Мәктәп осоронда беҙгә төрлө уҡытыусылар белем бирә. Кемделер беҙ нығыраҡ яратабыҙ, кемдәндер әҙерәк шөрләңкерәйбеҙ ҙә... Әммә нисек кенә булмаһын, һәр уҡытыусы уҡыусыһына төрлө ысулдар менән төплө белем бирергә теләй. Ә беҙгә, балаларға, тырышып уҡырға ла уҡырға инде.
Эйе, мәктәп осоронда һәр кемдең иң яратҡан, күңел биреп өйрәнгән дәресе була. Мәҫәлән, минеке – башҡорт теле. Беҙҙе бишенсе синыфтан алып Фәриҙә Ҡазыхан ҡыҙы Миһранова уҡыта. Уның ҡыҙыҡлы, фәһемле дәрестәрен гел көтөп алабыҙ. Остазым эшенә бик ижади ҡарай. Яңы технологик сараларҙы ла оҫта ҡуллана. Беҙҙе үҙ аллы фекерләргә өйрәтә, туған телебеҙгә, еребеҙгә һөйөү тәрбиәләй. Үҙе бик талапсан һәм ғәҙел уҡытыусы. Һәр кемде тырышлығына, белеменә ҡарап баһалай. Дәрестә яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен анализлаған саҡта Фәриҙә Ҡазыхан ҡыҙы аңлайышлы һәм ябай итеп тормоштан миҫалдар килтерә, шуға ла теманы бөтә уҡыусылар еңел аңлай. Уҡытыусыбыҙ – йомшаҡ күңелле кеше. Тетрәндергес әҫәрҙәрҙе илай-илай уҡыйбыҙ. Мәҫәлән, Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге»ндә – Мотаһарҙы, Талха Ғиниәтуллиндың «Әсә һәм бала»һында әсәһен йәлләп, күҙҙәребеҙ йәшләнде... Ул беҙҙе күп уҡырға өндәй, үҙе лә китап ярата. Уҡытыусыбыҙҙың белмәгән халыҡ мәҡәле, легенда-риүәйәте юҡ. Үҙе бер белем һандығы!
Уҡытыусыһы ниндәй – уҡыусыһы шундай. Бик дөрөҫ әйтелгән. Минең уйлауымса, ул бала өсөн өлгө булырға тейеш. Остазыңдың нисек тәрбиә биреүенә, һинең нисек белем алыуыңа бәйле киләсәгең.
Яратҡан уҡытыусым һәр ваҡыт беҙҙе уңышҡа әйҙәй. Бер нисә йыл элек әхирәтем Әҙилә Ишемғужина менән Мостай Кәрим исемендәге грантҡа лайыҡ булдыҡ. Быйыл Фәриҙә Ҡазыхан ҡыҙы миңә башҡорт теленән олимпиадаға әҙерләнергә ярҙам итте. Унда еңеүем дә – остазымдың хеҙмәт емеше. Бик рәхмәтлемен! Мәктәпте тамамлағас, һәр кемебеҙ яратҡан һөнәрен һайлаясаҡ, әммә уҡытыусы биргән кәңәштәр, төплө белем беҙҙе гел оҙатып йөрөйәсәк.
Сәлимә ЯҠУПОВА, IX cиныф уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Мостай Кәрим исемендәге
158-се башҡорт гимназияһы.