– Эльза – гимназиябыҙҙың иң шәп уҡыусыларының береһе, яҡшы уҡый, бик әүҙем, төрлө яҡлап һәләтле, – ти уның тураһында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлфиә Валерий ҡыҙы Хөсәйенова.
Тәүҙә Үмәрғәлиндәр ғаиләһе Мәләүез районының Иштуған ауылында йәшәй. Эльзаның рухлы, телһөйәр булып үҫеүендә өләсәһенең дә өлөшө барҙыр. Бәләкәйҙән сәхнәлә сығыш яһай башлай ул. Тасуири итеп шиғырҙар һөйләргә ярата. Мәләүездәге 3-сө гимназияла уҡый башлағас, төрлө сараларҙы, байрамдарҙы алып барыусы була.
– Миңә уҡыу еңел бирелә, тип әйтә алам, йәмәғәт эштәрендә лә һынатмаҫҡа тырышам, – ти ҡыҙ.
«Рәшит Солтангәрәев уҡыуҙары» республика фәнни-ғәмәли конференцияһында, «Ғәзим Шафиҡов уҡыуҙары»нда шиғыр һөйләү буйынса номинацияларҙа призлы урындар яулаған. Сафуан Яҡшығоловтың тормошона һәм ижадына арналған «Күңелем ынйылары» республика бәйгеһендә еңеүсе булған. Интернет селтәрҙәрендә ойошторолған видеобәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша Эльза: уның урыҫ телендә, башҡортса яҙмаларын «Бәйләнештә» селтәрендә лә ҡарарға мөмкин. Мифтахетдин Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!», Мостай Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырҙарын, урыҫ шағирҙары Сергей Есениндың, Марина Цветаеваның әҫәрҙәрен дә йөрәге аша үткәреп, оҫта итеп һөйләй. Шулай уҡ былтыр «Туҡай моңдары» республика конкурсында башҡортса шиғыр һөйләүселәр араһында – II , Башҡорт теле көнөнә арналған «Теле барҙың – иле бар» фестиваль-конкурсында III урынға сыға.
Эльза Үмәрғәлина ике йыл рәттән башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиадала призлы урын яулаған. Быйылғы бәйгелә ҡатнашыусылар ситтән тороп үткәрелгән турҙа үҙҙәре менән таныштырыу маҡсатында видео төшөрөп ебәрергә тейеш ине. Эльзаның презентацияһы иң юғары баһаға лайыҡ булған.
Төрлө яҡлап һәләтле тигәндән, ҡыҙ алты йыл буйы башҡорт халыҡ бейеүҙәре менән шөғөлләнеп, хореография мәктәбен ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Әлеге ваҡытта ул «Дуҫлыҡ» башҡорт халыҡ театр студияһында актёрлыҡ оҫталығы серҙәренә өйрәнә, башҡортса спектаклдәрҙә ҡатнаша.
Яҡшы уҡыған, һәр эшкә яуаплы ҡараған әүҙем уҡыусы 2019 йылда «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә лә ял итеп ҡайтҡан. Былтыр Эльзаға Мәләүез районының Динис Бүләков исемендәге премияһы тапшырылған, «Йәйләү» лагерына юллама бирелгән.
Тәбиғәтте яратыуы, уның һаҡсыһы булыуы тураһында ла әйтеп үтергә мөмкин. Был турала Эльза Иштуған тәбиғәте тураһындағы тикшеренеү эшендә яҙған.
– Ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашам, ветерандарҙың өйҙәренә барып, хәлдәрен белешәм, ярҙам итәм, – ти изге күңелле ҡыҙ.
«Сатурн» телерадиокомпанияһы менән хеҙмәттәшлек итеүе Эльзаға «Ағиҙел – 2022» йәштәр мәғариф форумында ҡатнашырға этәргес биргән, тиһәк, моғайын, яңылышмаҫбыҙ. Ҡыҙ социаль темаға сюжет төшөрөүҙә ҡатнаша һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән танышып, аралаша башлай. Хатта улар өсөн бармаҡтар моторикаһын үҫтереү буйынса дәрес тә үткәрә. Балаларҙың яҙмышына, тормошона битараф ҡалмай, «Ҡулымды ныҡ тот» тигән проектын яҙған. Был эше менән ҡала буйынса II урын алған. Ҡыҙ проектында һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам итергә саҡыра. Әле уны тулыландырып, республика кимәлендә Мәләүез ҡалаһы исеменән сығыш яһарға әҙерләнә.
– Был тормошта кеше йәмғиәткә ниндәйҙер файҙа килтерергә тейеш, тип уйлайым. Шуның өсөн тырышырға кәрәк. Башҡарған эштәрем туған телемә, илемә файҙа килтерер, тип ышанам. Башҡорт теленең артабан да үҫеүен, һәр милләттәшемдең уны үҙ теләге менән өйрәнеүен теләйем, – ти Эльза.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.