыш уйнай, парлашып «свидание»ға барған була, егеттәр ҡыҙҙарын велосипедҡа ултыртып йөрөтөп килә. Беҙ, мәктәп балалары, ярыша-ярыша сәпмә һуғабыҙ...
Хәтирәләр төйөнөн һүтә-һүтә яр буйына киләм. Боҙ киткәнен күптән күҙәткән юҡ. Шуға килдем Дим буйына. Тик ни хикмәт? Элеккесә бер-береһенә бәрелеп, ярылып ҡуҙғалған ҡалын боҙҙар күренмәй. Әллә иреп һыу аҫтында ҡалған, әллә төндә генә бик тиҙ ҡуҙғалып, ағып киткән. Ә бит, Ағиҙелгә сәләм әйт, тип боҙ өҫтөндәге усаҡ әле булһа күҙ алдында маяҡ булып яна төҫлө...
Иләҫләнеп китеп, ерҙән ун ике таяҡ йыям. Ағым менән яр өҫтөнә ағып сыҡҡан сүп-сар араһынан яҙҙың тәүге сәскәләре – һары умырзаялар күҙгә салынды. Иреп бөтмәгән ҡар өҫтөнән өҫкә ҡалҡып, ҡалай йәшәргә теләп, ҡояшҡа үрелә улар. Сүп өйөмөндәге ошо матурлыҡҡа һоҡланып, кеҫәмдән телефонымды алам: селфи эшләйем әле! Эйе, көнөбөҙ ошо кеҫә телефондарына, интернет, вай-файҙарға ҡалды шул хәҙер. Ҡайҙан әлеге балалар туп типһен инде, өйҙә генә ултырып, иҫтәре китеп, талаша-талаша интернет уйындары уйнайҙар. Йорт тирәһендә ярҙамлашыу түгел, тәбиғәткә сығып, саф һауала уйнарға ла теләктәре юҡ. Их... Балаларымды йыйып алып килеп, телефондарын быраҡтырып, хатта улар менән бергә ҡушылып, яр буйында рәхәтләнеп туп тибеп, туйғансы бер уйнағым килде!
Бала саҡ эҙҙәребеҙҙе һаҡлаған йәмле Дим буйы етем булып тойолдо, тулҡындарын ҡаға-ҡаға яңынан мөғжизәле шул мәлдәргә саҡырҙы, күҙҙәремә урғылып һағыныу йәштәре тулды... Шаян елдәр генә йыуатҡандай, башымдан һыпырылып төшкән йоҡа шарфымды тартҡылап, инде йылдар аша сал төшә башлаған сәстәремдән һыйпап иҫеүен белде. Яңы ғына йылы яҡтан тыуған ерен һағынып ҡайтҡан сыйырсыҡ суҡышына ем ҡыҫтырып, шул килеш тә моңон сығарып, яңы донъяға килгән ҡошсоҡтары янына ашығып, янымдан ҡыйылып осоп китте. Онотолмаҫ, иҫтәлекле, ҡиммәтле бала саҡ хәтирәләрем менән бүлешергә теләп, мин дә балаларым янына ашыҡтым...
Альбина МУЛЛАҒОЛОВА.
Әлшәй районы, Тәүәтәй ауылы.