-4 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар

Бөтәһен дә белә өләсәйем

Мин үҙемдең мәҡәләмде шулай тип исемләп, уның, ысынлап та, бөтәһен дә белеүен гәзит уҡыусыларға еткергем килде. Өләсәйем Рәйсә Миҙхәт ҡыҙы Иҫәнбаева – Ниғәмәт ауылының иң абруйлы кешеләренең береһелер, тип уйлайым.

Бөтәһен дә белә өләсәйем
Бөтәһен дә белә өләсәйем

Уның һаҡланған әйберҙәре ара­һында Маҡтау грамоталары менән бергә әллә күпме тапҡыр лауреат булыуын раҫлаған дипломдары ла бар. Улар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан, республика, район ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтарынан бирелгән. Үҙе күптән хаҡлы ялда бул­һа ла, өләсәйемдең тик ултырғанын күргәнем юҡ. Ул һаман да ни ҙә булһа эшләй, яҙа. Ауылдарҙың тарихын, ер-һыу атамаларын, фольклорҙы өйрәнә. Балалар фольклорын йыйып, юғал­ған ауылдарҙың тарихын өйрәнеп, китап сығарҙы.
Өләсәйем һәр төрлө ижади конкурстарҙа ҡобайырҙары, шиғырҙары, хикәйәләре менән ҡатнаша һәм приз­лы урындар алып тора. Уҙған йылда «Йәйҙәремдә ҡалам» тигән шиғырҙар, «Яҙмышты яҡтыртҡан һөйөү», «Яҙмыш елдәре» исемле хи­кә­йә һәм повесть йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Бынан тыш, ул балалар өсөн дә әкиәттәр, хикәйә һәм шиғыр­ҙар яҙа. «Кәрим һүрәт төшөрә» тигәне минең өҫтәл китабыма әйләнде.
Әле лә яңы мәшәҡәттәр менән йәшәй, йәйгеһен ике ауылға нигеҙ һал­ған Көрәй батыр шәжәрәһен төҙөнө. Уны бер нисә йыл дауамында эшләп тамамланы. Бынан алда өләсәйем Ниғәмәт ауылының да шәжәрәһен әҙерләгән. Уны 1993 йылда төҙөп, шул ауыл балалары менән ике көн буйы мәктәптә Шәжәрә байрамы үткәргәндәр.
Өләсәйем гел яҙышып йәки тарих өйрәнеп кенә ултырмай, ҡул эштәре менән бик ихлас булыша: төрлө әйберҙәр тегә, ҡорамалар ҡорай. Эшләй белһәң, ҡулдан һәр иҫке әйбер яңы һулыш ала, ти ул беҙгә.
Ауылыбыҙҙың имсеһе лә үҙе. Аҙнаның өс көнөндә төрлө ауырыу кешеләрҙе ҡабул итә. Ҡот ҡоя, уны май шәм менән эшләй, мейенең төшөүен билдәләп, урынына ултырта. Балаларҙың да мейе төшөүен билдәләй һәм төҙәтә ала. Унан килеп тел-теш ҡырҡтыралар. Өс йән ысулы менән бүһерҙе лә имләй, күҙ тейгәнде дауалай. Усты тотоп ҡарап, йөрәк һәм йөрәккә бәйле ҡай­һы бер ауырыуҙарҙы ла дөрөҫ әйтә. Күҙгә сыҡҡан арпа кеүек сирҙәрҙе лә имләй. Үләндәр менән дауалау серҙәрен дә өйрәтә.
Өләсәйемдең тағы бер белгән һәм, үҙе әйткәнсә, файҙалы шөғөлө –баш­ҡортса хәрефтәр менән яҙылған доғаларҙы ғәрәпсәгә тәржемә итеп, бетеү кеүек итеп әҙерләп бирә.
Бына әле мин мәҡәлә яҙған ваҡытта ул Ниғәмәт ауылының тыл ветерандары тураһындағы китабы өҫтөндә эшләй. Хәйбулла яҡтарында бынан 70 йыл элек латин хәрефтәрендә яҙылған архив материалынан тәржемә яһай. Был эштәрҙе лә ул, күңел ҡушыуым, тип һанай.
Йәй етһә, уның мәшәҡәттәре тағы күбәйә. Баҡсала картуф, сәскә, ҡабаҡ, помидор, ҡыяр үҫтерә. Былтыр­ғы йыл ҡоро булды, ә уның картуфы уңды, сөнки арыу-талыу белмәй тырышты бит. Ҡартатайым менән улар өс бала тәрбиәләп үҫтереп, бөтәһенә лә филолог белгесе булырға ярҙам иткәндәр.
Гел генә кешеләр араһында өләсәйем. Ул биләмә башҡорттарының ҡоролтайын да етәкләй (рәйес урынбаҫары). Бөтәһенә лә тейешле кәңәшен бирә, өйрәтә. Шулай өлгөлө, алдынғы булғаны өсөн дә Башҡорт­остандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы алдынғыһы исемдәренә лайыҡ булған инде.
Уны мин етеп килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө менән ҡотлайым. Өләсәйем һау-сәләмәт булып, беҙгә кәңәштәрен биреп, оҙаҡ йәшәһен, тип теләйем.

Әҙилә МЫРҘАҒӘЛИНА,
VII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡ ҡалаһы, 4-се лицей.

Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: