– Күптән түгел башҡорт теле буйынса республика олимпиадаһында призлы урын яулап ҡайтып, барыбыҙҙы ла ҡыуандырҙың. Байрас, һине иң тәүҙә ошо еңеүең менән ҡотлайым һәм бер нисә һорау биреп киткем килә. Ни өсөн мотлаҡ башҡорт теленән бәйгелә ҡатнашырға булдың?
– Ҡотлауың өсөн рәхмәт. Башҡорт теле, туған телем булараҡ, минең өсөн яҡын да, ҡәҙерле лә һәм ҡыҙыҡ та. Уҡытыусым Таңсулпан Әмир ҡыҙы Мусинаның тәҡдиме буйынса олимпиадала IX синыфтан ҡатнашып киләм һәм, ниһайәт, ҙур уңышҡа өлгәштем.
– Тағы ла ниндәй фәндәрҙән үҙеңде һынап ҡарағаның бар?
– Тарих, йәмғиәтте өйрәнеү һәм хоҡуҡ фәндәре буйынса район олимпиадаларында еңеүсе булдым. Һәр бәйгелә һынатмаҫҡа тырышам.
– Был фәндәр нимәһе менән ҡыҙыҡһындыра?
– Халҡыбыҙҙың, илебеҙҙен үткәнен, тарихын белеү, бәхәсле мәлдәрҙе асыҡлау, үҙебеҙҙең хоҡуҡтарыбыҙҙы, йәмғиәттең үҙенсәлектәрен өйрәнеү ҙә минең өсөн ҡыҙыҡлы.
– Олимпиадала еңер өсөн нимә эшләргә кәрәк?
– Китап күп уҡырға, белемле, киң мәғлүмәтле булырға һәм тәүәккәллек кәрәк. Ныҡлап әҙерләнергә тейешһең.
– Һәр бәйге, ярыш алдынан ниндәйҙер ҡурҡыу тыуа. Һиндә ул буламы?
– Эйе, олимпиада алдынан ниндәйҙер тулҡынланыу кисерәм. Әммә үҙемде тиҙ генә ҡулға алам. Ҡурҡаҡтар еңеү яуламай!
– Һорауҙар ауыр булдымы?
– Бәйге бәйге инде. Һәр бер һорау үҙенсә ҡатмарлы ине. Әгәр ҙә белемең булһа, уларға ла яуап бирергә мөмкин.
– Олимпиадала еңелеүҙе нисек кисерергә, үткәрергә?
– Күңел төшөнкөлөгөнә бирелергә, туҡтап ҡалырға, сигенергә ярамай. Һәр бер еңелеү – үҙенсә бәләкәй генә еңеү ҙә ул, сөнки әҙме-күпме тәжрибә туплайһың.
– Киләсәктә кем булырға теләйһең?
– Киләсәккә минең аныҡ ҡына маҡсатым бар, әммә әлегә ул сер булып ҡалһын.
– Һинеңсә, бәхет нимә ул?
– Атай-әсәйең, туғандарың, үҙең иҫән-һау булһаң, тормошта үҙ урыныңды тапһаң, шул бәхет инде, тип уйлайым.
– Буш ваҡытыңда нимә менән шөғөлләнәһең?
– Китап уҡырға яратам, ҡышын саңғыла шыуам, атай-әсәйгә ярҙам итәм.
– Дуҫтарың күпме?
– Эйе.
– Тәмәке тартыуға һинең ҡарашың?
– Быға ҡырҡа ҡаршымын, сөнки ул һаулыҡҡа ҙур зыян килтерә.
– Бер миллион аҡса отһаң, нимә эшләр инең?
– Уны ҙур бер компанияға инвестицияға һалып, килгән килеменә китапхана асыр инем, сөнки китап – белем шишмәһе, ә белем – иң кәрәкле, отошло капитал. Киләсәктә миллионды эшләп тә табырмын, тип ышанам.
– Һабаҡташтарыңа ниндәй теләктәрең бар?
– Иң мөһиме – һаулыҡтың һәм ваҡыттың ҡәҙерен белергә кәрәк. «Һаулыҡты һатып алып булмай, ваҡытты кире ҡайтарып булмай», – тип яҙа халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Синыфташтарыма имтихандарҙы уңышлы биреп, теләгән уҡыу йорттарына инеүҙәрен теләйем.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт, һиңә артабан да ҙур уңыштар юлдаш булһын.
– Рәхмәт.
XI «Б» синыфы уҡыусыһы
Ләйсән БАЯЗИТОВА әңгәмәләште.
Баймаҡ районы, Темәс мәктәбе.