Ауыл үҙе бәләкәй булһа ла, ололарҙың әйтеүенсә, унда ҡасандыр 7 йыллыҡ мәктәп булып, төрлө ерҙәрҙән килеп уҡығандар. Ә уҡытыусылар фатирға төшөп йәшәгән. Шулай уҡ кәнсәләр, медпункт, клуб, магазин, хатта таш мөгәзәй ҙә булған. Ауыл гөрләп торған. Әммә үҫешергә мөмкинлек, өйҙәр һалырға урын бар, тип күршеләге ферма өйҙәренән генә торған ауылға күскәндәр. Мин иҫ белгәндә беҙҙә башланғыс мәктәп, медпункт, магазин ғына ҡалғайны.
Ә инәйем (әсәйем) үткәндәрҙе тарих итеп һөйләр ине. Бер саҡ ул Өфө тигән ҙур ҡала булыуын, унда беҙҙең туғандар йәшәүен әйтеп ҡуйҙы. Ҙурайғас, һин шунда уҡырға ла барырһың әле, тине хатта. Бала кешенең күңелендә хыялдар тиҙ үҫеүсән.
– Унда беҙҙең кемдәр йәшәй? – тип һорайым мин инәйемдән.
– Подполковник Зияф бабайың, әртис Нажиә апайың, – ти ул ғорурланып.
– Ә беҙ унда бара алабыҙмы? – тип ныҡышам мин.
– Әдрис булһа, барып була инде, – ти инәйем.
– Инәй, әйҙә, беҙ ҙә Өфөнө барып күрәйек, – тип ялына башланым.
Ахырҙа:
– Ярай, көндәр йылынһын да, – тип әүрәтә һала ул.
Яҙ етеп, көндәр йылыныуға тәүәккәлләнек тә юлға сыҡтыҡ. Ауылыбыҙ аша Белореттан, Миндәк ҡасабаһынан килгән автобустар үтә. Шуларға эләгеп, Учалы ауылына барып етергә кәрәк. Әммә улары шығырым тулып килеп, туҡтамай үтте лә киттеләр. Мин иларға тотондом.
Инәйем:
– Әйҙә, иртәгә тағы сығып ҡарарбыҙ, – ти. Ә минең һис кенә лә кире боролоп ҡайтҡым килмәй. Кешеләр ҙә таралмай, ниҙер көтә. Мәктәп директорыбыҙ ҙа йыраҡта уҡыған оло ҡыҙын оҙатып сыҡҡан, ҡулына толоп тотоп алған. Ул нимәгә икән, тип минең көлкөм килде.
Бына бер саҡ йөк машинаһы килеп туҡтаны. Ололар һөйләшеп, уға үрмәләй ҙә башланы. Мин дә инәйемде тартҡылайым:
– Әйҙә, тиҙерәк, беҙ ҙә менәйек, – тим.
– Кит, асыҡ машинала туңып үлергә итәһеңме? – ти инәйем. Мин илай башланым. Шул саҡ директор ағай:
– Әйҙә, менегеҙ, бына толоп ябынып ултырырһығыҙ, – тине. Инәйем риза булды. Ә толоп аҫтында йылыҡай ғына! Бер ҙә өшөттөрмәй. Директор ағай ҡалай аҡыллы, һәйбәт кеше икән, тип уйланым. Учалыға барып еткәс, вокзал тигән йортҡа индек. Ай-й, кешенең күплеге! Минең иҫем китте, былар ҡайҙа бара икән, тим ғәжәпләнеп. Бер бәләкәй тәҙрәгә инәйем аҡса һондо, уға ниндәйҙер ҡағыҙ бирҙеләр. Уны күрһәтеп поезға ултыраһың икән. Кеше аяуһыҙ күп, беҙ һыйһаҡ ярар ине, тип ҡурҡып ҡуям. «Поезд килә!» – тип иғлан иттеләр. Мин уны күрҙем дә ҡурҡышымдан инәйемдең бәлтәһенә ҡапланып, илап ебәрҙем.
– Инәй, ҡурҡам, ҡайтайыҡ! Ул беҙҙең өҫкә килә-ә! – тим. Ул миңә әкиәттәге ғифрит кеүек күренде.
– Ҡурҡма-ҡурҡма, бөтәһе лә шунда ултыра, ана, ҡара, – ти инәйем әүрәтеп. Ысынлап та, баҫҡыстан менә башланылар. Бына ғәжәп, тимер юлдан өй йөрөгән һымаҡ, ул төшөп китмәйме икән?! Әлеге директор ағай мине баҫҡыстан күтәреп мендерә. Эскә кергәс, минең ҡурҡыуым бер аҙ кәмене. Башҡалар кеүек, беҙ ҙә урынлашып алдыҡ. Сәй эсергә, тамаҡ ялғарға өҫтәле лә бар икән. Бер аҙҙан поезд ҡуҙғалып китте. Инәйем: «Аллаға шөкөр, иҫән-һау барып етергә яҙһын инде», – тип теләп ҡуйҙы.
Аҡса түләһәң, ятыр-торор әйбер ҙә бирәләр икән. Поезд «тыҡы-тыҡы» тип китеп тик бара. Төрлө ауылдар күренеп ҡала. Тәҙрәнән ҡарап барһаң, үҙе бер ҡыҙыҡ. Эҫе сәй эсеп алғас, мине йоҡоға тартты. Инәйемде ныҡ итеп ҡыҫып ҡосаҡлап яттым. Поезд юлдан төшөп китһә лә, инәйем менән ҡолармын, тип уйлайым үҙемсә. Иртәнсәк торһам, Өфөгә килеп тә еткәнбеҙ икән. Вокзал тигән өй бында ла бар. Ә халыҡ Учалыла йәшәүселәрҙән дә күберәк һымаҡ. Дөрөҫөрәге, мәхшәр инде! Инәйем менән етәкләшеп, кешеләргә эйәреп урамға килеп сыҡтыҡ. Автобус, машиналарҙың күплегенә иҫ китерлек! Инәйем дә ҡайҙа барырға белмәй аптырап ҡалды. Шунан милиционер ағайҙы күреп, уға өндәште, ҡағыҙын күрһәтте. Уныһы ҡулын болғай-болғай юл өйрәтте, беҙ юғарыға менергә тейешбеҙ икән. Бында ла – тимер юл. Тағы поезға ултырабыҙ, ахыры, тип уйлайым. Ысынлап та, поезға оҡшаған бер нәмә килә. Инәйем: «Был – трамвай», – ти. Ә-ә, мин уны китапта күргәнем бар, тип ҡыуандым. Байтаҡ барғас, төшөп ҡалдыҡ та тағы ҡайҙа барырға белмәйбеҙ. Ҡалала кешеләр бер ҙә бушамай икән, тегеләй ҙә былай бер өҙлөкһөҙ үтеп кенә торалар. Ә инәйем урыҫса белмәй. Шул саҡ икенсе милиционер килеп сыҡты. Инәйем ҡағыҙын күрһәтеп, аңлатырға маташты. Ағай көлдө лә беҙҙе үҙе менән алып китте. Бабайымдарҙың өйөнә тиклем оҙатып ҡуйҙы. Бына рәхмәт төшкөрө! Мин ғәжәпкә ҡалдым: бында бөтә ерҙә бейек-бейек йорттар, ә бабайым ҡәҙимге ағас өйҙә йәшәй ҙәһә, хәс тә ауылдағы һымаҡ. Барып ингәс, тегеләрҙең күҙе шар булды.
– Вазифа, һин нисек килеп сыҡтың? Ҡайһылайтып беҙҙе таптың?
Бабайым мине хатта күтәреп алды. Миңә шундай рәхәт ине. Ашап алғас, ҡаланы ҡарарға урамға сыҡтым. Мин бит Өфөлә – иң ҙур, иң серле, иң мөһабәт ҡалала! Әхирәттәремә ул хатта эләкмәй ҙә.
– Һаумы, Өфө! Китаптарҙан ғына уҡып, инәйем һөйләгәндәрҙән генә күрергә хыялланған ҡалам!
Мин бабайымдарҙың ҡапҡа төбөндә генә торам. Ҡаршыла бейек-бейек йорттар, тәҙрәләре шундай күп. Ғәжәп, бөтә ергә таш түшәлһә лә, ағастар бик күп бында. Аяҡ аҫты тигеҙ генә, атлауы еңел. Был урамға «Достоевский урамы» тип яҙылған. Улица урам икәнен мин беләм инде. Уны Достоевский төҙөгәнме икән? Беҙҙең ауылда урамыбыҙҙың исеме юҡ та. Ҡатлы йорттарҙа нисек йәшәйҙәр икән? Өй өҫтөнә өймө икән? Әлегә баш етмәй, ғәжәп итеп ҡарап йөрөйөм. Бында магазиндар ҙа бихисап, матур әйберҙәрҙең күплеге! Күҙең ҡамашыр. Аҡсаң булмаһа ла, күҙәтеүе күңелле.
Икенсе көнгә Ғәлиә әбейем беҙҙе ҡаланы күрһәтергә алып китте һәм Лениндың йорт-музейына юл тоттоҡ. Бына шатлыҡ! Мин, кескәй генә ҡыҙыҡай, бөйөк кешенең Өфөлә йәшәп киткән бүлмәләре буйлап йөрөйөм! Кемгә эләккән әле шундай бәхет?! Әбейемде ҡосаҡлап алғым килә. Ләкин оялам. Ленин бабайҙың эҙҙәренән атлайым даһа. Киләсәктә Мәскәүҙә Мавзолейҙа ла буласаҡмын әле. Хатта Ҡазан ҡалаһында партаһына ла ултырып ҡараясаҡмын. Әммә ул көндәргә бик йыраҡ. Минең өсөн әлегеһе тарихи мәл – 1965 йыл. Миңә бары 10 ғына йәш.
– Бер ваҡыт ошонда уҡырға килерһең, – ти әбейем. Ә ул миңә тормошҡа ашыр-ашмаҫ хыял һымаҡ. Әбейем музей төшөрөлгән открыткалар ҙа һатып алды.
– Ҡайтҡас, мәктәбеңдә һөйләрһең, күрһәтерһең, – тине. Минең шатлығым эсемә һыйманы.
Кисен мин күрергә теләгән ҡатлы йорттарҙың береһенә, бабайымдарҙың оло улдары Марк ағайҙарға ҡунаҡҡа киттек. Баҫҡыстарҙан оҙаҡ мендек, 5-се ҡат икән. Ҡала өйө бигерәк ҡыҙыҡ – бүлмә лә бүлмә. Һәр береһенең ишеге бар.
– Бында – балалар бүлмәһе, – ти ағайым. Уйынсыҡтарҙың күплеге! Әйтерһең дә, магазин үҙе бында күскән. Тәҙрәһе ҙур. Мин ҡарай ҡуйҙым һәм саҡ йығылып китмәнем. Беҙ шундай бейектә, ә машиналар, кешеләр бәләкәй генә булып күренә. «Уй, Аллам, был өй нисек ҡоламай икән?» – тип һушымды йыя алмай ултырҙым.
Бер аҙна ғына булдыҡ Өфөлә. Әммә күп нәмә күрҙем: бөйөк ҡаланың үҙен, Ленин музейын, трамвай, поезд, тимер юл... Ауылдан сығып өйрәнмәгән, хатта Учалы ҡалаһында ла булмаған бала өсөн Өфөнөң үҙен күреү оло бәхет ине. Ул – тәү күргән ҡалам! Рәхмәт инәйемә, директор ағайға һәм бабайымдарға! Улар миңә баш ҡалаға юл асты...
Фәриҙә СИТДИҠОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Учалы районы, Ураҙ ауылы.